Нәсимә инәйгә ейән-ейәнсәрҙәре ҡаланан йыш ҡайта, айырыуса йәйге каникулда рәхәтләнеп ауыл һауаһын һулап, яҡындағы ғына туғайҙа еләк йыйырға ярата улар. Быйылғы йәй ямғырлы булғас, әллә ни тышта йөрөргә лә форсат теймәй.
-Оләсәй, үҙеңдең бәләкәй сағыңды һөйлә әле. Һеҙ каникулда нимәләр эшләй торғайнығыҙ?- тине ҡыҙы.
- Ә телефондар бар инеме, ниндәй маркалы?- тип ҡыҙыҡһынды ейәне.
Нәсимә инәй көлөмһөрәне лә, үҙенең балалыҡ йылдарында күңелендә уйылып ҡалған бер ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө.
- Был бала үлер инде, оҙаҡҡа бармаҫ, шешенгән дә, - тине Фәниә, тыныс, өмөтһөҙ тауыш менән. - Был афәттән бер минеке генә ҡалыр тиһеңме, ана бит, көнөнә нисәмә бала аслыҡтан аяҡ һуҙа, ҡарт-ҡороно әйтеп тораһы ла түгел.
Ул күп үлән ашап йөҙө йәшкелт төҫкә кереп шешенгән ете йәшлек Нәсимәһе янына килде, өҫтөнә ябылған бишмәтен рәтләне, бала әллә йоҡлай, әллә аслыҡтан ойоп ята бирә.
- Туҡта әле, бәлки терелер. Эх, әҙ-мәҙ он булып, өйрә бешерһәң дә эсенә арыу булып ҡалыр ине, юҡ бит, юҡ! - тип әсенде күршеһе Факиһа.
- Эй, был ҡәһәр һуҡҡыры һуғыш, тамам үҙәктәргә үтте бит, ирҙәр,уландар унда ниҙәр генә күрә икән?
Шул ваҡыт өйгә бригадир вазифаһын башҡарыусы Әсмә килеп инде.
- Иртәгә сәсеүгә төшәбеҙ, Фәниә һин ике оло ҡыҙыңды алып баҫыуға кил! Эшләгән һәр кемгә бер ус он эләгәсәк, - тине.
...Иртән иртүк хәле ҡалған һәр кем баҫыу яғына ыңғайланы. Һуғышҡа ир-ат китеп бөткән, ҡатын-ҡыҙ үҫеп ҡул араһына кергән малай-ҡыҙҙарын эйәртеп килгән. Ауылдағы берҙән-бер ир - ул да булһа һуғыштан контузия алып ҡайтҡан Вәлит. Колхоз аттары фронтҡа оҙатылған, мал-тыуарҙан барлыҡ эштәргә "Барыҫ" ҡушаматлы нәҫел үгеҙе генә ҡалған. Бына Вәлит ҙур осло мөгөҙлө, ҡыҙғылт ҡара төҫлө, бар донъяға асыу тотҡандай ҙур аҡыш күҙҙәре менән һөҙөп ҡараған үгеҙҙе һабанға егеп баҫыу ситенә туҡтаны.
- Әйҙә, Вәлит, һин төш башлап, аҙаҡ алмашырбыҙ, - тине таяҡҡа таянып килгән элекке ферма мөдире.
Ҡатын-ҡыҙ ашлыҡты күнәктәргә тултырҙы.
- Бөртөгөн дә әрәм итмәй сәсегеҙ, һәр береһе алтынға бәрәбәр,- тине Әсмә.
Ҡатындар алмашлап үгеҙҙе етәкләне. Ауыр тимер һабанды һөйрәп үгеҙ теләмәй генә алға атланы. Үгеҙ башынан берәү тотһа, икенсеһе арттан ҡыуҙы. "Ат хәлен-һабан белер", ти. Ҡаты ерҙе аҡтарып сығара алмай сыйып, йә булмаһа ҙур-ҙур кәҫтәр ҡалдырып барған үгеҙ төш еткәнсе манма тиргә батты. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән халыҡ аҡтыҡ көсөн һалып, көҙгө уңышҡа өмөтләнеп ашлыҡ сәсте.
- Хоҙайҙың мәрхәмәте төшөп, ашлыҡ уңһын, ямғырҙар яуһын, аслыҡтан балаларыбыҙ үлмәһен инде, - тип һөйләнә- һөйләнә эшләне улар.
Ҡайҙа инде ашау, асығыуҙы һыу эсеп кенә баҫтылар.
Кискә табан "Барыҫ" атларға теләмәй ҡарышты, әленән-әле һыртына эләккән сыбыртҡыға ла иғтибар итмәне.
- Ярай, иртәгә тамамларбыҙ, - тине Вәлит. Ул һабанды ысҡындырып үгеҙҙе ауыл яғына ҡыуа башланы.
Хәлһеҙләнгән "Барыҫ" бер-ике аҙым атланы ла "гөрҫ" итеп ергә ауҙы. Бөтә кеше үгеҙ янына йыйылды.
- Ҡарағыҙ әле, ауыҙынан күбек килә, күҙҙәре әллә нишләне, - тип ҡысҡырып ебәрҙе малайҙарҙың береһе.
Малҡайҙың тәне тартышып торҙо ла тынып ҡалды.
- Ай, алла, үлде, үлде! - тип ҡысҡырышты халыҡ.
-Эй, Хоҙайым, хәҙер нишләйбеҙ инде, күҙ терәп торған берҙән-бер өмөтөбөҙ ине ,- тип Әсмә сеңләп илап ебәрҙе.
Күптәрҙең был күренештән күҙҙәре ялтыраны, бәй, уйламаған ерҙән ит булды ла баһа!
- Китегеҙ бынан, келәт янына барығыҙ - онға сиратҡа баҫығыҙ! - тине Әсмә бер аҙ тынысланып. – Тик үгеҙгә тейәһе булмағыҙ, акт тултырып, район үҙәгенә хәбәр итергә кәрәк буласаҡ. Уй, нимә генә күрәһеләрем бар икән?
Фәниә өс ус он алып өйөнә ҡайтҡанда Нәсимә тороп ултырған ине.
- Әсәй, ә мин төшөмдә итле аш ашаным, рәхәт булып китте, - тине лә, үҙе йылмайып ҡуйҙы.
Фәниә ҡурҡыбыраҡ ҡыҙына ҡараны,ашауҙы күп уйлап тилеләнеп ҡуймаһын тағы.
- Хәҙер ҡыҙым, усаҡ яғып ыумас өйрәһе бешерермен, тәмле итеп ашарбыҙ, - тип оло ҡыҙҙарына ҡоро-һары утын алып килергә ҡушты.
Фәниә бер ус ондан ҡайнар һыуға ыумас ыуҙы, семтем генә тоҙ һалып ебәрҙе, былтырҙан ҡалған һаҡландығы - бармаҡ башындай ғына туңмай өҫтәне. Нәсимәгә әҙ генә һалып бирҙе:
-Ҡапыл ҡара күп ашарға ярамаҫ, күбенерһең.
Әсәләре һалып биргән өйрәне ҡыҙҙары ипләп кенә, йығылып китмәй генә ашарға кереште. Ни тиклем ас булһалар ҙа тәмләп, һәр ҡабымдарының ләззәттен оҙағыраҡ һуҙырға тырыштылар.
Ашап алғас, көнө буйына эшләп арыған тән ауырайып, йоҡоға тартты.
...Фәниә ҡапыл ишек дөбөрҙәгән тауышҡа уянып китте. Барып асһа- күршеһе Факиһа тора.
- Әйҙә, тороп ҡалаһың бит!
- Бөтә ауыл “Барыҫ»ты ташый!
- Нисек? Әсмә теймәҫкә ҡушты бит!
- Эй, бигерәк бер ҡатлыһың да инде, ас халыҡ нишләп тик ятһын!
Улар яңы ғына сәселгән баҫыуға табан атланы. Ай яҡтыһы - һыу кеүек! Шыбырлап һөйләшкән, ара-тирә балта һуҡҡан тауыштар ишетелә. Үгеҙҙең ике ботон, алғы яғын тиреһе менән бергә алып үҙ-ара бүлешеп бөткәндәр ине инде. Вәлит итте ашыҡ- бошоҡ сабып биреп тора.
-Ярай, район вәкиле лә ас кешене аңлар, күрәләтә һаҫытып ятҡырып булмаҫ, ана бит еҫләнә лә башлаған! Исмаһам, бала-саға һурпа төҫө күрер, - тине ул.
Бәләкәй генә ауылдың ас халҡы ит өҫтөнә ябырылған себендән дә былайыраҡ геүләне.
- Барығыҙ, ҡайтып китә һалығыҙ, донъя хәлен белмәк юҡ,- тип ҡыуҙы Вәлит кешеләрҙе.
- Башын ҡалдырайыҡ, райондан килгәндәргә күрһәтеп, дәлилләр өсөн.
Фәниә менән Факиһаға ҡабырға өлөштәре тейҙе. Улар итте тотоп йүгерә-атлай өйҙәренә табан йүнәлде.
Иртәнсәккә үгеҙҙән бер ниҙә ҡалмаған ине инде. Вәлит ҡалдырған үгеҙ башы ла төндә юҡ булған.
Ҡыҙыу эш көндәре булғанғамы, әллә ауыл район үҙәгенән алыҫ ятҡанғамы килеп тикшереп йөрөүсе кеше булманы.
- Бына шулай, Хоҙай әмере булғас, “Барыҫ»тың ите ауыл кешеләренә аслыҡты бер аҙға ғына булһа ла онотоп торорға ярҙам итте, - тип һүҙен тамамланы Нәсимә инәй. – Инде бала-сағаға бындай михнәттәрҙе күрергә яҙмаһын.
Ейәне менән ейәнсәре оләсәһенең хикәйәтенән һуң уйланып, ҙурайып киткәндәй булды.