Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2018, 04:00

Тәгәрмәсле лабораториябыҙ бар!

Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһының ветеринария станцияһына ошо көндәрҙә “Газель” автомобиле базаһында мобиль лаборатория ҡайтарылды.

Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһының ветеринария станцияһына ошо көндәрҙә “Газель” автомобиле

базаһында мобиль лаборатория ҡайтарылды.

Машинаның эсенә лаборатория йыһазландырылыуы йәрминкә ойошторолған урындарға, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе, эшкәртеүсе, һатыусы хужалыҡтарға, мал салыу пункттарына сығып ветеринар-санитар экспертиза үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Урында ғына ит, һөт, балдың сифатын тикшереү, ветеринар-санитар экспертиза һығымтаһын яһау, әлбиттә, эшкә уңайлылыҡ өҫтәй.

“Бындай мобиль лаборатория иң элек халыҡты сифатһыҙ аҙыҡтан һаҡлауға йүнәлтелгән”, - тине Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы буйынса ветеринария станцияһы начальнигы Ғайзулла Дәүләтов.



Фото: автор.


Читайте нас: