Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ғинуар 2019, 04:00

Йылға йомғаҡ яһалды

Ҡала мәҙәниәт һарайында Ишембай районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының отчет-һайлау конференцияһы үтте.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Ишембай районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының отчет-һайлау конференцияһы үтте.


Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, билдәле яҡташыбыҙ, шағирә Фирҙәүес Бәширова, районыбыҙҙың почетлы гражданины Мәрйәм Солтанова ҡатнашты.


2010 йылда барлыҡҡа килгән был ойошмала ҡатын-ҡыҙҙар һаны йылдан-йыл ишәйә бара. Әлеге көндә улар рәтендә 2 меңдән ашыу әүҙем ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Араларында эшҡыуарҙар ҙа, етәкселәр ҙә, депутаттар ҙа, ғөмүмән, төрлө һөнәр эйәләре бар. Конференцияны асып, ҡатын-ҡыҙҙар советының йыл дауамында эшләгән эштәренә байҡау менән уның рәйесе Гүзәл Шаһиева сығыш яһаны. Әлбиттә, үткәрелгән сараларҙың барыһына ла туҡталыу мөмкин түгел. Ғаиләләргә, балаларға, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеүгә гүзәл заттар ҙур иғтибар бирә һәм быйыл да был йәһәттән күләмле саралар уҙғарылды. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысы менән ойошторолған “Йылылығың менән бүлеш” акцияһы барышында, атайҙар советы, район һәм ҡала советтары депутаттары, шәхси эшҡыуарҙар, күмәк көс һалып, янғындан зыян күргән, ҡатмарлы тормош хәленә тарығын ғаиләләргә мебель, көнкүреш техникаһы, һауыт-һабалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тос ярҙам күрһәтте. “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” хәйриә акцияһынан да ойошма ағзалары ситтә ҡалманы, ҡулдан килгәнсә уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйҙы. Ир-егеттәр араһында “Овация” конкурсы ла матур йола булып йәшәп килә. Уның маҡсаты - өлгөлө атайҙарҙы, үҙ һөнәренең оҫталары булған ышаныслы, талантлы ир-егеттәрҙе асыҡлау. Ауыл ҡатындарының мәртәбәһен күтәреү маҡсатында быйыл Ҡолғонала уҙғарылған байрам да бик матур башланғыс алды, уның да дауамлы булыуына ышаныс ҙур. Күмәк булғанда эштең ҡеүәте лә арта.

Гүзәл Ғайса ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы сафының тағы ла тулыланыуын белдереп, уның яңы ағзаларын атаны һәм киләһе йылға маҡсаттарҙы билдәләне.

Ойошма ауылдарҙа тармаҡланып эшләүе менән дә көслө. Скворчиха ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәлиә Бардовская, быны дәлилләп, үҙҙәрендә алып барылған сараларҙы барланы.


Ҡунаҡтар тарафынан да тос фекерҙәр яңғыраны. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Ишембай ҡатын-ҡыҙҙар советының республикала иң уңышлы эшләүселәр рәтендә булыуын билдәләп, уның рәйесен Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләне. Киләсәктә нимәгә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәклеген дә әйтте. Ғаилә эскелеккә юлыҡҡас, саң ҡағырға түгел, алдан ҡурсалау сараһын күрергә, ҡыҙҙарҙы тәрбиәләгәндә кейәүгә сығыуҙың ғаилә, ир алдында яуаплылыҡ икәнлеген төшөндөрөп үҫтерергә кәрәклеге тураһында һөйләне. Фирҙәүес Бәшированың ир-егеттәргә таяныс була белергә саҡырып өндәгән сығышы ла урынлы булды.

Әлбиттә, эргәлә көслө заттар булғанда ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бейеклектәргә күтәрелә, үҙ асылында гүзәл зат булып ҡала. Районда Атайҙар советының булдырылыуы, бергәләп саралар ойоштороу эштең һөҙөмтәлелеген арттыра. Атайҙар советы рәйесе Мансур Ҡунаҡов малайҙарҙы тәрбиәләү, уларға һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биреү маҡсатында алып барылған сараларҙы миҫал итеп килтерҙе.

Йәмәғәт эштәрендә айырыуса әүҙем эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға был көндө район хакимиәтенең маҡтау һәм рәхмәт ҡағыҙҙары ла тапшырылды.





Фото: автор.


Читайте нас: