Бар ауыл тиерлек һеперелеп һабантуй уҙаһы туғайға киткән, тын урамда ат тояғы тауыштары яңғыратып Ғәзиз ҡапҡалары төбөнә килеп етте.Ҡапҡа төбөндәге йәшел үлән өҫтөн ат арбаһы тәгәрмәсе эҙҙәре һыҙып боролоп киткән, тимәк әсәй ҙә ҡаҙан самауырҙарын күршеләргә тейәп һабантуйға юл алған. Эйәр йүгәндәрен йәһәт кенә һыпырып келәт тупһаһына һалып, атын етәкләп баҡса артындағы ағаслыҡ араһына тошап ебәрҙе. Әллә сабып ҡайтыуҙан ярһыны аты, әллә ниңә күҙ төбөнә ҡунған себенде ҡыуып башын болғай -болғай тик торҙо. Ғәзиз ашҡынып ҡайтып эш атын тәләфләп ҡуйҙыммы әллә, тигәнерәк уйҙа, һырттарын һыпырғылап, ҡорһағын тыңлап ҡараған булды. Һыңғар аяғына ныҡлы баҫып, мөлдөрәп ҡарап тик торған малҡайҙы әллә нисә боролоп ҡарай -ҡарай кәртә ҡапҡаһына инеп китте Ғәзиз. Аласыҡҡа инеп бер туҫтаҡ ойотҡанды туҡып та тормаҫтан бер тынала һемереп ҡуйҙы.Белә, әсәһе кисә бер һимеҙ һарыҡ һыҙыртты,был махсус һабантуй өсөн ул, йыл да шулайта, ҡаҙан тултырып аш һалып, һәр килгән- киткәнде, таныш- тоношто әйҙүкләп һыйлар ғәҙәте бар. Бөгөн дә ҡаҙан аҫып, самауыр ҡайнатып һыйлаясаҡ ул һәр ҡунағын. Ат сабышы бөткәс барып берәй сеүәтә ҡоротло ашын ялпайтып китер әле, әлегә быныһы ла етеп торор. Ауыҙ моронон ҡул һырты менән һыпырып өйгә өҫ -башын алмаштырырға йүгерҙе. Эй, ошо ҡабаланһаң! Аҡ ерлеккә ҡыҙыл шаҡмаҡтар төшөрөлгән күлдәген таба алмай шкаф тирәһен болартып болартты. Апайынан тағы бер әрләнер инде! Аптырап кер кейемдәр ятҡан ерҙе лә ҡарап бөттө. Юҡ. Башҡа күлдәктәрен кейгеһе лә килмәне, барыһы ла мәктәптән ҡалған, быныһын ғына яңыраҡ һатып алғайны. Аласыҡҡа сығып урындыҡ аҫтарын ҡутарырға уйлағайны ла, урам уртаһында кер бауында бер гилке йыуылған кер араһында торған күлдәген күреп ҡыуанды. Әҙерәк кенә еүеш, апайы иртә менән кер йыуып өлгөргән әллә? Эй, эҫе көндә ни кибер әле! Ҡабаланыуҙан ҡайнары бөрккән тәненә еңелсә еүеш күлдәкте кейеп бер аҙ сирҡанып ҡуйҙы. Баянан бирле Ғәзиздең аяҡ тауыштарын ишетеп һарай ҡапҡаһын емереп асырҙай ярһыған ярыш атына ҡәҙерлегә генә тотонған семәрле йүгәнен тотоп, йөрәкһеп атланы егет. Әллә егеттең ашығыуын аңланы аты, әллә үҙенең зарығып яндырайланыуы, ҡыйғыр ҡоштай ғына ҡыйылып үтте улар ауыл урамын. Һил ауылдың тынлығын һаҡларға ҡалған гүйә Һылыуҡай әбей, ҡапҡа тышында бер үҙе ултыра ине әле лә. Һабантуй яғына йөрөр хәле лә, әмәле лә булмағас ҡалайтһын?!Топторлап янынан үткән ат тояғына һиҫкәнеп, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, танырға итеп һыбайлыны ҡарап ҡалды артынан.
Ауылды сыҡты һыбайлы. Алыҫ түгел дә һабантуй туғайы. Дәртле көй тауыштары ишетелә, һауаға күгелйем генә усаҡ төтөндәре күтәрелгәне күренә. Әле моғайын да баҫыу батырҙарын тәбрикләү тантанаһы баралыр, ул бөткәс тә ат сабышын иғлан итәсәктәр. Өлгөрәәәә!
Күкрәк ситлеген йырып сығырҙай типкән йөрәге аттан алда барып етерҙәй ашҡынып тибә. Ат тояғы саңына күмелеп Муйнаҡ та ҡалмаған арттан. Бына оло юл тамамлана, алда урман юлына сират күсә... Ә артабан иһә тәрән үҙәк, үҙәктән һуң текә үр, ә үр артында һабантуй туғайы. Күп ҡалманы, хәҙер, хәәәәҙер... һуңғы һарҡыу...һәм һуңғы үр...
"Һуңлап килгәс бар ауылдаштарының күҙ алдында барып баҫасаҡ бит инде старт һыҙығына... быныһы тағы ла яҡшыраҡ..."Ғәзиз үҙен уйҙары менән күптән һабантуй яланына илтеп ҡуйҙы.Бына боролош... бына һарҡыуы ла...
Аһ! Елдәй елеп барған аты ҡапыл әллә һөрлөктө, әллә эләкте нигәлер, түбәнгә табан түкмәс атып Ғәзизде сөр шикелде осороп, әйләнеп -әйләнеп, теҙгенгә һыңғар ҡулы сырмалып ысҡыналмаған егет өҫтөнә ауып тын ҡалды. Аһ! Ыыыһ һ! "Ноо, трр, торр, йә, һопп, һопп! " Ат аҫтында ятҡан килеш аяҡтарын ҡыбырлатырға тырышып, ярты һүҙҙән аңлар атына фарман биреп маташты егет. Күҙ асып йомғансы ара... Ғәзиз башын да ҡалҡыта алмай, һыңғар ҡулы ғына иректә ҡалған икәнен төшөнөп тырнаҡтары менән сиҙәмде сапсып тартып ҡотолоу юлын эҙләне. Тәненең шыртлап иҙелгән һәр һөйәге әрнетә лә башланы, әллә Муйнағы, әллә күңеле әсенеп сыйнаны, "сый, сй, ссс ".Күкрәген ярып ярһыған йөрәк тибешенең үҙ ҡолағы менән яйлап тына барыуын , ауыҙ ҡолаҡты, танау ярыларын йыбырлатып ҡайнар йылы ағыуын һиҙеп, Ғәзиз тәненән йәне сығыуын , һуңғы үр артындағы һабантуй тамашаһына тамшанып, ә еңеү артынан еңеү яулап хужаһы күңелен күтәргән етеҙ ат, етеренә етә алмай аҡ күбекле ауыҙын шаҡарған егет , һәм егеттең тоғро дуҫы Муйнаҡ өҫтөндә йән бирҙе...
Ә үр артында һабантуй гөрләй...