Аттарҙы, һыйыр малдарын, ҡош-ҡортто, эт- бесәйҙәрҙе биркалау йәки чип ҡуйыу тураһындағы хәбәрҙе ишетмәгән кеше юҡтыр. Биркалау - малдар һанының теүәл иҫәбен алып барыу маҡсатында күрелгән сара. Номерланған һәр мал компьютерға индерелә, уға ниндәй вакцина, диагностика тикшеренеүҙәре үткәрелеүе тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелә барасаҡ. Шуныһы ла мөһим, төрлө хәүефле сирҙәргә ҡаршы вакцина ла ошо биркаланған малдар һанына ҡарап бүленәсәк.