Һайран ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешеләребеҙ Йәзилә Хафиз ҡыҙы менән Ғаяз Ғайса улы Яҡуповтар алтын туйын билдәләне.
Ярты быуат бергә ғүмер иткән ир менән ҡатын бер-береһенә һәм тирә-яҡтағыларға ысын ғаиләнең нигеҙе бер-береңде һөйөүҙә, хөрмәт итеүҙә, ышаныуҙа һәм тоғролоҡта икәнлеген иҫбатланы.
Яҡуповтар һөйләүенсә, илле йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Уларҙың хәтерендә бөгөнгө көн бәхетле, яҡшы мәлдәр генә һаҡлана.
1969 йылда атайым, армия сафынан ҡайтҡас, Һайран ауылы һылыуы Йәзилә менән яҙмышын бәйләй. Биш ҡыҙ, туғыҙ ейәнейәнсәр, бер бүләләре - ирлеҡатынлы Яҡуповтар ярты быуат дауамында ирешкән хазиналарын ошолай баһалай. Балаларының барыһы ла тормошта дөрөҫ юл һайлаған. Уҡығандар, ғаилә ҡорғандар, йорт һалғандар.
Атайым менән әсәйем беҙҙе күңел яҡтылығын, йән йылыһын йомарт өләшеп үҫтерҙе. Бер төптән донъя көтөп, намыҫлы эшләп, һәр ҡайһыбыҙға белем алырға мөмкинлек тыуҙырҙы, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға булышлыҡ итте. Уларҙың тырышлығын, эскерһеҙ һөйөүен яҙып ҡына аңлатырлыҡ түгел. Беҙ тыуған йортобоҙҙа бер ниндәй ел-ямғыр тоймайынса, уларҙың йылы ҡосағында бәхетле итеп үҫтек.
Атайым Ғаяз Ғайса улы 45 йыл ғүмерен Һайран урта мәктәбе уҡыусыларына физкультуранан дәрес бирҙе, мәғариф алдынғыһы. Ул эшләгән ваҡытта мәктәп уҡыусыларының волейбол һәм милли көрәш буйынса командалары ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа көслөләрҙән һанала. Әсәйебеҙ күп йылдар тормош-көнкүреш хеҙмәтләндереү йортонда, аҙаҡ страховкалау агенты булып эшләне. Ул бер яҡтан иҫ киткес тиктормаҫ, икенсе яҡтан - тура һүҙле. Беҙгә йомшаҡ ҡына йөндән нимә генә бәйләп кейҙермәне ул: селтәрле мамыҡ шәлдәре, теккән күлдәктәре, бәйләгән башалтайҙары. Ана шулай минең әсәй хистәре тулышһа, йәиһә һағышланған мәлдәрҙә күңелендәгеһен теккән күлдәктәргә, мамыҡ шәлдәргә төшөрөр ине. Беҙ бер ваҡытта ла ауырыманыҡ, уйынға бирелеп, өйгә йоҡмаған саҡтар күп булды. Атайымдың: “Минең биш ҡыҙым ун малайға торғоһоҙ”, - тип әйткәне әле һаман иҫемдә.
Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым йәш ғүмерҙең үткәнен тиһәләр ҙә, киләсәктә бергәләшеп ҡаршылай торған таңдарығыҙ бихисап булһын, беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ! Балаларығыҙҙың һәм ейәнейәнсәрҙәрегеҙҙең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарығыҙға йәшәү сығанағы булып, күңелегеҙҙең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшәгеҙ! Ырыҫлы тормошта, оҙон, бәхетле, һаулыҡлы ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә.