Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2019, 04:00

Иң ҙур баһа – халыҡтыҡы

Яңы Әптек дауаханаһында балаларҙы хеҙмәтләндереүсе Зөльямал Әһлиулла ҡыҙы Баҡыева ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләренең береһе. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 44 йыл булһа, шуның 39 йылы әлеге дауаханаға бағышланған.

Яңы Әптек дауаханаһында балаларҙы хеҙмәтләндереүсе Зөльямал Әһлиулла ҡыҙы Баҡыева ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләренең береһе.


Уның дөйөм хеҙмәт стажы 44 йыл булһа, шуның 39 йылы әлеге дауаханаға бағышланған.


- Элегерәк Яңы Әптектең үҙендә генә лә йылына 40-50 бала тыуа ине. Бөгөн беҙ Арлар, Биксән, Һайран, Әптек, Сәлих, Ҡарлар ауылдарын хеҙмәтләндерәбеҙ. Уларҙың бөтәһенә бергә йылына 30-40-лап ҡына бала тура килә. 2018 йылда ни бары 25 бала донъяға килде, - тип борсола юғары категориялы медицина хеҙмәткәре.


Дауаханала 6 фельдшер, 1 акушер, физкабинет, теш кабинеты, процедуралар бүлмәһе, лаборатория, прививка кабинеттары эшләй. Зөльямал үҙ эшен яратып башҡара, йәш әсәләргә кәңәштәрен бирә, өйҙән-өйгә йөрөп яңы тыуған сабыйҙарын ҡарай.

Коллективында бик күп йылдар профсоюз ойошмаһын етәкләне ул, намыҫлы хеҙмәте үҙ тармағының маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Иң мөһиме, халыҡ араһында юғары баһалы кеше ул Зөльямал!




Фото: Зөльямал Баҡыева архивынан.


Читайте нас: