Һуңғы ваҡыт Мәрхәбә әбейгә әллә нимә булды. Ҡулына эш, тамағына аш бармай, йоҡоһо ҡасты. Күңеле тулып, күҙе йәшләнергә генә тора. Элегерәк балаларының ял ваҡыты етһә, эскәмйәгә ултырып ыстансы юлын күҙәтер ине.Ете балаһының береһе ҡайтмаһа, икенсеһе барыбер ҡайта ине. Хәҙер һәр береһенең үҙ машинаһы, поездыҡы кеүек килер ваҡыттары юҡ. Ҡасан бушайҙар, тәүлектеңтеләһә ниндәй мәлендә ҡайталар ҙа инәләр. Әүәл, бала-сағалары менән ҡайтып инһәләр, йорт йәмләнеп, йәнләнеп китер ине. Мәрхәбә әбей олоғайып, балаларының бала-сағалары үҙалланғандан алып, ауыл яғына һирәгерәк ҡайта башланылар. Хәҙер хат - фәлән яҙыу күптән юҡ. Кеҫә телефоны алып бирҙеләр.
Уныһының аҡсаһы саҡ ҡына һөйләшһәң, бөтә лә ҡуя шул:
-Әсәй, хәлең нисек, нимә кәрәк, эшебеҙ күп, ҡайтмағанға асыуланма , - тейеүгә генә етә.
Ҡайһы саҡ көнөнә, бер нисә сәғәткә , аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ ҡалдырыр өсөн генә ҡайтып китәләр.
Олоғая бара иғтибар нығыраҡ кәрәк икән. Иркенләп һөйләшеп ултырғыһы килә. Йылы мөнәсәбәт, рәхмәт һүҙҙәре ле ишетергә теләй күңел. Тик йәштәрҙең һис кенә лә ваҡыттары юҡ, үҙ мәшәҡәттәренән бушай алмайҙар.
Эйе-е-е, тип һуҙҙы Мәрхәбә әбей, уй йомғағының осона сыға алмай, йәшәүҙең бер ҡыҙығы ла ҡалманы... Хәҙер ятып үлһә лә үкенмәҫ ине лә ул, тик һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай шул, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Балаларын да аңлай ул, тик күңел тынысһыҙлығы менән бер нәмә лә эшләй алмай ул. Көтмәгәндә килгән ҡартлығына ла йәне көйөп китә. Ғүмере буйы кеше көнлө булмай, һәр эштең алдына төшөп, емереп эшләп, бөгөн килеп ултыр инде ҡулыңды ҡаушырып. Бәйләйем тиһә, күҙе күрмәй, эйеләйем тиһә, биле ебәрмәй, йөрәк, баш, ҡан баҫымы...
Бик бошонған саҡтарында урманға барып йөрөп ҡайтырға ярата ул. Шифалы үлән, еләк-емеш, бер ҙә булмаһа, бер пар миңдек булһа ла һындырып алып, йөрөп ҡайта.
Бөгөн ни өсөндөр Инйәр йылғаһы яғына ыңғайланы. Ҡулына, инде әллә ҡасан кәртәгә ҡыҫтырылып онотолған, ҡаҙҙарын һыуға ҡыуа торған сыбығын да тотоп алды. Аҡҡан һыуға ҡарап ултырһа ла күңеле тыныслана уның. Әйтерһең, бөтә һағышын, уй-хәсрәтен ағыҙып алып китә. Шулай, яйлап ҡына яр буйлап бара торғас, ул йылғаның боролған моронона килеп сыҡты. Был урында һыу өйөрөлөп-өйөрөлөп, гөрләп, шашып аға. Унда бик күп кешенең ғүмере өҙөлдө, ҡош-ҡорт, эре мал батып үлде. Әбей өйөрмә эргәһенә туҡтаны:
-Әллә шунда төшөргәлә ҡуйырғамы икән? – тигән шомло уй килде уның башына. –Бәлки, йәнем шунда тыныслыҡ табыр. Балаларыма ла артыҡ кеүекмен?!
Ҡалаға барып торһа ла була ул, тик Мәрхәбә әбейҙең бер ҙә генә ғәзиз нигеҙен ташлап сығып китәһе килмәй. Әле бында урамға сығып, сәхрәләрҙә йөрөп ҡайта ала, күрше-тирә инеп сыҡһа ла, күңелле, рәхәт булып ҡала. Унда иртәнән кискә тиклем бикле ултыраһың. Береһе эштә, икенсеһе уҡыуҙа ... Кис арып-талып ҡайталар ҙа һәр береһе үҙ эше менән бүлмәһенә инеп бикләнә. Әбейгә шул әлеге лә баяғы: «Хәлдәрең нисек, әсәй, эй арыным, берүк асыуланма инде, ял итәм »дән башҡа артыҡ һүҙ ҙә юҡ. Уларға хатта минең яуабым да кәрәкмәй, ә һорарға кәрәк өсөн генә...
Өйөрөлмәк әбейҙең уйҙарын уҡыған кеүек, уны үҙенә нығыраҡ тартты.
-Әллә, ысынлап, тәүәкәлләргә лә ҡуйырғамы?! – тип әбей упҡынға яҡынайҙы.
Туҡтап, йәшле күҙҙәре аша тирә-йүнгә күҙ ташланы. Уны үгәйһеткән тормоштан шунда инеп еңел генә ҡотолоп була лаһа!.. Башы әйләнде, күҙ алды томаланды... Шул ваҡыт көтмәгәндә көслө ағым туҡтап, быялалай ҡатып ҡалды. Һыу аҫтынан сйер тауыш:
-Мәрхәбә, туҡта, һин кем фатихаһы менән оло юлға сығырға әҙерләндең, ҡайҙа киттең? – тине.
Әбей артына ултыра төштө:
-Әллә тағы, инде башым да эшләмәй... Хәҙер миңә нимә, кем өсөн йәшәргә?
-Үҙең өсөн дә йәшәп ҡара, - тине теге һалҡын тауыш.
-Үҙем өсөн?! Ниңә? Белмәйемсе... Хәтерем буталмаһа, тормошом ауыр тип зарланғанымды ла хәтерләмәйем. Биргәненә ҡәнәғәт булдым, бирмәгәнен һораманым, - тине, ни әйтергә лә белмәй.
-Ана шул, һораманың шул, һораманың. Алланан да һораманың, үҙең дә белмәнең. Һин донъя мәшәҡәттәренән башҡа тағы нимә күрҙең был донъяла? Тик бер генә тапҡыр булһа ла үҙең тураһында уйлап ҡарағаның булдымы?
-Ҡайҙан булһын, тик мин ...
-Ишле ғаиләңә һирәк-мирәк килеп ингән тәм-томдо ла һин үҙең ашаманың, ә йыйып ҡуйып сабыйҙарыңа ғына ашаттың...
-Мин ни уны ашамаһам да, Аллаға шөкөр...
-Бында һүҙ ашау-ашамауҙа түгел, Мәрхәбә, ә үҙеңде бөтөнләй уйламауың тураһында, аңлайһыңмы?
-Кит инде, буш хәбәр һөйләп торма, ашамағанмын икән – ашамағанмын, бер ерем дә китек тә, кәм дә түгел.
-Йәш, көслө саҡта тәмле итеп ашағы ла, матур итеп кейенге лә килгәндер ҙә ул. Тик заманалар икенсе, юҡлыҡ ине бит...
-Ана, хәҙер магазин тулы әйбер, тик ашағы килмәй, әбей кешегә әллә ни кейем дә кәрәкмәй.
-Балаларың башлы-күҙле булды, ҡайғы-хәсрәттәре юҡ...
-Аллаға шөкөр, Аллаға шөкөр!..
-Шуға күрә һиңә борсолорға бер сәбәп тә юҡ.
-Балаларыңды саҡ ҡына онотоп тороп үҙ тормошоң менән йәшәп ҡара. Алда әле Хоҙай Тәғәлә тарафынан һиңә күп кенә ғүмер бүленгән. Ул һинең Уға эскерһеҙ хеҙмәтең өсөн!.. Донъя матур ул! – тигән тауыштан һуң өйөрөлмә, тынып, тигеҙ генә ағып китте. Мәрхәбә әбей ҡурҡып:
-Собханалла, собханалла, бәй нимә булды был? – тип хәтеренә килгән доғаларын уҡыны. –Хоҙайҡайым, бер үк ғәйепләмә, ғәфү итә күр мине – ҡолоңдо! Һин беләһең, аптыраған көндән, өмөтһөҙлөктән, - тип, әбей йөҙө менән йәш үләнгә ҡапланды.
Күңелен бушатҡансы, рәхәтләнеп илағыһы килгән ине, тик күҙҙәренн бөрсөк тә йәш сыҡманы. Күрәһең, ағаһы йәштәре лә ағып бөткәндер. Ауырлыҡтарҙы күп күрҙе ул. Әллә бая, өйөрөлмә әйтмешләй, күрер рәхәттәре ҡалдымы икән, әтеү ни сәбәбтән юлын киҫте яҙмышы?! Ә яҙмышы сөсөләрҙән булманы уның.
Ҡарты һуғыштан яраланып ҡайтҡас, сәләмәтлеккә туйына алмай өс йыл тигәндә гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Итәгендә ҡалған ете баланы ас-яланғас, етем итмәйем тип көнө-төнө эшләргә тура килде уға. Йәйҙәрен колхоз эшендә бил бөктө. Уның араһында балалары менән емеш-еләк йыйҙы. Ҡала баҙарына һөт, эремсек, ҡаймаҡ, май йөкмәп барып, һатып, кәрәк яраҡ алып ҡайтырға ла өлгөрҙө ул. Бесәнен дә үҙ көстәре менән генә әҙерләнеләр. Ҡош-ҡорт көттө, йәшелсә емеш үҫтерҙе. Ә балалары уҡыуға төшкәс, шуларға күҙ-ҡолаҡ булырмын тип, мәктәпкә иҙән йыуыусы булып эшкә инде. Ул ваҡыт мәктәп мейес яғып йылытыла ине. Оҙон һалҡын ҡыштарҙа ҡара таңдан тороп, ауылдың икенсе осонда ятҡан мәктәпкә мейес яғырға йөрөнө. Кемдәрҙер унда, шайтан-ендәр күрҙек, тип һөйләһәләр ҙә, ҡурҡыуын еңеп барҙы. Иптәшкә сиратлап балаларыңды йөрөт тиеүселәр булһа ла, йөрөтмәне, тәмле сабый йоҡоһон бүлгеһе килмәне. Бәхетенә ҡаршы, бер енде лә күргәне булманы. Шлай итеп, балаларына мөмкин тиклем әҙерәк, ә бөтә донъя ауырлығын үҙ елкәһенә күтәрҙе.
Әбей сиҙәмгә арҡаһына әйләнеп ятты. Ҡояш офоҡ яғына ашыҡмай тәгәрәй. Көн эҫе. Хәлһеҙ ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, күҙҙәрен ҡояштың ҡайнар, сағыу нурҙарынан ышыҡлап, үҙенең йәш сағындағы зәп-зәңгәр күҙҙәренә оҡшаған күк көмбәҙенә күҙ һалды. Бер болот әҫәре лә юҡ, исмаһам, сабый күңелеләй тап-таҙа, саф!.. Ана, бейектә, иң-иң юғарыла, артынан аҡ юл һыҙып, самолет оса. Э-эй, самолетҡа ла ултыра алмай үтте ғүмере! Хәйер, башына ундай уй инеп тә сыҡмағандыр әле, ваҡыты ла булманы. Таң атты ла кис булды, кис булды ла таң атты. Эш менән ғүмеренең нисек үтеп киткәнен дә хәтерләмәй инде ул. Әле күктең зәңгәрлегенә, бөгөн ошонда килмәһә, иғтибар итмәҫ ине.
Аллаға шөкөр, балалары ҡайғы-хәсрәт күрһәтмәнеләр. Рәхмәт уларға, сәләмәт, оҙон ғүмерле генә булһындар. Яҡшы уҡынылар. Үҫеп, буй еткәс, ҡалаға башта уҡырға, аҙаҡ шунда эшкә төштөләр. Ғаиләләнеп, йәшәргә ҡалдылар. Бала-сағалары ваҡ саҡта ҡайтмай ҡалған аҙналары булманы. Хатта ҡай саҡта был тиклем тауышҡа үҙе лә арып китә ине. Ана шул, әле кисә генә зыр әйләнгән донъяһының күсәре бөгөн туҡтап ҡалды. Ҡапҡаһы эсендә ун бөртөк тауығынан башҡа йән эйәһе лә юҡ. Әбейҙең ҡарашы йәнә талғын ғына аҡҡан һыуға төштө.
-Ә бит ул дөрөҫ әйтә, Хоҙай тәғәләнең ҡөҙрәте киң... Үткән менән һағышланып түгел, ә яҡты иртәгәгә ышаны, кинәнеп йәшәргә кәрәк! Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла илап, меҫкен булып ултырманы ул.
Әбей тороп ултырҙы, тирә-йүнгә күҙ һалды. Сиңерткә, ҡош тауыштары уның ҡолағын наҙланы. Сәскә еҫтәре, яулыҡ осо менән уйнаған шаян, йомшаҡ ел, уй-хтстәрен тулҡынландырған төрлө төҫтәге күбәләктәр, ауыл яғынан һирәк-һаяҡ ишетелгән әтәстәр ҡысҡырыуы, эттәр өрөүе, һыу ингән бала сағаның шау-гөрө, яҡында ғына үлән уртлаған ат тауыштары, себен-серекәй безелдәүҙәре уны ләззәтләндерҙе. Ул һоҡланыуын тыя алмай:
-Ожмах бит был донъя, ожмах! – тип йәнә-йәнә ҡабатланы. –Ә мин, алйот, ошоларҙың бөтәһен ҡалдырып, теге, ҡараңғы, ҡотһоҙ, һалҡын донъяға китергә йыйындым. –Әбей башындағы яулығын ысҡындырып, яурынбашына төшөрҙө. Кәлүшен йәтешләп кейеп алғас, аяғына тороп баҫты. Күкрәген тултырып тын алды ла яйлап ҡына йырлап ебәрҙе:
Иртән генә тороп тышҡа сыҡһам,
Ағас башҡайҙары шеш икән.
Үткән ғүмерҙе уйлап уҡ торһаң,
Йоҡоларыңда күргән төш икән.
Уның күңеле еңеләйеп, күҙҙәре нурланып, кәйефтәре күтәрелеп китте. Ваҡыт ағартҡан сал сәстәрен елдә тарап үрҙе лә, тарағын түбәһенә ҡаҙап, яулығын йәштәрсә сөйөп бәйләп ҡуйҙы. Тәнендә илаһи еңеллек, йөрәгендә дәрт, беләктәрендә тау аҡтарырлыҡ көс тойҙо ул. Шунан яҡында ғына ултырған йәш ҡайындан бер бәйләм миндек һындырып алды ла, ауыл яғына ыңғайланы. Ҡапҡанан килп инеү менән, ҡаршыһына тауыҡтары ем һорап йүгерешеп килде. Тауыҡтарына ем һипкәс, ямғыр һыуы тултырылған мунсаһын тоҡандырып ебәрҙе.
Иртәгә йома, Алла бирһә, Күршем Хәҙисә менән мәсеткә барып ҡайтырбыҙ. Кем белә, бәлки, балаларым да ҡайтып төшөр, - тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, самауырына сыра тултырып, тоҡандырып ебәрҙе. Һуңынан һүндерелгән күмер өҫтәгәс, күмер ҡуҙланып, самауыры яйлап ҡына шыжлай башланы.