Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2018, 04:00

Күңел төбө серле урман... (хикәйә)

Мин Розаның илап ултырған мәленә тап килдем.

- Нимә булды, ниңә йәнә, япа-яңғыҙ мендәр ҡосаҡлап, балауыҙ һығып ултыраһың? – тим, илауҙан һытылған йөҙөнә артыҡ иғтибар итмәгән кеше булып. Шулай йыш ҡына моңһоуланып ала ул. Яңғыҙлыҡтан да арығандыр... Ҡыҙының атаһы менән дә бутҡаһы бешмәне. Бер тын кейәүгә сығаһы килеп йөрөгән мәлдәре лә булды булыуын, тик юлына күңеленә ятҡан кеше осраманы. Дианаһы кейәү йортона күскәс, донъяһы бөтөнләй буп-буш булып ҡалды. Ул өйөндә йәм, ашаған аҙығынан тәм тойманы. Яңғыҙ башын ҡайҙа ла ҡуя алмай, түрле-башлы йөрөнө лә йөрөнө. Эшендә коллегалары менән аралашыу ҙа тормошона йәм өҫтәмәне. Әсәһе әхирәткә киткәс, бөтөнләй ятты ла ҡуйҙы. Көнө буйы телевизор ҡаршыһында үҙ уйҙарына сумып, бер нәмә эшләмәй ваҡытын үткәрҙе. Тик ҡайғыһы ни ҡәҙәр көслө булһа ла кешегә белдертмәне. Иртән өйҙән сыҡҡанда бәхет битлеген кейҙе лә, ҡайтып ингәс, өҫ кейеме менән бергә, йәнә сисеп ташланы. Душ аҫтында ҡойонғас, өҫтөнә халатын, аяғына әсәһе бәйләгән йылы, йомшаҡ йөн нәскийен кейеп ала ла, ҙур карауатына менеп ята. Әлеге мәлдә тормошонда ошонан да ләззәтлерәк мәл юҡтыр. Әхирәте ейәсәре менән мәж килә, ә уның кейәүе менән ҡыҙы бала алып ҡайтыу тураһында уйламайҙар ҙа.

- Башҡа эшем юҡ, бына шуға, былай ғына илап алырға булдым,- тине ул бер аҙ паузанан һуң, ирен сите менән генә йылмайып.

- Һы, ҡыҙыҡ икән. Ысынлап та эшең юҡтыр. Эшең булһа балауыҙ һығып ултырырға ваҡытың ҡалмаҫ ине... Ана, иҙәнеңде йыуып сығар! Тынысландыра ул!

- Хәҙер, йүгерҙем... Күңелемде иҙән йыуып алдаған саҡтар үтте инде. Ул да аҡыллыланды. Уға етдирәк сәбәп кәрәк, аңлайһыңмы, ғүмере буйы алданып, хәҙер бер нимәгә лә ышанмай ул ...

- Бәй, ысынлап, нимә булды һиңә бөгөн? Ихласлап илап ултыраһың түгелме шул?..

- Беләһеңме, әхирәт, рәхәтләнеп илап ултырам. Әүәл, бына ошолай, үҙ-үҙемде йәлләп, әрләп, илап, тормошомда, асыу тотҡан кешеләремде һүгеп алһам, күңел тыныслығым теүәл бер айға етә ине. Ә хәҙер, ҡартаям шикелле, йышыраҡ ҡабатларға кәрәк был процедураны.

- Һиңә дауаланырға кәрәк, ҡыҙыҡай!

- Дауаланырға мин психический ауырыу түгел дә,- Роза ҡысҡырып көлдө.

Ә һин беләһеңме, әхирәт, был донъяла үҙеңә яҙылған яртың менән табышып ҡауышһаң ғына бәхетле булып була. Был тормош ҡануны. Бер уйҙа, бер теләктә, бер ҡарашта, тормош йөгөн, тоҙло тиргә батып, бергә һөйрәгәндә генә йәшәү күңелле. Үҙеңде арҡалы, яҡлаулы итеп тояһың... Бына шул ул, әхирәт, бәхет, суҡынып ҡына китһен, бәхет-тигән зараза. Ситкә ҡарамаған ирҙәр юҡтыр ул, бисәләр ҙә...

-Күҙе булғас ҡарар инде. Һин ҡыҙыҡ, Роза, Йәмилде көнләшеп, үҙеңдән биҙҙергәнһеңдер әле…

-Юҡ, юҡ, әхирәт, бында ҡатмарлыраҡ, күпкә ҡатмарлы ситуация килеп сыҡты. Яңғыҙ сыйырсыҡ яҙ килтермәй, тигән кеүек, кеше яңғыҙ бәхетле була алмай. Эээх, кире тыуып, тормошомда яһаған хаталарымды төҙәтеү мөмкинселеге булһын ине ул...

- Ниндәй хата тураһында һөйләйһең?.. Бик матур йәшәнең, ҡыҙыңа яҡшы тәрбиә биреп, үҫтереп, башлы күҙле иттең... Үкенер урының юҡ. Ирҙән уңманым тиһеңме?.. Ундай ир менән йәшәгәнсе, яңғыҙың лутсы булғандыр тип уйлайым. Һин үҙең дә бик көслө, шәп кеше. Ҡайһы бер ирҙең танауына үҙең еңел генә сиртә алаһың. Һиңә үҙеңдән дә көслө кеше кәрәк.

- Белмәйем, әйтеүе ҡыйын... Һәр ваҡыт көслө булып та арта тормошта... Шулай ҙа, әхирәт, кешеләр һымаҡ, әҙәмсә, матур итеп йәшәйһе килгән ине. Бына, мәҫәлән, атайым-әсәйем, һеҙҙең кеүек!.. Ирем Йәмил бик сәйер кеше булып сыҡты. Нәмәмде ҡарап, күктән йондоҙҙар һанап йөрөгәнмендер, белмәйем... Бөтәһе лә яҡшы, хатта үтә лә яҡшы ине шул... Бәхеттән башҡа, башҡа бер нәмә тураһында ла уйламаным... Өйләнешкәс тә беҙгә һоҡланмаған кеше юҡ ине, тик был бәхет оҙаҡҡа етмәне. Йәшәй-йәшәй бер-беребеҙҙең һыңары булмағанлығыбыҙҙы аңланыҡ.

- Һыңарҙы шул ваҡыт үткәс яйлап үҙеңдеке итеп алаһың инде. Оҙаҡ түгел тиһәң дә ун биш йыл йәшәп ташланығыҙ әле.

- Бына бит ғүмер тигәнең! Һуңғы ваҡыт кешеләр менән дә йүнләп аралашманыҡ. Анау, Вәхит дуҫы менән өсәүләп йоҡлайыҡ тип мейемде ашаны бит... Башҡа өсәү түгел, уның үҙе менән дә бер яҫтыҡҡа ятманым. Һуңынан айырылышып ҡуйҙыҡ.

- Был турала бер ҙә һөйләгәнең булманы... Йәмилдең эскәнен дә, ғауғалашҡанын да хәтерләмәйем шул... Не сошлись с характерами тип аңланым...

- Эй, ҡыҙыҡай, минең һөйләмәгән нимәләрем күп ул. Мәлендә ундай хәлдәр тураһында һөйләргә бик оялдым, ә аҙаҡ эсемә йомолоп алдым да, үҙ-үҙемә оноторға ҡарар иттем. Әҙәм көлкөһө бит! Ир менән торам тип әйтеүе генә рәхәт, ә бимазаһыыы ...

- Һин әллә минеке менән тороуы рәхәт булған тиһеңме?.. Һәр кешенең үҙенең бер бзиғы. Беҙҙең дә төрлө ваҡыт булды...

- Яманлама иреңде, һинең ирең алтын ! – Роза бокалдарҙы йәнә тултырҙы.

- Ярар етте, һинең дә нормаң тулған, - тип өҫтәлде йыйыштыра башлағайным:

- Тимә, торһон! Бында мин хужа... – тине лә Роза, тынып ҡалды, шунан:

– Беләһеңме, миңә аҡыллы кешенең кәңәше кәрәк. Һин миңә кәңәш бирә алаһыңмы?.. Әтеү үҙемдең генә баш етмәй. Уйлайым, уйлайым да, уйҙарымдың осона сыға алмайым. Ни эшләргә, нимәнән башларға ла белмәйем. Бәлки һөйләмәҫкәлер, әйҙә нисек булған шулай ҡалһын. Нисә тиҫтә йыл сер итеп һаҡлап йөрөттөм, инде лә йөрөр инем, тик, аңлайһыңмы, башҡа түҙемем бөттө, эстән алма ҡорто кеүек ашай ҙа, ашай, сығарыуҙарын талап итә...

- Һөйлә һуң, ниңә язаланаһың!

- Был серҙе мин бер һиңә генә һөйләй алам. Һин минең берҙән-бер яҡын әхирәтем. Тик башҡа бер кемгә лә һөйләмәйем тип ант ит!

- Ышанмаһаң һөйләмә, аҙаҡ үҙеңә ҡыйын булыр.

- Эйе шул, күңел төбө серле урман... Унда ниҙәр генә булмаҫ... Үткәнгә салауат тип, алға барырға кәрәк. Ә сер ҡайҙа ятҡан, шунда һаҡланһын ул, ивет, әхирәт...


Әхирәте ҡайтып киткәс Роза, өйөн йыйыштырып, туҙандарҙы һөртөп, иҙәндәрен йыуып алды ла, иртәгәге көнгә күлдәген үтекләп элде. Ни генә тимә, тормош дауам итә һәм ул унда еңеүсе булып өйрәнгән.




Фото: pixabay.com







Читайте нас в