Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2018, 04:00

ЙӘШӘГӘН ЕРЕБЕҘ ТАҘАРАҠ БУЛҺЫН ӨСӨН

1 ғинуарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе көйләгән федераль закон ғәмәлгә инәсәк. Сүп-сар, көнкүреш ҡалдыҡтары төшөнсәһе русса ТБО-нан ТКО аббревиатураһына ғына үҙгәреп ҡалманы, мәғлүм булыуынса, был өлкәлә етди үҙгәрештәр көтөлә. Әлбиттә, һәр кемде ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға яңы тарифтар һәм уның бер кеше иҫәбенә нормаһы ҡыҙыҡһындыра.

1 ғинуарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе көйләгән федераль закон ғәмәлгә инәсәк. Сүп-сар, көнкүреш ҡалдыҡтары төшөнсәһе русса ТБО-нан ТКО аббревиатураһына ғына үҙгәреп ҡалманы, мәғлүм булыуынса, был өлкәлә етди үҙгәрештәр көтөлә. Әлбиттә, һәр кемде ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға яңы тарифтар һәм уның бер кеше иҫәбенә нормаһы ҡыҙыҡһындыра. Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был хеҙмәт өсөн түләү кеше башына 70 һумдан артмаҫҡа тейеш тигән талап ҡуйҙы. Ә ҡалдыҡтарҙы йыйыу ойошторолмаған билмәләрҙә, алыҫ ауылдарҙа был түләү ике тапҡырға- бер кешенән 35 һумғаса кәметелергә тейеш. Ошо көндәрҙә Дәүләт комитеты тарафынан раҫланған тарифтар билдәле буласаҡ.


Сүп-сарҙы ташыусы компаниялар мәғлүмәттәренә шуны күрһәтә - әлеге көндә ауыл халҡы был хеҙмәт өсөн килешеү төҙөргә ашыҡмай. Ҡалдыҡтарым юҡ, мунсаға яғам, малға ашатам тип тороп булмаясаҡ хәҙер. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, килешеү төҙөргә бурыслыһың. Әлеге көндә Ишембай районындағы 85 ауылдың 34-ендә генә халыҡ "Эко-Сити"Төбәк операторы менән килешеү төҙөгән. Ә санкцияланмаған сүплектәр һаны - 71. Уларҙың барыһын да урындағы бюджет иҫәбенә бөтөрөү, юҡ итеү бурысы ҡуйылған. Тимәк, тиҫтә йылдар үҙебеҙ күмәкләп булдырған сүп-сар тауҙарынан ҡотолор өсөн бөгөн килеп башҡа көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итергә мөмкин булған аҡсалар китәсәк.


2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡайһы бер категория граждандар өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн түләүҙе ике төр социаль ярҙам менән ҡаплау тәҡдим ителә. Беренсеһе -ЕДК - торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙы компенсациялауға ай һайын аҡсалата түләү.Ул Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби бәрелештәр ветерандарына, инвалидтарға, инвалид балаһы булған ғаиләләргә, радиация тәьҫиренә дусар булған граждандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә, хеҙмәт ветерандарына, күп балалы ғаиләләргә бирелә.


Ярҙамдың икенсе төрө - торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә субсидия. Ул тулайым ғаилә килеменән алып ҡарағанда торлаҡ- коммуналь түләүҙәргә сығымдары максималь мөмкин булған сығым күләменән артҡан граждандарға тәғәйенләнә. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн был өлөш 15 процент, яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙарға -18 процент һәм башҡа категориялар өсөн 20 процент тәшкил итә. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә был сикте 13 процентҡа тиклем, ә 70 йәштән оло яңғыҙ пенсионерҙарға 16 процентҡа тиклем төшөрөү тәҡдим ителә.








Фото: pixabay.com


Читайте нас: