Йыйылышта шулай уҡ район хакимиәте башлығы Марат Хөсәйен улы райондың социаль-иҡтисади хәленә лә байҡау яһаны. Халыҡ та әүҙемлек күрһәтте. Күптәрҙе ер пайҙарын арендаға биреү буйынса килешеү шарттары ҡыҙыҡһындырҙы. Был хаҡта ентекләберәк һөйләшеү маҡсатында пайсылар йыйылышын уҙғарырға ҡарар иттеләр. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендәге поликлиникаға йөрөү ауыл халҡына мәшәҡәтле булыуын билдәләп, хеҙмәтләндереүҙе баҙар эргәһендәге поликлиникаға күсереүҙе һораған мөрәжәғәт тә яңғыраны. Йәштәр спорт ярыштарына йөрөү өсөн йыш ҡына транспорт менән проблема килеп сығыуына зарланды. Ер участкалары алыу, юлдарға ҡырсынташ түшәү, урам яҡтыртҡыстарын ҡуйыу, балалар баҡсаһында түңәрәктәр ойоштороу, һыу менән тәьмин ителеш – ошо һәм башҡа бик күп һорауҙар яуҙы район етәкселегенә. Уларҙың ҡайһыларына шунда уҡ асыҡлыҡ индерелде, ҡайһыларын хәл итеү өсөн ваҡыт талап ителеүе билдәләнде. Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе бына ошолай уртаға һалып һөйләшеү - бөгөнгө көн талабы. Уның һөҙөмтәһен билдәләү өсөн күпмелер ваҡыттан йәнә әхмәрҙәр менән йыйылыш үткәреү, күрелгән сараларға байҡау яһау мөһимдер.