Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2019, 04:00

“Торатау” геопаркы булдырыла

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Торатау” геопаркын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Төбәгебеҙҙең геология, биология, тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында ойошторолған был геопарктың сиктәрен билдәләү буйынса үткән йома Ишембайға экспедиция килде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Торатау” геопаркын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Төбәгебеҙҙең геология, биология, тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында ойошторолған был геопарктың сиктәрен билдәләү буйынса үткән йома Ишембайға экспедиция килде. Егермеләп кешенән торған делегация составында депутаттар, ғалимдар, предприятие етәкселәре бар ине.


Тәүге көндө улар район хакимиәте бинаһында түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Унда һүҙ тәбиғәт һәйкәлдәре Торатау, Йөрәктау хаҡында барҙы. Был тауҙарҙың үҙенсәлеге, уникаллеге тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерелде. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө биология институты директоры Василий Мартыненко, Шихан тауҙарының һирәк осрай торғай үҫемлектәргә бай булыуын билдәләп, миҫалдар килтерҙе. Геопарк биләмәһенә Торатау менән Йөрәктау ғына түгел, ә райондың башҡа уникаль тәбиғәт объекттарының да инәсәген билдәләне. Түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеү йәнле барҙы. Геопарк булдырғанда халыҡтың боронғо шөғөлдәрен, йолаларын күтәреүгә иғтибар бирергә кәрәк тигән урынлы тәҡдимдәр яңғыраны.


Икенсе көндө экспедиция ағзалары ҡаргиҙәрҙәрҙә район буйлап сәфәргә сыҡты. Тышта яҡынса 30 градуслы ҡаты һалҡындар ҙа уларҙы туҡтатманы. Тәүҙә Хажы, Арлар яҡтарындағы тауҙар, мәмерйәләр һәм башҡа үҙенсәлекле тәбиғәт урындары менән таныштылар. Шулай уҡ Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлидиҙең йорт-музейы ла ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.


Йәкшәмбе көнө сәфәр Маҡарҙан башланып китте. Әйтергә кәрәк, был төбәк тә күркәм тәбиғәт урындарына бай. Халыҡ күңелендә улар тураһында бай легендалар һаҡлана. Элекке тарих уҡытыусыһы Авзал ағай Аҙнабаев экспедиция ағзаларына уларҙы күрһәтеп, бер ыңғайҙа тарихын һөйләп ишеттерҙе. Аллағыуат шишмәһе, Селтербей, Тубыҡтау, Ҡыҙҙар ташы, Кәлимосҡан ҡаяһы, Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Салауат Юлаев мәмерйәһе, Әбей батша күпере – былар барыһы ла ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.


Артабан экспедиция ағзалары ҡаргиҙәрҙәрҙә Торатауға йүнәлде. Ошо иҫ киткес гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыһының түбәһенә менергә тигән маҡсаттарын да ҙур теләк менән башҡарҙы улар.

- Беҙ күргән барлыҡ тәбиғәт һәйкәлдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар менән осрашыуҙар ҙур иғтибарға лайыҡ. Халыҡ та тәбиғәт объекттарының һаҡланыуын теләй. Улар ғалимдар тарафынан өйрәнелергә тейеш, йәш быуын тыуған яҡ тарихын белеп үҫһен, сөнки улар тәбиғи мираҫыбыҙ. Донъяла йөҙҙәрсә геопарк иҫәпләнһә, Башҡортостан геопарк төҙөү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә бара. Геопарктар берләшмәһе ул бер ғаилә һымаҡ, хәҙер “Торатау” геопаркы булдырылыуы хаҡында ла бөтә донъя ғалимдары беләсәк. Был экспедиция ваҡытында Ишембай районы хакимиәте етәкселегенең беҙҙең менән бергә район буйлап сығыуы ла геопарк булдырыуҙың мөһимлеген сағылдыра, - тип һөйләне экспедиция етәксеһе Вячеслав Аброщенко.

Сәйәхәт бының менән сикләнмәйәсәк, артабан Ишембай тарафтарына ҡар ирегәс килеү маҡсатын да билдәләне ул.


Ҡунаҡтар Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булып, Торатау, уның эргәһендә йәшәгән халыҡтың көнкүреше тураһында әллә күпме бай материалдар менән танышты.


Алда беҙҙе күләмле һәм мөһим эштәр көтә. Был саралар район хакимиәте менән берлектә алып барыласаҡ.



Фото: автор.


Читайте нас: