Гимназия директоры Әлфис Фәйзуллин йыйылыусыларҙы тәбрикләп, юрматы ырыуы башҡорттары хаҡында китап сығыуы тарихи әһәмиәткә эйә булыуы тураһында белдерҙе. Халыҡтың китапты көтөп алыуы күренеп тора, күптәренең ҡулынан ул төшмәне лә. Яҡындары, таныштары, туғандары тураһында мәғлүмәттәр эҙләнеләр. Ғөмүмән, осрашыуҙың үҙенән, ундағы сығыштарҙан да тамырҙары тураһында әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдылар. Юрматылар – башҡорттарҙың иң боронғо ҡәбиләләренең береһе. Бөгөнгө көндә юрматы ырыуының вариҫтары Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында һәм башҡа төбәктәрҙә көн итә. Үткәне, тарихи шәхестәре менән дә ғорурлана ала юрматылар. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт китап палатаһы” директоры Азат Ярмуллин Юрматы ырыуының билдәле шәхестәре хаҡында ишембайҙарға ентекле итеп һөйләп үтте. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән дә теләктәрен әйтте.