Тап ошо исем аҫтында республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм “Башҡортостан” теле-радио компанияһы ойошторған мультимедиа проекты еңеүселәре араһында улар ҙа тәбрикләнде.
Йыл башында иғлан ителгән конкурс һөҙөмтәләрен барлауҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, муниципаль берәмектәрҙә ауыл хужалығы тармағын яҡтыртыусы журналистар ҡатнашты. Тантанаға Рәсәйҙең билдәле актеры, барыбыҙ ҙа “Улицы разбитых фонарей” фильмындағы Дукалис тип белгән Сергей Селиндың килеүе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителде.