Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2019, 04:00

Берәү түгел - алтау!

Республика бюджет аҡсаһы иҫәбенә районға тағы ла ике “Ашығыс ярҙам” машинаһы ҡайтты. Рәсәйҙә етештерелгән В класлы артҡы приводлы ГАЗ - А6ВR23 машиналары.

Республика бюджет аҡсаһы иҫәбенә районға тағы ла ике “Ашығыс ярҙам” машинаһы ҡайтты. Рәсәйҙә етештерелгән В класлы артҡы приводлы ГАЗ - А6ВR23 машиналары.

Автомобилдәр иң кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған: үпкәне яһалма елләтеү, дефибриллятор, электрокардиограф, ингалятор, пульсоксиметр, ҡандағы глюкоза кимәлен экспресс-үлсәү һәм башҡа медицина ҡорамалдары бар. Заманса йыһазландырылған автомобилдәрҙә тәүге ярҙам күрһәтергә, ябай ғына тикшереү сараларын башҡарырға мөмкинлек буласаҡ. Ашығыс ярҙам автомобилдәренең бөтәһенә лә ГЛОНАСС навигация ҡорамалы ҡуйылған. Һуңғы ике ай эсендә генә лә үҙәк район дауаханаһы автопаркын 6 яңы машина тулыландырҙы. Ниһайәт, халыҡҡа медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелер, тигән өмөт бар.



Фото: Ольга Вәлитова.


Читайте нас: