Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2019, 04:00

Күсмә ФАП бәләкәй ауылдарға сыға

Ошо көндәрҙә республикаға барлығы 13 күсмә фельдшер-акушер пункты (ФАП) бүленгән.Төбәк программаһына ярашлы, шуларҙың береһе Ишембай районына ҡайтарылды.

Ошо көндәрҙә республикаға барлығы 13 күсмә фельдшер-акушер пункты (ФАП) бүленгән.Төбәк программаһына ярашлы, шуларҙың береһе Ишембай районына ҡайтарылды.


Ул ПАЗ автомобиле эсендә урынлашҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, уның хаҡы 7 миллион һум тора. Күсмә ФАП-тың эсендә диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары урынлаштырылған. Ул шулай уҡ кондиционер, йылытҡыстар, тауышты көсәйтеү ҡулайламалары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, дефибриллятор, глюкометр, тонометр, электрокардиограф менән йыһазландырылған. Бында хатта гинекология ултырғысы ла ҡуйылған.

Тәүге медицина тикшереүе үткәреү сирҙе тиҙерәк дауалай башларға мөмкинлек бирәсәк. Ҡандағы шәкәр һәм холестеринды асыҡлау, шулай уҡ ҡан баҫымын үлсәү кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Күсмә медицина комплексы тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Бензинлы генераторҙарҙың автомашинаны электр һәм йылылыҡ менән туҡтамай тәьмин итеүе медицина тикшереүен йыл әйләнәһенә үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Үҙәк район дауаханаһының поликлиникалар мөдире Илдар Ғәниев әйтеүенсә, күсмә ФАП фельдшер-акушер пункттары булмаған бәләкәй ауылдар халҡын аҙна һайын сығып хеҙмәтләндерәсәк, ә ундай ауылдар районда - 40. Уның сығыу графигы Ишембай район үҙәк дауаханаһының рәсми сайтында һәм гәзит биттәрендә бирелеп барасаҡ.



Фото: автор.


Читайте нас: