Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2018, 04:00

Класташтар тормошта ла һынатмай

Этҡол ауылы уңғандары Хәбирә менән Рәфис РӘХМӘТУЛЛИНДАРҙың донъялары гөрләп алға бара.

Этҡол ауылы уңғандары Хәбирә менән Рәфис РӘХМӘТУЛЛИНДАРҙың донъялары гөрләп алға бара.


Кисәге класташтарҙың бер уйлы, бер һүҙле булып йәшәүҙәренә лә хәҙер 27 йыл булып киткән. Мәктәптә уҡығанда уҡ дуҫ булып йөрөй улар, ә бына ике йөрәктә мөхәббәт хистәре егет армиянан ҡайтҡас ҡабына.


Рәфис Минеәхмәт улы - ғаиләлә иң кесе бала. Әсәһенең: “Нигеҙҙе һыуытмағыҙ, ауылда ҡалығыҙ”, - тигән теләгенә йәш ғаилә ҡаршы килмәй. Килен дә ҡәйнәһенең һүҙен йыҡмай. Бик татыу итеп 10 йыл бер йортта ғүмер итәләр. Үкенескә, әлеге көндә ҡәйнәһе мәрхүм булып ҡалған.

Ауыл ерендә төпләнеү, ундағы эш ҡурҡытмай Рәхмәтуллиндарҙы. Ләйсән, Динә, Әлиә исемле өс ҡыҙҙары ғаиләнең биҙәге булып үҫеп етә. Әлеге көндә икәүһе ғаилә ҡорған, үҙҙәре бала тәрбиәләйҙәр. Иң кеселәре Әлиә Башҡорт дәүләт аграр университетында 1-се курста уҡып йөрөй. Ул - буласаҡ инженер-технолог.


Рәфис Себер тарафтарына йөрөп хеҙмәт итә, Хәбирә йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Мал-тыуар ҙа аҙ түгел. Эре һыйыр малдары ғына ла алтау, һауын һыйырҙары ла, һуғымға тип аҫрағандары ла бар. Хужабикә һөтөн айыртып, ҡаймаҡ, май эшләп, таныш-тоноштарына һатып файҙаһын күрә. Бер тәмләгәндәр өйҙән килеп алып тора. Ҡош-ҡорттары ла етерлек. Быйыл 20-гә яҡын өйрәк үҫтереп һуйғандар, “Балалар менән бергә ризыҡҡа яҙһын”, - тип һөйөнә хужалар.


Күп мал тотоу өсөн бесәнде лә мул әҙерләргә кәрәк. Был йәһәттән үҙҙәренең тракторҙары булыуы ла уңайлы. Берҙәмлек менән эш тә алға бара. Туғандар, ауылдаштар бер-береһенә ярҙам итеп, йәй дауамында етерлек кимәлдә бесәнен дә хәстәрләйҙәр.


- Ауыл ерендә ауыр эштәрҙе бер үҙеңә еңеп сығыу мөмкин түгел.Ҡышын ҡаҙ өмәләре бара, һуғым осоро. Бындай мәшәҡәттәрҙә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, - ти Хәбирә Ишҡәле ҡыҙы.


Ауылдағы тормош ошоноң менән дә йәмле түгелме һуң?



Фото: автор.


Читайте нас: