Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2018, 04:00

Иманлы ғаилә

Интернетта танышҡан йәш дуҫым Рәшиҙә Шәмсетдинова менән күрешеп шатландыҡ. Мин Маҡар яғына бараһым бар тигәс тә, ул унан өс саҡрым ғына йыраҡлыҡтағы беҙгә - Иҫәкәйгә инмәй китә генә күрмә, тип, үҙенең, ҡыймай ғына булһа ла, йомошон да әйтте. Баҡтиһәң, ул олоғайған әсәһен бик ҡәҙерләп ҡарай һәм һөйөклө әсәһенең хыялы - Үткәрмә Йәсин таба алмам микән? - тигән һорау бирә. Рәшиҙәнең шулай әсәһенә булған йылы мөнәсәбәте мине урынымдан ҡуҙғатты ла инде.

Интернетта танышҡан йәш дуҫым Рәшиҙә Шәмсетдинова менән күрешеп шатландыҡ. Мин Маҡар яғына бараһым бар тигәс тә, ул унан өс саҡрым ғына йыраҡлыҡтағы беҙгә - Иҫәкәйгә инмәй китә генә күрмә, тип, үҙенең, ҡыймай ғына булһа ла, йомошон да әйтте. Баҡтиһәң, ул олоғайған әсәһен бик ҡәҙерләп ҡарай һәм һөйөклө әсәһенең хыялы - Үткәрмә Йәсин таба алмам микән? - тигән һорау бирә. Рәшиҙәнең шулай әсәһенә булған йылы мөнәсәбәте мине урынымдан ҡуҙғатты ла инде.


Әтеү йәйҙән бирле ул яҡҡа “барам-барам” тигән ниәтемде һаман ҡалдырып килә инем. Шунда уҡ ул Йәсинде эҙләргә тотондом, таныш-тоноштарға, мәсеттәргә шылтырата торғас, башта Түңәрәк Йәсин табылды, унан оло мәсеткә тәғәйенләп барып, ныҡышып һөйләшкәс, бик иҫкергән булһа ла, Үткәрмә Йәсинде лә табып бирҙеләр. Үҙем күреүем буйынса, Рәшиҙәнең әсәһен иғтибарлы итеп тәрбиәләүе менән бергә, уның эс-бауырына кереп, күңелен күреүе маҡтауға лайыҡ. Быны барыбыҙ ҙа булдыра алмай. Шуға күрә лә инде аҙаҡ бик тә үкендерә, ләкин һуң була. Минең дә шулай иғтибарһыҙ саҡтар күп булғандыр. Уны ҡайғыртыуыбыҙ тик йышыраҡ барып ауыр эштәрен башҡарыу, ашау яғын хәстәрләүҙә торған, ә күңеленә кереп һөйләшергә ваҡыт тапмағанбыҙ. Ошонда, тайпылып, бер эпизодты иҫкә төшөрөп яҙмай булмай. Көҙәндә музей (әллә мәсет) асҡан мәл. Вәлиди нәҫеле йыйылған. Музейгә бер керҙем, ике... тағын хәтһеҙ ваҡыттар үткәс инһәм, оло йәштәге Сара апайҙы (З. Валидинең һеңлеһе) башта нисек экспонат кеүек ултыртҡандар, шулай ултыра бирә. Бөтә уның яҡындары эш менән мәшғүл: ҡунаҡтар менән булаша, осрашыуҙар, телмәр ҡороуҙар һ.б. Килеп тороп музейҙа көслө тауыш, әллә Ҡөрьән уҡыла, әллә телмәр шулай ишетелә (иҫтә юҡ), һөйләшерлек түгел. Әсәй вафат булғас, миңә аҡыл кергән саҡ, шуғалыр инде унан барып һораным: “Сара апай, һинең ниндәй теләгең бар, сәй кәрәкме, асыҡманыңмы?” - тип. Ул әйтә: “Ғәйшә дуҫымды күргем килә, йәш саҡтан бирле күрешкән юҡ”, - ти. Сара апайҙы саранан һуң Салауатҡа әхирәте янына алып килдек. Ике сәғәт кенә бергә ултырып һөйләштеләр. Уны шул көндө ҡайтыу яғына туғандары тупланған Стәрлегә итеп тапшырҙыҡ (машина менән инек, иптәшем дә ҡаршылашманы, рәхмәте төшһөн).


Хәҙер ҡыҫҡа ғына һүҙем - Рәшиҙәнең әсәһе тураһында яҙғым килә.


Тайфа апай Шәмсетдинова ғүмер баҡый Ишембай районы Иҫәкәй ауылында йәшәгән. 11 бала тапҡан, хәҙерге көндә ике ҡыҙы ғына иҫән. Уны кесе ҡыҙы Рәшиҙә менән кейәүе Тимербулат ҡарай. Был апай тормоштоң бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татыған: һуғыш ғазаптарын, унан һуңғы төҙөкләндереү йылдарындағы ауырлыҡтар, колхоз эшенә егелеүҙәр, сплавта эшләүҙәр, ҡап һуғыуҙар... Эшләмәгән эше ҡалмаған был апайҙың. Хатта хәләле Рәшит ағай менән тимерлектә лә көсөн һынай. Пенсияға шунан сыға.

Үҙенең иман ныҡлығы, төплө аҡылы, дөрөҫ йәшәүе, күңелендә ҡара уйҙарға ирек ҡуймауы арҡаһында тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән апайға бөгөнгө көндә 95 йәш. Ул төҫөн дә, ишетеү һәләтен дә ташламаған, хәтере һәйбәт, үткәндәрҙең бер бите лә йөрәгенән юйылмаған . Янында ғына ятҡан доғалыҡтарын алып, күҙлеген кейеп, изге әруахтар рухына доға ҡыла ул көн дә. Уға кешеләр күп килә икән. Быныһына үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Ҡыҙы Рәшиҙә лә алсаҡ, эскерһеҙ, ябай талантлы булып сыҡты. Белеме менән филолог, 6 китап авторы, РБ һәм РФ-ның Яҙыусылар союзы ағҙаһы, мәғариф отличнигы, донъяһын да матур алып бара өйөндә ҡот уйнай. Һуңғы китабы "Ысыҡ һутындағы ҡисса"ны миңә лә бүләк итте. Шиғырҙары мәғәнәле, күңелгә ятырлыҡ. Фәһемле шиғырҙарын яратып уҡыным.


Бына шундай һоҡланғыс кешеләр менән танышырға насип булды миңә.







Фото: автор.


Читайте нас: