Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2018, 04:00

Яңы йылдан яңыса (юмореска)

Етте былай йәшәү! Яңы йылдан яңыса, кешесә йәшәй башлаясаҡмын! – иҫке йыл тамамланыуға табан барып, яңы йыл яҡынлаша башлау менән Шәйми был һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Ләкин иҫкеһе үтә, яңыһы ла башлана, ә Шәймиҙең һаман танауы ҡыҙыл, атлауҙары ҡыйыш-мыйыш. Йыл һайын вәғәҙәләр бирелә, йыл һайын шул уҡ хәл. Ә сәбәбе йылдың исемендә икән.

Һарыҡ йылында эсеүҙе ташлап, йыл буйы һарыҡ кеүек йәшәйһе юҡ инде... Аждаһа йылы тап эскән кешеләр өсөн килгән йыл ул. Бер яртыны кәгеп алһам, үҙем дә аждаһанан кәм түгелмен... Былай ҙа ҡыйыулыҡ яғы самалы – ҡуян йылында эсмәһәм, унан да ҡурҡағыраҡҡа әйләнермен ул... Нимә мине маймыл йылында араҡы ташларға мине маймыл тип белдегеҙме?! Йылҡы йылында эсмәҫкә башыма тай типмәгән...

Бына, ниһайәт, сусҡа йылы яҡынлашты. Инде Шәйми ысынлап тороп,икмәк тотоп уҡ ант итергә кереште:

- Үҙем дә сусҡа йылында тыуғанмын. Был йылда әбизәтелне ауыҙға тамсы ла араҡы алмай, яңы тыуған балалай яңыса, әҙәмсә йәшәй башлаясаҡмын! Вәғәҙәмде боҙһам, исемем Шәйми булмаһын.

Сусҡа йылын ҡаршылап, бер аҙна үткәс, хәл белергә керҙем. Бисәһе аҙбар яғына ғына ымланы. Күрәһең, мал ҡарайҙыр, тип шунда барып индем. Шәйми шешә ҡосаҡлаған килеш сусҡалар араһында хырлап йоҡлап ята ине. Яңы урында яңыса йәшәй башлағандыр ҙа, тик бер ҙә кешесәгә оҡшамаған шул... Исемен дә үҙгәртер микән?

Фото: pixabay.com

Читайте нас: