1949 йылдың февраль айын бөгөнгөләй хәтерләй Ильяс ағай. Атаһы менән атҡа ултырып, хәрби хеҙмәткә оҙатылыр өсөн Петровскиға юлланалар. Әптекте сыҡҡас, ат атламай ҙа ҡуя - йән өшөткөс һыуыҡ, эргәлә генә олоған бүре тауыштары. Йәйәү атларға тура килә. Өфөнән тауар поезында Приморск крайына, артабан Владивостокҡа килеп төшә. Оҙон юл, ашарға юҡ, ҡайҙа поезд, ҡайҙа корабль менән Ҡытай Республикаһына хәрби часҡа барып етә. Илгә тоғро хеҙмәт итеп, дүрт йыл тигәндә тыуған ауылына ҡайта.