Әлбиттә, газ мәсьәләһе бөгөн Уразбайҙа беренсе урында тора. Шулай ҙа һуңғы осор уны хәл итеү буйынса алға ынтылыш ҙур. Иң мөһиме, газ үткәреүгә ыңғай эксперт һығымтаһы документы эшләнгән. Хәҙер инде программаға эләгеп, финанслау мәсьәләһен хәстәрләү кәрәк.