Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2019, 04:00

Аҡ күлдәк (Хикәйә)

– Ләбибә, әйҙә күлдәгеңде Гөлбәрәгә биреп тор, бары ярты сәғәткә. Күрше ауыл ҡыҙҙары менән ярыш бөткәс тә, кире сисеп бирер.

Класс етәксеһе Гөлсимә Самат ҡыҙы Ләбибә менән бик мөләйем һөйләште. Оҙаҡ уйлағас, ризалашырға тура килде. Сөнки уҡытыусы – Ләбибәнең ярат­ҡан еңгәһе. Ҡай саҡ дәрестәрен әҙерләмәй килһә лә, мәктәпкә уның ата-әсәһен саҡыртып тормай, ҡыҙҙың ғәйебен йомоп ҡалдыра. Шулай ҙа уңайы сыҡҡанда, был изгелеге өсөн Ләбибә еңгәһенең күңелен күрә. Күрә тигәс тә, шул үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан хәлдәр ярҙам итә инде. Әйтәйек, бына бөгөнгө кеүек: нишләп бирмәҫкә? Ләбибә икенсе күлдәген дә һалып алып килтергәйне. Уныһы тағы матурыраҡ та, селтәрҙәре бөҙрәләнеп тора. Ҡыҙ йәһәт кенә өҫтөндәгеһен сисеп, еңгәһенә ырғытты:

– Мә, кире ҡайтармаһа ла була. Унан һуңғыны кире кейеп торорға бында… Миңә атайым тағы аласаҡ. Ә ул бахырҙың хәленән килмәҫе күренеп тора. Шуға, еңгә, алһын. Минән хәйер булыр…

Гөлсимә Самат ҡыҙы был һүҙҙәргә аптыраһа ла, бер ни өндәшмәй, күлдәкте тотоп, сығып китеү яғын ҡараны. Күңеле ҡарайып, кәйефе ҡырылғанын көскә йәшерҙе.

Ап-аҡ селтәр күлдәктә Гөлбәрә туй күлдәгендәге аҡҡошто хәтерләтте. Гүйә, яңғыҙ аҡҡош күлгә төшкән дә, үҙ яртыһын эҙләп, һомғол муйындарын кирә биреп, ләззәтләнеп йөҙә. Йөҙөнән нурлы йылмайыу китмәй. Ә күлдәге… уның өсөн генә тегелгәндәй, зифа буйына һыйпалып ятҡан. Ул сәхнәгә килеп сыҡҡас, ишетелмәҫ сихри моң бөркөлгәндәй булды. Тамашасылар, ошо сихрилыҡҡа иҫереп, уның һәр тән хәрәкәтен тойоп, тын да алырға онотоп, хайран ҡалғайны. Гөлбәрә, үҙ булмышына үҙе шатланғандай, сәхнәне буйлатып ураны ла, ғорур аҙымдарын әкренәйтеп, алғараҡ килеп, уң ҡулын йөрәк тәңгәленә ҡуйып, башын ипләп кенә алға эйҙе. Ошоно ғына көткәндәй, бөтә зал аяҡ өҫтө баҫып, дәррәү ҡул сапты. Шул саҡ, Ләбибә сәхнәгә күтәрелеп, Гөлбәрә янына килде лә, уның ҡолағына:

– Тормош сәхнә түгел, үтә маһайма, бахыр, – тип шыбырланы ла, ҡысҡырып көлөп, кире урынына барып ултырҙы. Гөлбәрә иһә, иғтибарын уға йүнәлтмәй, тағы берҙе йылмайып баш эйҙе лә, сәхнә артына сығып юғалды…

Йылдар үтте. Бына әле Гөлбәрә, юғары белемле тәфтишсе, өс улы, ире менән үҙ машиналарында елдереп, ауылға, ата-әсәһе янына ҡайтып бара. Бәхетле әсә, бынамын тигән ир ҡатыны, ҡараштарын алыҫҡа төбәп, үрҙәге ваҡиғаны тағы бер тапҡыр уйҙарынан үткәрҙе һәм атылып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө. Ауылға етәрәк, ун-ун биш саҡрым ҡалғас, бер ҡатындың ҡул күтәреп торғаны күренде. Малайҙарҙы тығыҙлап ултыртып, юлсы быларҙың ауылына ҡайтып барам, тигәс, ултыртып алдылар. Ҡатын ҡабалана ине.

– Киске һауынға һуңлайым инде! Сит ил машинаһы булғанға ғына ҡул күтәргәйнем. Былай йәйәүләп йүгерер инем. Эй, беҙ өйрәнгән халыҡ, сабата туҙа тип йәлләп тормайбыҙ, йәйәү саптыртабыҙ ғына. Шул инде, бәхет булмағас. Һеҙ берәйһенә ҡунаҡҡа килә ятаһығыҙмы, шулай фырт ҡына?

Гөлбәрә әйләнмәй генә:

– Эйе, ҡунаҡҡа, – тине.

– Шулайҙыр тим шул. Беҙҙең ауыл кешеһе булһағыҙ, төҫмөрләр ҙә инем. Эй-й-й, әҙәм булам тип, шулай йәшәп ятҡан саҡ… – ҡатын уйға бирелгәндәй, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Шунан бер аҙ тыныс ултырғандан һуң:

– Ҡартайған көнөмдә, бәхетле булайым тип, кейәүгә сығырға йөрөйөм әле… Күрше райондан бер ҡарт­ҡа тимләнеләр. Бай ғына үҙе былай. Әбейе үлеп киткән дә, яңғыҙыма күңел­һеҙ тип, Гөлсимә еңгәм аша хәбәр ебәргән. Шунан, мәйтәм, бер ҙә кейәүҙә булмағас, исмаһам, туй күлдәге алыр өсөн аҡса һуғайым тип, ҡалаға көн дә һөт һатырға йөрөйөм бына… Улары ла ныҡ ҡыйбат икән. Эй, матурҙар үҙҙәре, хәтәр инде. Бер көн мәгәзиндә балитәкле берәүһен күреп иҫем киткәйне… Эй, ҡарт булһа ни… Теге, ҡарт ҡуйынында ла ҡалас бар, тиҙәр ҙә бит...

Гөлбәрә өндәшмәй генә тыңлап килде. Шунан, ҡара күҙлеген систе лә, артҡа ҡараны. Унда, ауыр тоҡсайын күтәреп, Ләбибә ултыра ине. Йәше утыҙ биштә булһа ла, йөҙөн, күҙ тирәләрен һыр ҡаплаған. Башына ҡайырып яулыҡ бәйләгән. Гөлбәрәгә ҡыйын булып китте. Ҡайтып еткәнсе үҙен танытманы.

Юл мәшәҡәттәренән арынғас, Гөлбәрә әсәһе менән аулаҡта ҡалғас, күптән борсоған һорауҙы бирҙе.

– Эй-й-й, бәхет кемдең ниндәй ғаиләнән, фәҡирме, хәллеме тип һорап килмәй шул. Ул сабырҙарҙы, тыйнаҡтарҙы үҙ итеүсән, – тине әсәһе, бер аҙ уйланып. – Ата-әсәһе ҡапыл ғына вафат булғас, Ләбибә таяуһыҙ ҡалды ла ҡуйҙы шул. Ярай, еңгәһе, ағаһы бар. Уҡыта алманылар, ныу шул фермала һауынсы. Ярай, хәҙерге заманда, исмаһам, эшең булыуы ла яҡшы, – тине.

Быға тиклем ҡайтып-китеп йөрөгәнендә, осрамаған­ғалыр ҙа, Гөлбәрә Ләбибә хаҡында ҡыҙыҡһын­ғаны юҡ ине. Был юлы үҙе осрағас, йәнгә тейә һалып та ҡуйҙы, хәтирәләрҙе лә яңыртты…

Сығарылыш кисәһендә, ғәҙәттә, һәр уҡыусыға иғтибар биреп, уларҙың уңыштары хаҡында һүҙ йөрөтәләр. Гөлбәрәгә сират еткәс, уның хаҡында һөйләргә теләүселәр сиратҡа теҙелде. Мәктәп директоры, Сәғит ағай, бындай күренеште көтмәгән булған, ахыры, Гөлбәрәнең ҡулын ҡыҫты ла:

– Һинең өсөн кисә ойоштороп ятабыҙ бында, әйҙә, үҙ һүҙеңде әйт тә, таралышайыҡ, – тип уны трибунаға саҡырҙы.

Гөлбәрә ҡаушаны, әммә тиҙ генә үҙен ҡулға алды. Ғәҙәтенсә, йылмайып, һүҙ әйтәйем тип ауыҙын асҡайны, уның янына әлеге Ләбибә килеп менде:

– Беҙҙең класты ун ете уҡыусы тамамланы. Ә һеҙ, ҡайҙа булһа ла ошо һәпрәне алға ҡуяһығыҙ. Киләсәктә ул кем булыр, тиһегеҙ? Фермала урын тапһа ярар ҙа һуң, астан үлмәҫкә. Хәҙер байҙар заманаһы. Бына берәй ун йылдан күрерһегеҙ әле донъяла кемдең кемлеген. Гөлбәрәгеҙҙе шул саҡта берегеҙ танып, хәлдәрен һорашырмы икән? Ә бына мин, мәҫәлән, банкир буласаҡмын. Уның хыялын белергә теләп, һүҙ биргәйнегеҙме?!

Ошо урында класташ малайҙары күмәкләшеп Ләбибәне күтәреп алып китмәһәләр, Гөлбәрә битенә тағы әллә күпме бысраҡлыҡ яуыр ине. Кисә лә боҙолдо, кәйефтәр ҙә төштө… Әммә ун һигеҙ йыл үткәс, Гөлбәрә бындай осрашыуҙың буласағын күҙ алдына ла килтергәне юҡ ине... Их, Ләбибә…

Гөлбәрә йүгереп сығып, ситке өйҙә ултырған һандыҡты асты. Унда һаҡланған “хәйергә” тип бирелгән селтәрҙән тегелгән аҡ күлдәкте сығарып, тәңкләп шыптырға төрөп һалды ла, ҡыйыу аҙымдар менән Ләбибә йортона атланы.





Фото:pixabay.com







Читайте нас: