Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2018, 04:00

Балаларға шатлыҡ өләштеләр

“Инсайт” психологик медицина социаль ярҙам үҙәге Йәштәр комитеты менән берлектә ҡаланың Йәштәр һарайында үҙәктә шөғөлләнеүсе һаулыҡ мөмкинлеге сикле балалар өсөн Яңы йыл байрамы ойошторҙо. Барлығы унда 40-тан ашыу ҡыҙ һәм малай ҡатнашты.

Яңы йылды мөғжизәләй күреп бигерәк тә балалар көтөп ала. Кем генә һуң бүләктәр алырға, шыршы байрамында ҡатнашырға яратмаһын?
“Инсайт” психологик медицина социаль ярҙам үҙәге Йәштәр комитеты менән берлектә ҡаланың Йәштәр һарайында үҙәктә шөғөлләнеүсе һаулыҡ мөмкинлеге сикле балалар өсөн Яңы йыл байрамы ойошторҙо. Барлығы унда 40-тан ашыу ҡыҙ һәм малай ҡатнашты. Балаларҙың байрамды көтөп алғаны күренеп тора. Матур-матур костюмдар, ҡупшы күлдәктәр кейеп килгәндәр.
Ишембай районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла бәләкәстәргә байрам шатлығы өләште, бүләктәр менән ҡыуандырырҙы. Уның рәйесе Гүзәл Шаһиева барыһына яңы йылдың тик шатлыҡтар ғына алып килеүен теләне .Ҡыҙҙар һәм малайҙар Яңы йыл тураһында шиғырҙар, йырҙар ҙа әҙерләгән. Һәр ҡайһыһы бик ихлас үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Артабан улар тамаша залына әкиәт ҡарарға йыйылды.
“Инсайт” үҙәге директоры Роза Йәнбирҙина әйтеүенсә, өйҙәренән сыға алмаған балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу уларҙы өйҙәренә барып ҡотлаясаҡ.
Фото: автор.

Читайте нас: