Гөлфиә ап-асыҡ итеп үҙенә төбәп өндәшкән һүҙҙәрҙән тертләп уянып китте. Ҡыҙыл эңерҙә күҙенә эленгән йоҡоһо шулай һаташтырып ҡуйҙы. Хәйер, һаташырһың да! Инде күпме ваҡыт койкала хәрәкәтһеҙ ята ул. Ап-аҡ түшәм-стеналы палатаның дүрт мөйөшөнән башҡа, асыҡ күк йөҙөн, бер-ике генә ағас ботағы осон күрерлек шәрә тәҙрәнән башҡа бер ни ҙә юҡ. Төштәге тауыш ысын булып, бына-бына ире бүлмәгә килеп инер кеүек. Берсә ишек яҡтауына яурынын терәп, берсә яланғас тәҙрә тышынан бөҙрә сәстәрен елберләтеп, йылмайып ҡарап торор, тип көттө. Тик Сәлимде башҡа бер ҡасан да күрмәҫенә ышана алмай ҡатын. Ауыр юл фажиғәһенән һуң аҙна тирәһе иҫһеҙ ятҡас, тән яраларынан да көслө һыҙландырып, ни тиклем хаталаныуын аңланы, яҙа юлдан барыуы бер ғәйепһеҙ ирен үлемгә килтереүенә көндән-көн тәрәнерәк һыҡранды. Сәлимдең йәнһеҙ тәнен ҡәбергә һалғанды үҙ күҙҙәре менән күреп хушлашһа, бәлки, былай һаташып көтмәҫ тә ине. Иренең намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапап, хыянатҡа ашыҡҡанда, ошолайтып ятырмын, балаларым етем ҡалыр, тип һис тә уйламағайны бит. Ер емереп эшләп йөрөгән аталарын да, иркәләп туя алмаҫтай әсәләрен дә бер кистә юғалтҡан улдары һыуынып ҡына бөттө инде. Әле кескәйҙәр ярай, ә үҫә төшкәс: "Атай ҡайҙа?" – тиһәләр, нимә тип аңлатыр? Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, берәйһе мотлаҡ һүҙ еткерер... Гөлфиә ауыр гергә аҫып ҡуйылған аяҡтарын ҡасан да булһа ергә терәп атлап китер көндө көтөп, үҙен төрлө һорау менән кимереп, хатта төн менән көндө лә бутап ҡуя. Йәйге ҡыҙыу эш мәлендә, ошо тынсыу бүлмә эсендә үлем менән яғалашып, инде миңрәүләнеп, кеше көнлө булып ятыуына үҙе ғәйепле икәнен аңлай. Фажиғәлә Сәлим түгел, Гөлфиә үҙе үлһә, дөрөҫөрәк булыр ине, тип тә ҡуя. Ә еңел генә үлемгә хаҡлымы һуң ул? Ҡылған эшенең бар әсеһен йөрәгенән үткәреп, күрер көндәре алда булған икән әле. Оҙаҡ ятыуҙан ойоп һыҙлаған янбашы, арҡа буйҙары иҫ юйып, мамыҡ тултырылған тоҡсай шикелле тойола башланы. Ҡыйғас ҡаштарҙың береһе урталай емерелеп, яйһыҙ тоташтырылыуҙан һынған ҡанат һынындай, төпкә батҡан ҡара күҙҙәрҙе һаҡлап ҡатҡан. Йылмайыуҙан соҡорланып торған бит алмаһын да, эҙ ҡалдырып, ниҙер умырып үткән. Үҙ-үҙенән ҡурҡып, көҙгөгә ҡарауҙан ҡасһа ла, ҡулдары менән ҡапшап ҡына ла төҫмөрләй йөҙөн Гөлфиә. Исмаһам, билен тотоп ултырып, бынау тәҙрә аша булһа ла урамға ҡарау хаҡында хыяллана башланы. Тымыҡ көндә һалынып, елдә елберләп, ә төндәрен ҡала фонары яҡтыһында серле тойолған тирәк япрағын үҙенә иптәш кеүек күрҙе Гөлфиә. Онотҡанда бер килеп киткән туғандары менән дә аралары һалҡынайған кеүек. Шулай булмай ни: күпме хәсрәт, мәшәҡәт, ә иң ауыры, оят яҡты улар йөҙөнә. Бер-бер артлы ғына тапҡан улдары ла игеҙәктәй үҫеп килә ине, йөҙҙәрен төҫмөрләп, йылмайтып күҙ алдына баҫтырып ҡараһа ла, гел генә киреһе – илап ярһыған саҡтары иҫенә төшөп тик тора. Нишләй икән бәләкәстәре? Моғайын, йоҙаҡҡа бикле өй тирәһен көнөнә бер булһа ла ҡайтып урап, өмөтләнеп кенә өләсәләренә кире китәләрҙер...
Тәҙрә төптәрендәге гөлдәрен таратып алмаһалар, һыуһыҙ ҡороп ҡына шиңделәр инде. Апаһы бүләк иткән үрмәгөл ни хәлдә икән? Бер ботағы кейәү, икенсеһе һин– бер-берегеҙҙән айырылмай үрелешеп үҫегеҙ, тип кинәйәләп биргәйне бит әле өйҙәренә күскәндә. Бәхет гөлө тип тә йөрөтәләр уны халыҡта. Ике оя тауыҡ баҫырға ултырғайны, себештәре сығып, инде күрше-күләнгә таралып та бөткәндер инде. Һәр көн иртә-кис һауған Миләше, быҙауын ҡушып иреккә сығарып ебәргәнгә хушһынып, ҡырағайланып та бөткәндер. Күрше-күлән, туған-тыумаса, дуҫ-дошманы тел осонан төшөрмәй, үҙен көн һайын төрләндереп һөйләп, ялҡып та бөттөләрме икән?
Ваҡыт төнгә тәгәрәһә лә, Гөлфиәнең күҙҙәренә тамсы ла йоҡо эленмәне.
...Етенсе кластан алып бер-береһе өсөн йән атҡан Гөлфиә менән Сәлимдең гөрләтеп йәшәп китеүенә ауылдаштары һоҡланып туя алманы. Күҙ ҙә ҡаш һылыу Гөлфиәгә пар Сәлим гүйә силәгенә күрә ҡапҡас ҡына шул. Эшләһә, һәр икеһенең эше, хөкүмәт биргән өр-яңы өйҙәре бар. Бәхетле парға бәхет өҫтәп, бер-бер артлы ике улдары тыуып ҡыуандырҙы. Атай булған Сәлим тағы ла ҡанатланып, башкөллө эшкә сумды. Төнләтеп ҡайтып, Гөлфиәне уятмай ғына ашап, иртән тағы ла йыйынып урман юлында булырға ғәҙәтләнде. Ҡәҙерлеһенең бар теләгәнен алдына һалырға теләп, эш хаҡынан ҡиммәтле тун, затлы йөҙөккә лә өлөш сығарҙы, заманса мебель менән өйҙө шыплап тултырып, тағылмалы матайҙы ишек алдына ултыртҡас та, тағы ла олораҡ хыялдар менән янып, эшкә атлыҡты ғаилә башлығы.
Көндәр буйы балалары менән генә булған Гөлфиә, өй тирәһендәге эш-көштө бөтөрөп, телевизорға төбәлеүгә ғәҙәтләнде. Сериал артынан сериал, мөхәббәтле йәрҙәрҙең осрашыу күренештәре, моңло сихри көй... Гөлфиә күңеленә ингән уйҙарҙан ғына ла ләззәтләнеп, үҙен һыуға сарсаған гөлдәй тойҙо. Ҡаш һикертеп, күҙ ҡыҫып, күптән магазин тирәһенә сыҡҡанын һағалап ҡына торған Рәүилгә, тыйыла алмай, яуап йылмайыуы бүләк итте. Шуны ғына көткән ир йораты тиҙҙән үҙ теләген тормошҡа ашырҙы. Тыйылған емеш татлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән, был икәү йәшертен осрашыуҙарҙы һағынып тилмерҙе. Эштән һуңлап ҡайтҡан Сәлимдең ғәҙәтенән кинәнгән икәү шашып, хатта көндөҙ ҙә аулаҡҡа ашҡынды.
Матайға атланып, күл буйына сапҡан икәүҙе был юлы Сәлим үҙ күҙҙәре менән оҙатып ҡалды. Кеше хәбәрен ишетһә лә, ышанмаған ир эш кейемен тупһаға быраҡтырҙы ла, матайына үрелде. Әле буяу еҫе лә китмәгән "Планета", хужаһының ҡаты баҫыуына ҡабаланып, ер емерерҙәй үкереп алға атлыҡты. Күл ситендә ҡосаҡлашып, ниндәйҙер әкәмәт табып ихахайлап, бер-береһенә ҡарап көлөшөүҙәрен күреп, һарыуы ҡайнаны. Йәнен бирергә әҙер Гөлфиәһенә ҡул күтәреү түгел, ауыр һүҙ ҙә әйтергә ҡыймаған Сәлим, тамаҡ ҡырып ҡына ҡосаҡты айырҙы.
"Нишләүең был, Гөлфиә?! Әйҙә, ҡайттыҡ!" Ҡаш аҫтынан бөркөлгән уҫал ҡараш Рәүилгә ҡасан да булһа осрашып аңлашыуҙы ишараланы.
Бар зәһәрен юлға төшөргәндәй, елдән дә етеҙ барырға теләгән Сәлимде һәм уның артына сытырайып күҙен йомоп йәбешкән Гөлфиәне артмаҡлаған матай, үҙ юлын ҡаршы һыҙатҡа бороп, ҡаршы килгән машина менән йөҙмә-йөҙ төкөштө. Бер нисә секунд... Машина эсенә башы менән йәнселгән Сәлим һәм кабина аша ҡаҡ асфальтҡа осҡан Гөлфиә...
Күҙен асҡанда янындағы аҡ халатлыларҙы күреп, хәлдең айышына төшөнә алмай аҙапланды Гөлфиә. Укол артынан укол, система ҡаҙауҙары, һыҙлауҙарҙы баҫыр төймәләр... Илаулап шешенеп аяғы осонда ултырған әсәһен йыуатыр һүҙ ҙә, ҡосағына алыр әмәл дә тапмай түшәктә тик ятты. Күҙҙәренән тамсы йәш тә сыҡмай, ә түшендә көс еткеһеҙ таш ятҡандай тойҙо ул үҙен. Һыуһауҙан кипкән ауыҙын сылатыр өсөн дә, аҫтына ярау һауыты ҡуйыр өсөн дә ярҙам кәрәк. Бер йотом һыуға зар булып тилмер инде! Кемдер һындырманы, үҙен-үҙе яҙыҡ юлға ташлап, иренең ғүмерен ҡыйҙы. Үҙ уйҙары менән үҙен яфалап ятҡанында, палатаға ауылдашы Әминә инергә рөхсәт һораны. Әхирәт тә түгелдәр, хатта аралашҡандары ла булманы шикелле, нишләп килде икән? Шулай ҙа ризалыҡ белдереп, баш ҡаҡты. Бала саҡтан ҡул суҡтары зәғиф Әминә йөҙгә лә һылыу түгел. Йылмайып ҡараған тиҫтеренән ялтанып, стена яғына боролоп ҡуйҙы. Зәғифләнеп ятыуына ҡыуанып, мин генә түгел, һин дә хәҙер минең ише, тип әйтә кеүек күренде. Тик Әминә ундай уйҙа түгел.
– Гөлфиә, беләм, хәлең ауыр, тик һин бирешмә, йәме? Мин дә элек оҙаҡ ҡына больницала ята торғайным, ваҡыт үткәреүе бында ҡыйын, һинең осраҡта һыҙланып, етмәһә, тора ла алмауың бигерәк ауырҙыр. Мин ваҡытты китап уҡып үткәрә инем, ҡулдар эшкинмәгәс, яҙа ла, бәйләй ҙә алманым, үҙең беләһең... Бына, матур ғына китап алып килдем, бәлки уҡырһың? Балнис тамағы ла ялҡытып китә, үҙем бешергән бәлеш әпкилдем, сәй эсерһең, Гөлфиә...
Ҡатындың күҙ алдына мәктәп йылдарынан бер күренеш килеп баҫты. Хеҙмәт дәресендә ҡамыр төрҙәрен өйрәнеп, кухняла ҡамыр әүәләйҙәр.Әминәнең дәрестә юҡлығынан файҙаланып, Гөлфиә, зәғиф ҡулдар нисек икмәк баҫҡанын ҡыланып күрһәтә-күрһәтә класташ ҡыҙҙарҙың һынын ҡатырғансы көлдөргәйне. Ә ул был мәлдә дауаханала ята ине.
– Гөлфиә, борсолма, малайҙарың ауырымай, өләсәләрендә алмаш-тилмәш ҡуна ҡалып уйнайҙар, ти. Малыңды Фәхри күршең, үҙем ҡарайым, тип әйткән. Гөлдәреңде киленең үҙенә алған, ҡайһыларын таратҡылаған, бигерәк күп бит!...
Әминә бар уйҙарын уҡығандай, тыныс ҡына хәбәрен һөйләп, хәленә еңеллек үргәндәй итте. Йомшаҡ ҡына баҫып ишеккә йүнәлгәс, оҙағыраҡ янында ҡалдырғыһы килде. Ҡырҡыу еҫле дауахана палатаһы эсендә Әминә күстәнәсенең еҫе танауын ҡытыҡланы...
Йәйҙә ҡазаланған Гөлфиә сабыр ғына көҙҙө лә еткерҙе. Яралары йөй ҡалдырып уңалды, тик күңел ғазаптары көндән-көн арта барҙы. Бер аҙ ултыра ла башланы. Әминә ҡалдырған китапты ҡат-ҡат уҡып сыҡты. "Ғүмер бер генә"– китаптың исеменән үк яратып, Әминәгә рәхмәттәр яуҙырҙы. Көнө менән көнө оҡшаш, айына айы иш булғанға, Гөлфиә көҙ етеүен япраҡ иптәшенең һарғайыуынан ғына һиҙемләне. Быҫҡаҡ ямғырҙар яуғанда күҙҙәренән ҡайнар йәш түкте.
Быуындары йомшарып, ер ҡатыһын онотҡан аяҡтарын иҙәнгә терәп, көн дә гимнастика яһап арыны, инвалид терәүҙәрендә тәүге һуҡмаҡтарға әҙерләнде. Гөлфиәне тағы ла ҡыуандырып, туғандары осрашыуға улдарын алып килде. Тағы ла берәү килеп хәлен белер, тигән өмөтө аҡланманы: Рәүилдең Гөлфиәлә эше лә, уйы ла булманы.
Һалҡын ноябрь аҙаҡтарында дауахана тупһаһын коляскала булһа ла аша атларға насип көн етте. Һалҡын ел ағастарҙы байтаҡ яланғасландырған. Тик иң бейектәге япраҡтар ғына бирешмәй, ана өҙөләм, бына өҙөләм, тигәндәй елберләй. Биш ай буйына аунаған палата ишеген ҡаты ябып, Гөлфиә ишеккә йүнәлде. Ҡырҡыу һалҡын һауа, йәйҙән бирле саф һауа күрмәгән ҡатындың танау, тамаҡ юлдарын ҡурыштырҙы. Һаран ямғырҙарҙан һуң шаҡырайтып туңдырған һыуыҡ ҡарһыҙ ер өҫтөн ҡул яҫылығы һыймалы ярыҡтар яһап һырлаған.
"Ер тишеге... Ғәрлегемдән ер тишегенә инерҙәй булдым тигән һүҙ бар. Ошо ер еге хаҡындамы икән? Мине йотор ер сикәнеп сигендеме әллә?"– Гөлфиә һаман үҙ ғәйебенә яза эҙләне. Көҙҙөң ҡаты һыуығына бирешмәй, ағастың иң түрендә бер бисараға иптәш булған япраҡ остоғо, буш палатаға текләүҙән фәтүә тапмай, тилмереп ҡараған Гөлфиәгә зар булып аҫҡа осто. Аяҡтарын урап ултырған одеял өҫтөнә килеп төшкән ҙур ғына ҡоро япраҡты ул таныманы: һалҡын ғына алып асфальтҡа һелтәне.
Ә Гөлфиәнең бәхет гөлө сит ҡулдарҙа ирәйеп китә алманы. Мөхите уңайлы булһа ла, нишләптер пары кибеп ҡороғас, яңғыҙ һабағы үрмәләр үр табалмай, япраҡһыҙ ғына ғүмер һуҙҙы. Шөҡәтһеҙ генә урын биләп ултырған гөлгә бер көн килеп хужабикә үҙ хөкөмөн сығарҙы – ҡайсы менән төптән шартлатып ҡырҡып та ҡуйҙы.