Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2018, 04:00

Бергәләп атҡараһы бурыстар байтаҡ

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин Яңы Әптектә граждандарҙы ҡабул итте. Хакимиәт көндәре сиктәрендә үткәрелгән бындай осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы: халыҡ етәкселәргә үтенес-теләктәрен еткерһә, власть органдары, күтәрелгән проблемаларҙан сығып, ҡайһы йүнәлешкә иғтибар етмәүен анализлай ала.

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин Яңы Әптектә граждандарҙы ҡабул итте. Хакимиәт көндәре сиктәрендә үткәрелгән бындай осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы: халыҡ етәкселәргә үтенес-теләктәрен еткерһә, власть органдары, күтәрелгән проблемаларҙан сығып, ҡайһы йүнәлешкә иғтибар етмәүен анализлай ала.


Билдәләнгән ваҡытҡа ауыл мәҙәниәт йортона байтаҡ халыҡ йыйылды. Хакимиәт башлығына шәхсән һорауҙар биреү мөмкинлеген файҙаланып ҡалыуҙың әһәмиәтен күптәр аңлап килгән. Үҙ йомоштарын түгел, ғөмүмән, төҙөкләндереү, теге йәки был социаль объектты ремонтлау, юлдарҙы, һыу селтәрҙәре торошон рәткә һалыу кеүек дөйөм ауыл үҫешен хәстәрләгән һорауҙар бирҙе был тарафта йәшәүселәр.


- Суррогат һатыусыларға ҡаршы көрәштә көсһөҙлөктө танырға мәжбүрбеҙ. Күп йылдар һатҡан “тәжрибәлеләр” был эшен туҡтатырға уйламай. Беҙгә хакимиәттең,полицияның ныҡлы ярҙамы кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте Яңы Әптек ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Аҫылғужина.


Марат Хөсәйен улы был проблеманы ауылдаштар менән бергәләп хәл итеп булырҙай эш икәнен тормошсан миҫалдарҙа дәлилләне. Ысынлап та, дөйөм халыҡ ҡарары менән хатта үҙ биләмәләрендәге магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған ауылдар бар.

Электр көсөргәнеше етмәү арҡаһында көнкүреш техникаһы менән ҡулланыуҙа проблемалар булыуы, кешеләр хәүефһеҙлегенә янаған авария хәлендәге электр бағаналары барлығы әйтелде. Былар өсөн яуаплы предприятие етәкселеге менән телефон аша бәйләнешкә инеп, Марат Хөсәйен улы хәлдең контролгә алыныуын, саралар күреләсәген әйтте.


Ауыл мәсете имам хатибы Мөхәррәм Муллабаев, Рәсәй һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Флүр Әбүбәкиров (фотола), саң һурҙырғыстар етештереүсе завод яҙмышына әсенгән Рәмзиә Исхаҡова, Биксәндән крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ришат Мырҙағолов әйткәндәр ҙә дөйөм ауыл халҡы йәшәйешен яҡшыртыуға ҡағылған мәсьәләләрҙе асты. Ауылда эш урындары юҡлығы борсой халыҡты. Ауыл хужалығын күтәрерҙәй инвесторҙы йәлеп итеү мәсьәләһе ҡаралыуын әйтте хакимиәт башлығы. Яңы Әптек мәктәбе, Арлар ауылы мәҙәниәт йорто капиталь ремонтлауға мохтаж. Арларҙа уҙған йыл мәҙәниәт усағының ҡыйығы яңыртылған, әммә эске эштәргә лә ҙур сығымдар талап ителә, ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән мәктәпте ремонтлау иһә 2019 йылға заявкаға индерелгән.


Марат Хөсәйен улы, осрашыуҙы йомғаҡлап, байтаҡ мәсьәләләрҙең биләмә хакимиәте кимәлендә хәл итеп булырлығын билдәләне. Теркәлгән һәр мөрәжәғәткә иғтибар буласаҡ.





Фото: автор.


Читайте нас: