Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2019, 04:00

"Оҫтабикәләр" ҡул эштәре менән булыша

Бына бишенсе йыл инде Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһында "Оҫтабикәләр" клубы эшләп килә.

Бына бишенсе йыл инде Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһында "Оҫтабикәләр" клубы эшләп килә.

Ауылыбыҙҙың бер тик тора белмәҫ апайҙары, еңгәләре йәйгеһен мул итеп йәшелсә-емештәрен, ихата алдарында күҙҙең яуын алырҙай баҡса гөлдәрен үҫтерһәләр, ҡош-ҡортон аҫыраһалар, ҡышын ҡул эштәренә тотоналар.


Аҙнаның һәр дүшәмбе һәм кесаҙнаһында китапханала йыйылышып кис ултыралар. Кем шәл бәйләй, кем ултырғысҡа япма - һәр бер эштәре оҫта, зауыҡ менән башҡарыла. Апайҙар бер-береһенә төрлө бәйләм төрҙәре менән дә ихлас бүлешәләр.


Ауылда әллә нисә ҡыҙ-ҡатындар уларҙан бәйләм серҙәрен өйрәнеп хәҙер үҙҙәре бәйләйҙәр. Кемдәр әле килеп өлгөрмәгәндәр - килегеҙ, һеҙҙе лә ҙур теләк менән бәйләм серҙәренә өйрәтергә һәр саҡ әҙерҙәр. Беҙҙең ошондай ойошма барлығын белгәс, Мөхәмәтйәнова Йәмилә, үҙе Ишембайға йөрөп эшләһә лә, эштән тура кереп үҙенә оҡшаған бәйләм төрөн һайлап бәйләй ҙә башланы инде.


Шишәмбе, кесаҙна көндәре сәғәт киске 4-тән 7-гә тиклем һеҙгә китапхана ишеге һәр саҡ асыҡ, көтәбеҙ.






Читайте нас: