Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2018, 04:00

Ер хужаһы булыр егеттәр бар

Элегерәк ауыл хужалығында йышыраҡ өлкән быуын кешеләрен күрергә тура килә ине. Йәштәр әллә ни ылығып барманы. Ә бына һуңғы осорҙа йәш белгестәр күҙгә ташлана. Малсылар булһынмы, механизаторҙармы - ауылда төпләнергә тигән маҡсатлылар ишәйә.

Фотоһүрәттәге егет - “Привалов” крәҫтиән-фермер хужалығынан механизатор Артур Зөлҡәрнәев та ауылды үҙ итеүселәрҙең береһе.

Ҡалала 21-се училище тамамлағас, армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Хәҙер инде ауыл хужалығында ла арыу ғына эш тәжрибәһе туплаған.

- Эшкә дәртләнеп киләбеҙ. Хеҙмәт хаҡы ла, шарттар ҙа яҡшы. Техника заманса, яңы булғас, эшләүе лә

ҡыҙыҡлы, - ти ул.

Күңел һалып эшләрлек эшең, һине һағынып көтөп тороусы ғаиләң булыуы үҙе ҙур бәхет. Артур матур

ғаилә ҡороп, ҡатыны менән әле алты йәшлек ҡыҙ үҫтерәләр.

Ауылда тыуып үҫкәндәрҙе ер һәр ваҡыт тарта тиҙәр. Артур ҙа күңеле тартҡан ерҙә, унан дәрт алып, эшенән йәм табып йәшәй.

Фото: автор.

Читайте нас: