Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2018, 02:00

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә алына. Һөлөктө дауалау маҡсатында ғына түгел, ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн дә ҡулланалар. Ҡан баҫымын түбәнәйтеүҙә һәйбәт сара ул.

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә алына. Һөлөктө дауалау маҡсатында ғына түгел, ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн дә ҡулланалар. Ҡан баҫымын түбәнәйтеүҙә һәйбәт сара ул.


Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында уны ғәҙәттә ике тапҡыр — яҙғы һәм көҙгө йылы көндәрҙә һалалар. Медицинала йөрәк ишемияһынан, инфаркттан, ҡан тулышыуҙан, ҡан ойоуҙан һәм башҡа шундай сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн ҡулланыла.


Медицина һөлөгө күлдә йәшәй. Уны үҙең тотоп файҙаланыуҙы маҡтап булмай, сөнки сирле һөлөк эләгеүе ихтимал. Икенсенән, дауа һөлөгөнә оҡшаған, әммә ҡулланырға ярамаған һөлөк тә була. Шуның өсөн хәҙер уны махсус лабораторияларҙа үрсетеп, дарыуханаларҙа һаталар.


Һөлөктөң шифаһы нимәлә? Уның ауыҙ һыуында “грудин” тигән матдә бар. Шул ҡанға ҡуйырырға ирек бирмәй, ә ҡуйырғанын шыйығайта. Ҡаны күп кешеләр өсөн һөлөктөң тағы бер шифаһы бар: аҙ булһа ла уның миҡдары кәмей.


Медицина фәне һөлөктө елкәгә, ҡолаҡ төбөнә, ҡоймос һөйәге тәңгәленә ҡуйырға кәңәш итә. Тик һөлөк ҡуйған урын ҡан тамырынан алыҫыраҡ булырға тейеш.


Һөлөк — наҙлы ҡорт. Керле тәнгә, одеколон, йод кеүек еҫле матдә һөртөлгән ергә йәбешмәй. Ул һалынасаҡ ерҙе башта яҡшылап йыуырға, шунан этил спирты һөртөргә, аҙаҡ, һөлөк төшкәс, урынын йылы һыу менән йыуырға кәрәк. Һөлөктө табип кәңәше менән генә ҡуйыу мөһим, сөнки уны һәр кемгә һалырға ярамай.








Фото: интернет.


Читайте нас в