Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 1 июленән республика биләмәһендә (Өфөнән тыш) күп функциялы үҙәктәр филиалдарында һәм бүлексәләрендә граждандарға социаль ярҙам сараларын күрһәтеү өсөн ғаризалар һәм документтар ҡабул ителә башланы. Бынан тыш, халыҡ менән мәғлүмәт-аңлатыу эштәре сифатын күтәреү маҡсатында Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге сайтында интерактив онлайн-консультант эшләй (адресы: http//calc rcspn mintrudrb.ru adviser/Default. aspx). Уның ярҙамында граждандар социаль ярҙамға хоҡуҡтары тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Cоциаль ярҙам сараларын күрһәтеү, шулай уҡ тейешле документтар исемлеге тураһында БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында www. mintrudrb.ru (социаль ярҙам бүлегендә) һәм Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге сайтында
http://rcspn mintrudrb.ru (“Түләүҙәр һәм пособиелар” бүлегендә) танышырға мөмкин.