Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2019, 04:00

Йәштәр кәрәк ауылға

“Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Юрий Семенов кеүек үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестәр бөгөн ауыл хужалығының терәге. Васильевка ауылы егете был хужалыҡта 2014 йылдан алып эшләй.

“Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Юрий Семенов кеүек үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестәр бөгөн ауыл хужалығының терәге.


Васильевка ауылы егете был хужалыҡта 2014 йылдан алып эшләй. Петровскийҙа һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен алған егеттең эшләй-эшләй тәжрибәһе лә арта. МТЗ-82 тракторында тейәү, бушатыу кеүек эштәрҙе ул хәҙер бер ауырлыҡһыҙ башҡара, үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелгән. Кәрәк икән һаламын, бесәнен, силосын, сенажын тиҙ генә тейәй һала, ҡулынан килмәгән эше юҡ.

Хеҙмәттән тәм таба белеү – үҙе ҙур бәхет. Ә иң ҙур бәхет – үҙ ереңә кәрәкле, файҙалы булып йәшәү.



Фото: автор.


Читайте нас: