Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2019, 02:00

Ватандаштарыбыҙ батырлығын хәтерләйбеҙ

Этҡол моделле ауыл китапханаһында “Сталинград батырҙары" тип аталған батырлыҡ сәғәте уҙҙы.

2 февраль – Рәсәйҙең хәрби дан көнө, Совет ғәскәрҙәренең немец – фашист илбаҫарҙарын Сталинград алышында ҡыйратҡан көн



Быйыл был тарихи ваҡиғаға 76 йыл тула. Шул уңайҙан Этҡол моделле ауыл китапханаһында “Сталинград батырҙары" тип аталған батырлыҡ сәғәте уҙҙы.


Балаларға китапханасы Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград ҡалаһы өсөн барған һуғыштың иң масштаблы, иң күп ҡан ҡойолған алыш икәнлеген һөйләп үтте. Был әфәттең ни рәүешле ҡурҡыныс булғанлығын күҙ алдына килтереү өсөн “Сталинград һуғышы. Бөйөк Ватан һуғышы 1941 – 1945” видеороликтары күрһәтелде.


Был алышта Этҡол ауылынан да ҡатнашыусылар була. Улар тураһындағы мәғлүмәт менән Башҡорт кадет корпусының география уҡытыусыһы, эҙәрмән, ауылдашыбыҙ Юнир Йосоп улы Ғәрифуллин эшләгән презентация аша таныштыҡ.


Сарабыҙҙың төп геройы, емерелгән Сталинградтың тере шаһиты Йәмилә инәй Рәхмәтуллинаның иҫтәлектәре һәр кемдең күңелен тулҡынландырмай ҡалмағандыр. 16 йәш тә тулып өлгөрмәгән ҡыҙға, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған халыҡ менән бергә, емереклектәрҙән генә торған ҡаланы тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Шул аслыҡҡа , кейем юҡлыҡҡа, тиф ауырыуына бирешмәй Йәмилә инәйебеҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.


Шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған еҙ ҡурай балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уны ауылдашыбыҙ Сталинград ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа ҡатнашыусы Ғәрифуллин Усман бабай дошман самолетының торбаһынан эшләгән. Усман олатай ошо еҙ ҡурай менән яу яландарын үтеп, 1944 йылда яраланып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 1945 йылдың 9 май көнөндә, еңеү хәбәрен ишеткәс Ҡыҙҙар тауына менеп 4 сәғәт буйына ҡурай уйнап, Еңеү байрамына мәҙхиә яңғырата.


Ошондай саралар уҙғарып, тарихыбыҙҙы өйрәнеп, ниндәй юғалтыуҙар аша Еңеү яуланғанын үҫкән быуынға еткерергә тейешбеҙ.




Читайте нас: