Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2019, 02:00

“Мисс Әсәй” кем булыр?

Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының сираттағы ултырышы булып үтте.

Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының сираттағы ултырышы булып үтте.
Һуңғы осорҙа ойошма ағзалары тырышлығы менән алып барылған ҡайһы бер сараларға байҡау яһалды, алға яңы маҡсаттар билдәләнде. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шаһиева ойошманың секторҙарға бүленеп эш алып барасағын билдәләне, уларҙың һәр ҡайһыһының йүнәлештәрен әйтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысы менән әленән-әле йәмғиәт өсөн файҙалы саралар үтеп тора. Төп иғтибар ғаиләләргә, балаларға, әсәләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Мәрхәмәтлек сараларынан да ойошма ситтә ҡалмай. Үткән йәй генә ике хәйриә акцияһы уҙғарылды, уның тәүгеһе янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, икенсеһе ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләрҙәге балаларға мәктәпкә йыйынырға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.
Әлеге йыйылыш та йәнле үтте, төрлө тәҡдим-теләктәргә бай булды. Ултырышта февраль-март айҙарында “Сәләмәт ҡатын-ҡыҙ – бәхетле киләсәк нигеҙе” тип исемләнгән сираттағы акцияны уҙғарыу иғлан ителде. Уның сиктәрендә байтаҡ саралар – түңәрәк өҫтәлдәр, конкурстар, тренингтар, әңгәмәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ ҡалалағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының бер нисә бүлмәһен матурлап, яңыртып, унда килеүсе гүзәл заттарға, буласаҡ әсәйҙәргә яҡшы кәйеф өләшеү маҡсаты ла ниәтләнде. Был эште шәхси эшҡыуарҙар, төрлө предприятие етәкселәре ярҙамы менән башҡарыу күҙ уңында тотола. Ә инде изге акция март аҙаҡтарында әсәй булыуҙың бөйөклөгөн данлаған “Мисс Әсәй” конкурсы менән тамамланасаҡ.
Ултырыш тағы ла бер ваҡиға менән үҙенсәлекле булды - муниципаль район Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Нина Дуроваға “Башҡортостандың рустар соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Тап ошондай әүҙем, эшлекле, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән гүзәл заттар ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһының көсөн арттыра, мәртәбәһен күтәрә һәм йәш быуынға матур өлгө күрһәтә.






Читайте нас: