Ҡайғы, ауырлыҡтар кешеләрҙе яҡынайта, берләштерә, сыныҡтыра. Ялтырандағы ике туған апаһы вафат булғас, уның ете балаһына әсә булыу яуаплылығы ла Фәриҙә Мөхәмәт ҡыҙын өркөтмәй. Еҙнәһе һоратып килгәс, алты бала янына тағы ла етәү һыйыр, ти ҙә ризалаша. Шулай итеп, 13 балаға атай-әсәй булып, уртаҡ донъя көтөп алып китәләр. Әйтеүе генә еңел, ул заманда барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла, Фәриҙә Мөхәмәт ҡыҙына ла эштең арыуы төшә. Ҙур ғаиләгә көн һайын икмәк һалыу, усаҡ яғып ашарға бешереү, кәритә-кәритә кер йыуыу кеүек мәшәҡәттәр әллә күпме көстө-ваҡытты алһа ла, һис ҡасан зарланмай сабыр ҡатын, балаларҙы тиң күреп, һәр береһенә йөрәк йылыһын тигеҙ өләшергә тырыша. Ире бригадир булғас, бригада кешеләренә ашарға бешерергә лә һис ҡыйынһынмай уңған хужабикә.