Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2019, 04:00

Яҡташ тигән яҡынлыҡ бар

Ишембай студенттарынан торған яҡташтар берлеге былтыр октябрь айында ойошторолдо. Уның рәйесе итеп Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се курс студенты Этҡол ауылы егете Айтуған Баисламов һайланды.

25 ғинуар – Рәсәй студенттары көнө


Баш ҡалабыҙ Өфөлә яҡташтар берлеге эшләп килә. Икенсе төрлө әйткәндә ул - территориаль принциптар буйынса берләшкән студенттар ойошмаһы.

Ниндәй маҡсат берләштерә һуң йәштәрҙе? Дуҫтарса һәм профессиональ яҡтан аралашыу, яҡташтар менән танышыу һәм уларҙы берләштереү, яңы килгән студенттарға ярҙам ҡулы һуҙыу. Шулай уҡ тыуған районыңдың, ҡалаңдың социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһау ҙа ойошманың мөһим бурыстарының береһе булып тора.

Ишембай студенттарынан торған яҡташтар берлеге былтыр октябрь айында ойошторолдо. Уның рәйесе итеп Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се курс студенты Этҡол ауылы егете Айтуған Баисламов һайланды.


Ошо ваҡыт эсендә беҙ үҙебеҙ тураһында белгертеп тә өлгөрҙөк. Ишембай йәштәре Республика көнөнә арналған «Минең Республикам» квестында 10 команда араһында еңеү яуланы. Шулай уҡ «Һинең өсөн Башҡортостан нимә?» тип аталған видеоролик эшләнек. Беҙҙең берлек ағзалары бик күп форумдарҙа һәм сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, улар араһында: йәш лидерҙар форумы «YouLead 2018», «АҫылташХ», «Наследие Урала» кеүек проекттар бар.


18 февралдә 15:00 сәғәттә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт тамаша залында Башҡортостан Республикаһының йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы юбилейына арналған ҙур сара үткәрелә. Унда

Ишембай йәштәре лә әүҙем ҡатнашасаҡ. Ҡалабыҙға һәм районыбыҙға арналған стенд, презентация ойошторасаҡбыҙ, шулай уҡ байрам концертында сығыш яһайбыҙ. Шуға барлыҡ ишембайҙарҙы ошо күркәм сарала көтөп ҡалабыҙ.





Фотола: артҡы рәттә: Илшат Бүләков, Миләүшә Әхмәҙиева, Карина Зәйнетдинова, Азамат Абыҙгилдин, Камила Абдуллина, Эльвира Туҡаева, Айһылыу Дауытова, алғы рәттә: Айтуған Баисламов, Виталий Маршев




Фото: интернет.



Читайте нас: