Баҡһаң, ҡалала тик ошо бөҙрәханала ғына балалар өсөн машина-ултырғыс бар икән. Төрлө төймәһенә баҫҡан һайын, күңелле көйҙәр ҙә сығара ул. Хатта ҡушылып йырлаһаң да була. Ейәнсәрем, машинаға ултырып, әле бер, әле икенсе төймәһенә баҫҡылағансы, оҫта эшен дә тамамланы, иң мөһиме, кескәй клиенты бик ҡәнәғәт ҡалды. Хәтәр әй! Салон хеҙмәткәрҙәре менән танышам: Снежана Рәхимова, Ольга Селина, Рәсимә Хәлисова, Мәликә Алмаҡаева - үҙ эшенең оҫталары. Уларҙың ҡулдары бер ҡасан да арыу-талыу белмәй кеүек. Сәс ҡырҡтырыу, буятыу, креатив прическалар эшләтеү, бөҙрәләтеүҙән тыш, бында ҡаштарҙы матурлатыу, биттәрҙе таҙарттырыу, тырнаҡтарҙы буятыу кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Заманса йыһазландырылған косметология кабинетынан бер-нисә сәғәт эсендә йәшәреп тә сығаһың. Салон етәксеһе Александра Галактионова ишембайҙарҙы «матурлау» идеяһын 4 йыл элек тормошҡа ашыра. Халыҡ бында башлыса сәс ҡырҡтырырға килә. Оҫталар һәр кемгә яҡшы мөғәлләмәлә булғас, кеше лә өҙөлмәй. Инеү менән ҡайнар сәй ҙә тәҡдим итәләр. Матурлыҡ салоны ишеген көнөнә тиҫтәнән ашыу кеше аса. Ҡалала “текә машиналы” бөҙрәхана берәү генә булғанға, ата-әсәләр кескәй балалары менән күберәк килә бында. Үҙ эшен белеп башҡарған парикмахерҙар алтын ҡулдары менән клиенттарына яҡшы кәйеф кенә түгел, сәләмәтлек, матурлыҡ та бүләк итә. Шуны ла белеп ҡуйығыҙ: Яңы йыл алдынан матурлыҡ тыуҙырыусылар даими клиенттарына бик шәп кенә ташламалар вәғәҙә итә. Бәйләнештәр селтәрендәге
https://vk.com/public103969793 төркөмдәрендә лә алдан яҙылып була.