- “Загслашыуҙы” ғына һуҙғанбыҙ, оло улыбыҙ тыуғас ҡына яҙылыштыҡ. Шатлыҡ-бәхет түгел, ғаиләбеҙгә төшкән уртаҡ ҡайғы ҡауыштырҙы шул беҙҙе, - тип хәтерләне Гөлмирә инәй Йәнырыҫҡа килен булып төшкән саҡтарын иҫләп. – Әмир – бер туған апайымдың ире – еҙнәм ине. 21 йәшендә йәшен һуғып, апайым вафат булды. “Сабыйын йәтим итмәйһең”, - тип кенә әйтте әсәй. Уның һүҙенән сығыу юҡ, шулай 18 йәшемдә 28 йәшлек еҙнәмә димләнеләр, бер йәш тә өс айлыҡ ҡыҙҙарына әсәй урынына ҡалдым. Сабыр, егәрле булды бабайым. Бер ваҡыт эске тотоп ҡайтманы... Ҡәйнәм Фәрхибаныу Ғәләүетдин ҡыҙына рәхмәттәр уҡыйым, колхозда ал-ял белмәй эшләнек, балалар ҡараулы, тәрбиәле булды. Элек бит декрет ялы, отпуск тигән нәмә юҡ ине. Ҡәйнәм менән 26 йыл бер йортта донъя көткәнбеҙ. Ике улыбыҙ өйләнгәс тә ике килен менән байтаҡ ҡына бергә йәшәнек, бер-бер артлы өс сабыйҙары тыуҙы – өй геү килеп торор ине. Ҡайҙа инде хәҙер йәштәрҙә бындай түҙемлек, ҡайһы бер ғибрәтле хәлдәрҙе ишетеп, ауырлыҡҡа түгел, рәхәткә сыҙай алмайҙар, тип ҡуяһың.