Петровск участка ветеринария дауаханаһы ҡарамағына дүрт ауыл советы йәғни 20-нән ашыу ауыл ҡарай. Ундағы ауыл хужалығы предприятиелары, шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙы ҡарау, тикшереү аҙ көстө алмай. “Үҙ эшемде яратып башҡарҙым. Йәштәргә лә намыҫлы итеп хеҙмәт итеүҙәрен теләйем”, - тине 66 йәшлек ветеринар.