Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2019, 04:00

Эт - тоғро дуҫ, тиһәләр ҙә...

Һуңғы ваҡытта ҡала урамдарында, баҙарҙа, магазин тирәләрендә өйөр-өйөр берәҙек эттәрҙе күрергә була. Йә булмаһа, берәй туҡталышта автобус көтөп торғанда ҡаршыңа башмаҡ ҙурлығындағы эт килеп сыға. Ни ҡысҡырырға, ни өндәшергә ҡурҡып тораһың.

Ҡайһы бер хужалар эттәрен урамға морондоҡ кейҙермәй алып сыға. Ҡаршыларына килгән кешеләрҙе улар: «Ҡурҡмағыҙ, тешләмәй, беҙҙең эт йыуаш ул», - тип тынысландырып маташа етмәһә. Эттең уйында нимә булғанын ҡайҙан беләһең?!

Ә хәҙер статистикаға күҙ һалайыҡ. Йыл башынан үҙәк дауаханаға эттәрҙән тешләнгән 17 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 4-һе - балалар. Үҙәк район дауаханаһының эпидемиология бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, 6 кеше - берәҙек эттән, 11-е хужалы эттәрҙән тешләнгән.

Ул эттәрҙән ҡотолоу юлы бармы тиһегеҙме? Бар, әлбиттә! Районда «Беҙҙең ҡала» тип исемләнгән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хужаһыҙ ҡалған эт-бесәйҙәрҙе аулау менән шөғөлләнә. Хужаһыҙ йөрөгән эттәрҙең урындарын күрһәтеп, берҙәм диспетчер хеҙмәтенә 7-11-11 телефон номеры буйынса шылтырата алаһығыҙ. Муйынсаҡһыҙ, хужаһыҙ йөрөгән эттәрҙе укол эшләп йоҡлатыу хеҙмәтен дә улар башҡара.

Фото: pixabay.com

Читайте нас: