Ауылдарҙы Яңы йылға биҙәү буйынса алдан конкурс та иғлан ителгәйне. Уны уҙғарыу буйынса комиссия иң уңышлыларын баһаланы. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. “Ауылдарҙы яңы йылға биҙәү” номинацияһында 18 ауыл араһында 1-се урынға Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдары лайыҡ булды, 2-селә – Үрге Этҡол, 3-сө урында – Урман-Бишҡаҙаҡ һәм Йәнырыҫ. Бәләкәй ауылдар араһында 1-се урынды Яңы Һәйет ауылы яуланы, 2-се урында – Бәләкәй Мәҡсүт.