Был юлы беҙ гәзитебеҙ иғтибарынан ситтәрәк ҡалған ауылдарҙың береһе Иҫкесәккә юлландыҡ. Көҙәндән 8 саҡрымлап ситтә ятҡан, тирә-яғын урман уратып алған ауыл башта ҡышҡы йоҡоға сумғандай тойолдо. Ауыл урамы буйлап атлайбыҙ, төҙөк, матур йорттар байтаҡ, араларында ике ҡатлылары ла бар, шул уҡ ваҡытта тәҙрәләре таҡта менән арҡыры ҡағылғандары ла юҡ түгел. Их, ошо йорттарҙың һәр береһенә йәш ғаиләләр ҡайтып, уларға йән өрөп ебәрһә, ауылға ҡайһылай ҡот өҫтәлер ине, тигән уй йүгереп үтте баштан.
Ауылының хәстәре менән йәшәй
Аҙбар тирәһәндә күпләп мал-тыуар йөрөгән, ҙур ғына йорттарҙың береһенә туҡталдыҡ. Белеп килгән һымаҡ булдыҡ - ауылдың старостаһы, ауыл Советы депутаты Рәис Ғүмәровтың өйө булып сыҡты.
- Ғаиләлә мин иң кесеһе, туғыҙынсы бала. Ғүмер буйы урмансы булып эшләгән атайым ауылда ҡалыуымды теләне. ”Минең эшемде дауам ит, хур булмаҫһың, ауылда төплән”, - тигәс, атай һүҙенә тоғро ҡалдым. Бәләкәйҙән урмансы булам тип хыялланып үҫтем һәм мәктәпте бөткәс, ошо һөнәргә уҡып сыҡтым, - ти Рәис Рәүеф улы.
Урман хужалығында 30 йылға яҡын хеҙмәт итә ул. Ҡатыны Гөлнур Сәхиулла ҡыҙы ла ауылдың күҙ терәп торған кешеһе, фельдшер булып эшләй. Ғүмәровтар өс балаға ғүмер биргән, өлкән ҡыҙҙары Рита, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, Өфөлә эшләй, уртансылары Айһылыу Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы колледжында белем ала, иң кеселәре Айнур Көҙән мәктәбендә 1-се класта уҡый. Егәрлеләр донъя бөтәйтеү рәтен белә. Шәхси хужалыҡтарында күпләп мал тотоп йәшәй Ғүмәровтар. Аттары ғына ла 10 баш, бынан тыш, ҡура һыйыр, быҙау, һарыҡтар менән тулған. Был тиклем малға ҡул менән бесән әҙерләп өлгөрөрмөн тимә, ғаилә башлығы техникаһын да хәстәрләгән. Әлеге көндә бесәнде тығыҙлап йыйыу яйланмаһын һатып алырға йыйына. Киләсәккә маҡсаты - ҡымыҙ етештереп һатыу.
- Бының өсөн бейәләрҙе ҡалдыра барам. Бер туған ағайҙарым ярҙамында киләсәктә ошо эшкә тотонмаҡсымын. Себерҙән хаҡлы ялға сығып ҡайтһалар, бергәләп ҡымыҙ етештереп ҡарарға ине, - тип уй-ниәттәре менән бүлеште хужа.
Өйөндәге мәшәҡәттәр генә түгел, ауылының проблемалары ла уның иңендә. Ауыл Советы депутаты итеп һайланғас, халыҡ менән күмәкләп зыяратты кәртәләп алғандар. Иҫкесәктән һуғышҡа киткән яугирҙар иҫтәлегенә быйыл мемориаль таҡтаташ ҡуйғандар. Ауылдың киләсәге өмөтлө тигән фекерҙә Рәис Ғүмәров.
- Һуңғы осорҙа ауылда йылына 3-әр кеше өй бөтөрә. Үҙебеҙҙең ауылдан сыҡҡандар ҡабат тыуған яҡтарына ҡайта, йорттар һала. Йәш ғаиләләр ҙә аҙ түгел. Биш, алты бала үҫтереүселәр бар, өс балалылар ҙа байтаҡ, - тип һөйләне ул.
Әлбиттә, төпкөл ауылда проблемалар етерлек. Шуларҙың иң ҙуры – газдың юҡлығы. Халыҡ утын яғып көн итә: өй йылыта, ашарға бешерә, күмер һалып, самауырын ҡайната. Утта бешкән аш, самауыр сәйе тәмлелеген тәмле лә ул, ләкин көн һайын яғыр өсөн күпме утын кәрәклеген, электр энергияһын тотоноуҙың пенсионерҙар, күп балалы ғаиләләр өсөн бик ҡиммәткә төшөүен дә иҫәпкә алһаҡ, елкәне тырнарға тура килә шул. Интернет, телефон бәйләнеше лә юҡ был яҡта.
Ауыл Советы депутаты булараҡ, Рәис Рәүеф улы ошо проблемаларҙы хәл итеү буйынса көс һаласағын белдерҙе. Тыуған яғы өсөн янып-көйөп йөрөгән ир-егеттәр булғанда ауыл һүнеп ҡалмаҫ, тигән өмөттә ҡайтып киттек Иҫкесәктән.
Мейесе ап-аҡ итеп ағартылған, өҫтәлендә гөжләп самауыры ҡайнап ултырған, өй эсендә ҡот, йылылыҡ бөркөп торған Фрүзә Барый ҡыҙы менән Зинур Мәһәҙи улы Иҫәнгилдиндар донъяһын да күреп сыҡтыҡ. 67 йыл бергә ғүмер иткән, ете бала үҫтергән был пар ауылдың абруйлы ғаиләләренең береһе. Инәйгә - 85, олатайға 90 йәш тулып килһә лә ҡартлыҡҡа бирешмәгәндәр. Олоғайған көндәрендә балаларының изгелеген күреп йәшәйҙәр. Алыҫ Себер тарафтарынан улдары Закир менән килендәре Светлана, ҡыҙҙары Земфира ата-әсәйҙәренең хәлдәрен белергә ҡайтҡан ваҡытҡа тура килдек. Тыуған йортта атай-әсәй менән һөйләшә-һәйләшә сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер. Был татлы минуттарҙың ҡәҙерен аңлай Фрүзә инәй менән Зинур бабайҙың балалары. Шуға ла яҡындарын иғтибарҙан өҙмәйҙәр.
Сәй табынында ололарҙың танышып, ҡауышҡан мәлдәре лә хәтергә алынды. Әсе Ялан ауылы ҡыҙы Фрүзәне Зинур шул ауылда кейәүҙә булған апаһына ҡунаҡҡа барғанда тап итә. “Бик егәрле ҡыҙ”, - тигән маҡтау һүҙҙәрен егет кеше күңеленә һалып ҡуя. Йәштәр октябрь аҙағында танышһа, ноябрь башында туй үткәрәләр. “Ҡайны-ҡәйнә менән 31 йыл йәшәнем”, - тип хәтерләй әле лә мөләйемлеген юғалтмаған Фрүзә инәй.
Икеһе лә донъя көтөргә тырыш булғас, тормоштары ла алға тәгәрәй.
Ғаилә башлығы тирә-яҡҡа даны таралған балта оҫтаһы була. Уның ат арбаһы тәгәрмәстәре артынан ҡайҙан ғына килмәйҙәр. “Ул төҙөгән йорттарҙың иҫәбе-һаны бармы икән! Тәҙрә рамдарын, ҡапҡастарын да бына тигән итеп ҡойоп ҡуйыр ине бабайығыҙ”, - тип маҡтап алды ҡартын Фрүзә инәй. Ул үҙе лә ирҙәрҙән ҡалышмаған, артелдә ҡап та һуҡҡан, һалабаш та һалған, ҡайҙа ауыр эш, шунда эшләгән.
Эйе, хеҙмәт ул быуындың ҡанына һеңгән. Шуға олоғайғас та ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Ошоңарсы һыйыр аҫрағандар, әле һарыҡ, ҡошҡорт тоталар. Баҡсалары ла буш тормай, бәрәңге ултырталар, ихатаны биҙәп төрлө сәскәләр ҙә үҫтерергә ярата уңған хужабикә. Ә инде буш ваҡыттарында “Торатау” гәзитен ҡулға алалар. Уларҙың әле булһа беҙҙең гәзиткә яҙылыуҙарын күреп тә шатланып ҡайттыҡ.
- Ғаиләлә татыулыҡ булһа, ғүмер аҡҡан һыу кеүек тигеҙ генә бара, иң мөһиме, ҡатындар яһил булмаһын. Яһиллыҡ яҡшыға алып бармай, сабыр була белергә кәрәк, берең әйткәндә икенсең тын торһа, ғауға-талаш булмаҫ, - тине Фрүзә инәй йәш ҡатындарҙы сабыр булырға һәм татыу йәшәргә өндәп. Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.
«Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам...»
Иҫкесәк ауылы аҡһаҡалы Хәйҙәр Исмәғил улы БИКМӨХӘМӘТОВ ғүмере буйы урманға ғашиҡ.
Шуғалыр ҙа күңеле ауыл осондағы урманға тартыла ла тора. Иҫ белә башлағандан бирле, атаһынан ҡалмай, уға эйәреп һунарға йөрөй башлай.
- 13 йәштән урманда йәшәнем. Ауылдан 26 саҡрым алыҫлыҡта ”Балтайорт” тигән утар бар ине. Ул утарҙа ғүмере буйы Миңлеғужа исемле һунарсы йәшәне. Өйләнгәс тә ауылға ерһенмәне. Хатта ҡәбере лә уның шул утарҙа, - тип хикәйәтен дауам итте урмансы. - Ана шул Миңлеғужаның улы Исмәғил менән дуҫ булдым. Һалдат хеҙмәтенә лә бергә киттек, Афған сигендә 3 йылдан артыҡ хеҙмәт итеп ҡайттым.
Һунарсының хәтер һандығы нығыраҡ асылған һайын, мин уның хәтирәләрен тағы ла бирелеберәк тыңлай башланым.14 йәшен саҡ тултырған үҫмер мылтыҡ һатып ала. Йән дуҫы менән ҡошҡорт аулай, һуҫар, шәшкегә, ҡуянға, төлкөгә һунар итә. Йәнлек тиреләрен һунарсылар ойошмаһына алып барып тапшыра. “15 йәшемдә тәүге айыуымды алдым”, - тип һөйләй башлағас, мин геройымды 14 йәшендә ябай бысаҡ менән айыу үлтергән Салауат батыр менән сағыштырып ҡуйҙым. Һунарсы мажараларын да бит ул ябай ғына булған хәл кеүек һөйләй - маҡтаныу ҙа, маһайыу ҙа, шапыртыу ҙа юҡ.
- Бер ваҡыт шулай Бәләтауҙа китеп барабыҙ. Ҡуйы сыбыҡлыҡ аҫтында айыу миләш ашап йөрөй. Ана шунда атып алдыҡ тәүге айыуҙы. Йәш булғанғалыр инде, ҡурҡыу тигән нәмәне белмәнек. Үҙ ғүмеремдә 4 айыу алдым. 75 йәшемә тиклем һунарға йөрөнөм. Әле лә урмандан айырылғаным юҡ. Унда көнөнә бернисә тапҡыр бармаһам, нимәлер етмәгән һымаҡ.
83 йәшен артмаҡлаған Хәйҙәр Бикмөхәмәтов бер минут та ҡул ҡаушарып ултырмай. Быйыл һатыуға тип 2 мең селек һеперткеһен бәйләп ҡуйған, үҙ ҡулдары менән әҙерләгән ҡайын миндеге лә әллә нисә йылға етерлек. Был шөғөл уға килем сығанағы ла түгел, ә эшһеҙлектән йонсоуҙан. Йәш саҡта үҙ ҡулдары менән бурап һалған өйөндә Фәүзиә апай менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тик бына олоғайған көндәрендә инәй сирләп киткән. Ләкин ҡарттар бөгөн яңғыҙ түгел, ҡыҙҙары Зөһрә Раҡаева уларҙы тәрбиәләргә тыуған йортона күсеп ҡайтҡан. Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торған Зөһрә апайға ҡарата ихтирамым артты. Тик Хәйҙәр бабайҙың ҡарашы ғына һаман да урманға төбәлгәйне.
- Эй, ҡыҙым, иптәшкә берәй кеше булһа, мин урманға китер инем дә шунда рәхәтләнеп йәшәр инем. Башҡорт элек-электән ирекле булырға яратҡан. Урманһыҙ йәшәй алмайым шул, - тип оҙатып ҡалды мине ҡарт һунарсы.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 102-се һанында (21.12.2018) уҡығыҙ.