Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2019, 04:00

Ауған ағастарҙың файҙаһын күр

Яңы тыуған йыл үҙгәрештәр, яңылыҡтар алып килә. Урмансылыҡ өлкәһендә лә халыҡҡа еткерәһе мәғлүмәттәр бар. Был турала “Урмансылыҡтарға идаралыҡ” Башҡортостан Республикаһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Маҡар урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Ғәли Мусин һөйләне

Яңы тыуған йыл үҙгәрештәр, яңылыҡтар алып килә. Урмансылыҡ өлкәһендә лә халыҡҡа еткерәһе мәғлүмәттәр бар. Был турала “Урмансылыҡтарға идаралыҡ” Башҡортостан Республикаһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Маҡар урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Ғәли Мусин һөйләне:

- Быйыл 1 ғинуарҙан “Рәсәй Федерацияһы Урман Кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, дауылдарҙа ауған, ҡар баҫып, ауырыуҙарҙан ҡороп йығылған ағас олондарын, ботаҡтарын халыҡ үҙ мәнфәғәтендә бушлай файҙалана ала. Бының өсөн урмансылыҡ лесничийына бер көн алда белгертеү мөһим, ҡайҙан алыу кәрәклеген ул ентекле аңлатып бирәсәк. Ләкин шуға иғтибар йүнәлткем килә – әгәр ағас ҡороһа ла, аумаған икән, уны киҫергә ярамай. Шулай уҡ кеше диләнкә алып, ағас эшкәрткәндән ҡалған ботаҡтарҙы, ҡалдыҡтарҙы йыйыу ҙа рөхсәт ителмәй. Янғынға ҡаршы осорҙа граждандарға урмандарға инеү тыйылған осраҡтарҙан башҡа, ауып ятҡан ағастарҙы йыл әйләнәһенә ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн айырым бер миҙгел генә билдәләнмәгән. “Урмансылыҡтарға идаралыҡ” учреждениеһының Маҡар урмансылығы буйынса бүлеккә 4-39-82 телефонына мөрәжәғәт итеп йығылған ағастарҙы ҡайһы тирәнән алырға мөмкинлеге тураһында тулы мәғлүмәтте белә алаһығыҙ. Был үҙгәрештәрҙең ыңғай яҡтарын билдәләп үткем килә. Быға тиклем йығылған ағастарҙы алыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы юлларға, тейешле сумма түләргә кәрәк булһа, хәҙер бер ниндәй ҡағыҙһыҙ урмансы рөхсәте менән бушлай башҡарырға мөмкин. Был үҙгәрештең урмандарыбыҙҙың таҙарыуына, серегән ағас ҡалдыҡтары барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймауға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.



Фото: автор.


Читайте нас: