Торатау
+9 °С
Болотло
VK
Ышаныс телефондары
OK
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2019, 04:00
Беҙҙең егеттәр нимә ҡарап ята?!
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Гөлдәр Ишҡыуатованың “Бай” программаһының сираттағы сығарылышы бағыр балығын үрсетеүселәргә арналды.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Гөлдәр Ишҡыуатованың “Бай” программаһының сираттағы сығарылышы бағыр балығын үрсетеүселәргә арналды.
Шаран һәм Учалы уңғандары бик шәп кәсепкә тотонғандар икән. Бына шуларҙың эшен ҡарап, уңыштарын күреп, үҙебеҙҙең егеттәр өсөн йән көйөп китте.
Беҙҙең районда ла Шиҙе һәм Берғамыт йылғаларында бағыр балығы була торғайны бит. Хоҙай Тәғәлә ошо балыҡлы йылғаны Һеҙгә бүләк иткән. Эшһеҙ ятҡансы ошо кәсепкә тотонорҙай ир-уҙамандар бөтмәгән бит Һайран, Арлар һәм Аҙнай ауылдарында?! Был кәсеп күп йылдар дауамында күп аҡса эшләргә мөмкинлек бирә. Минең уйымса, ошо ике йылғала бағыр балығы үрсетһәгеҙ, ауыл халҡы һеҙгә рәхмәтле генә булыр.
Был бер кешенең генә эше түгел – аталы-уллы, ағай-энеле эшләһәләр, алға китеш була. Башлар өсөн аҡса ла әллә ни күп китмәҫ. Шиҙе йылғаһы буйлап 2-3 урында эш башларға була – аралары 1 километрҙан кәм булмаҫҡа мөмкин.
Берғамыт һыуы ҡайҙа аға бөгөн? Һеҙ быны яҡшы беләһегеҙ... Бер ваҡыт Шиҙегә лә ҡул һонмаҫтармы икән?
Йә, егеттәр, кем сосораҡ, кемегеҙ тотонор балыҡ үрсетеү эшенә? Йоҡлап ятмағыҙ, һуңынан үкенерһегеҙ. Эш тәжрибәһе менән барып танышыу мотлаҡ. Урын һайлар өсөн һәм башҡаһына бер аҙ кәңәш бирә алам, килегеҙ.
Адресым “Торатау”ҙа.
Сәләм менән Кирам бабайығыҙ.
Фото: интернет.
Читайте нас: