Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2018, 02:00

Йән яраһы (хикәйә)

... Ҡыш буйы ыҙаланы Ниса. Мәктәпкә лә йөрөй алманы. 6 - сы класта уҡый ине. Янған ерҙе бәйләп булмай, сей яра булып бысҡылдай ҙа китә. Үҙенең дә ите насар булғандыр - тиҙ генә уңалманы. Ике ҡулын ең эсенән сығара ла, түш тәңгәлендә ҡаушырып йөрөй. Буш еңдәре йөрөй елпелдәп, һуғыштан төбөнән ике ҡулһыҙ ҡайтҡан Ғәббәстеке һымаҡ. Шулайтһа, күлдәге тәненә йәбешмәй. Йоҡлағанда йәбешһә инде... шарылдатып айырып алырға тура килә. Әсе ҡорот һарҡытына, тоҙло һыуға иреткән ҡаҙ майы ҡушып һөрттө өләсәһе Бәлхизә.

Ээй, ул ҡыш... Үлеп, ләхет таҡталары ябылһа ла онотолмаҫ мин күргәндәр, ти торғайны өләсәһе. Нисаға ла ғүмер буйына етерлек булды ул һыҙланыу - ғазаптар...

Уҡытыусылар килеп, эш биреп, аңламағанын өйрәттеләр, үҙе лә тырышты Ниса. Контороль эштәрҙе һәйбәт эшләп, класынан ҡалмай күсте етенсегә.


Йәй башында ҡыҙҙар менән тәүге тапҡыр һыу инергә барҙылар. Ҡыҙҙар сар - сор итеп сирҡаныс алалар, бер береһенә һыу сәсрәтәләр, һыу эсенә сүкәйеп, юҡ булып торалар. Йөҙә белгәндәре Һаҡмарҙың уртаһынан барып урай, йөҙә белмәгәндәре, һыу төбөнә таянып, яр ситендә быстырҙашалар. Ниса бер үҙе - яр башында. Эй һыу төшкөһө килә, шул теләге арҡаларын зымбырлата хатта.

- Яр башында ултырма бер үҙең күҙеңде асалаҡ - йомалаҡ итеп! Өкө шикелле! Кил, төш! Тәүге һыуға вис кеше төшөргә тейеш! Нимәңде ҡарап ултыраң? Әйҙә!

Кемуҙарҙан ҡысҡырып, һыуҙа маз булған әхирәттәре Нисаның оялыуын һындырҙы.

Күлдәген сисеп, ултырған еренә бөкләп һалды ла Һаҡмарға боролдо.

Донъялағы иң ҡурҡыныс януарҙы күргәндә лә кеше улай ҡурҡмаҫ.

- Аһ!... Күмәк иңрәү Һаҡмар өҫтөндә сайҡалды.

Ниса мунсала эҫе һыуға бешкән, тигәнде бөтәһе лә ишетһә лә, шул тиклем үк яныуҙы күҙ алдына килтермәй ине берәү ҙә. Нисаның эсе ике түштән алып кендеккә тиклем ҡарт ҡайындың олонондағы суғыртмаҡ шикелле булып уңалғайны. Тик был суғыртмаҡлы туҙ бурһыу ҡыҙғылт төҫтә - ҡайнар һыуға бешкән йоҡа тән төрөлөп, сурайып бөтәшкән ине. Тиреһе үҫмәгән ерҙәренең ите йып - йылтыр булып тартылған. Йәш тулы ҡараштарын ҡыҙҙар ситкә алды.

Ниса йүгереп барып һыуға ташланды. Үкһей - үкһей, илай - илай йөҙҙө. Ҡыҙҙар ҙа йәштәрен тыйманы. Улар араһында иң шәп йөҙөүсе ине Ниса - Һаҡмарҙың арғы ярына етә яҙып ураны. Һыуға сумып, оҙаҡ сыҡмай, һыу аҫтында өнһөҙ иланы. "Үләйем дә ҡуяйым..." - тип иланы...

- Ниса!!! Алйотланма!!!

Күмәк тауыш тағы Һаҡмҡар буйын яңғыратты.


Шунан һуң Ниса ҡыҙҙар менән Һаҡмарға һыу инергә йөрөгәндә эскүлдәк кейеп төшә башланы. Йоҡа ғына аҡ митҡалдан еңһеҙ итеп эскүлдәк тегеп алды һыу ингәндә кейер өсөн.

Ныҡ янғайны шул эсе, яңы ғына тумалып килгән түштәре.... Һул яҡ түше бигерәк тә ныҡ беште. Оло сүмес ҡайнар һыу нимә ҡуя?..

Тән яраһы яйлап уңалды. . Суғыртмаҡтар ҙа, бөтмәһә лә, әкренләп ярайһы ғына тигеҙләнде. Әхирәттәр еткән ҡыҙҙар булып етешеп беште. Уларҙың тығыҙ күкрәктәре матур, тигеҙ генә булып ҡалҡып тора. Түштәре теүәл булғас ни... Нисәның һул түше шул көйө ҡалды, үҫмәне. Ҡыҙ тәүҙә лифчигының һул яғына мамыҡ тултырып ала торғайны. Ә мамыҡ тик кенә ятмай, улай - былай шыла, ойоша, йыуып алайым, тиһәң, өҙөлөп бөтә. Һуңынан башы етте Нисаның - һулы өсөн, уңына үлсәп, яһалма түш тегеп алды. Ҡатлап - ҡатлап, һырып , күбеп. Мунсала ғына йыуып киптереп ала ла, лифчигына ҡуша тегеп ҡуя. Тора - бара Ниса оҫтарып китте - теккән яһалма түштәр ҡатҡыл ғына булып, ысынынан айырылмай.

Яҙмыш үҙенең бизмәненең ике осон дә тигеҙ тоторға ярата. Янған ҡыҙҙы әхирәттәре араһында иң һылыуы итте Тәҡдирбикә. Һипкел тигәндең нимә икәнен дә белмәгән ап - аҡ йөҙ, ҡыйылып киткән ҡаштар менән ҡамыш шикелле ҡуйы оҙон керпектәр араһында мөләйем ҡуңыр күҙҙәр.... Эйәгенең һул яғындағы ҡап - ҡара матур миңе ҡыҙҙы тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Оҙон ҡалын сәс толомон берҙән үреп, һул яурыны аша алға төшөрөп һала гел.

Урта мәктәпте бөткәс, ҡыҙҙарҙың ҡайһылары һыйыр һауырға эшкә сыҡты, ҡайһылары ҡалаға барып һөнәрселек училищеһына керҙе. Бер нисәүһе кейәүгә сыға һалып китте. Ә Ниса Стәрлетамаҡ институнына барырға әҙерләнеп йөрөй. Юлға бергә сығып китергә иптәш ҡыҙҙар ҙа бар - мәҙәни - ағартыу техникумына инергә иҫәптәре.

Конкурстан үтә алмаған Нисаға кире ауылға ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Ул саҡта ун класс блеме булған, өҫтәүенә армиянан ҡайтҡан егеттәрҙе, унды яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙҙарҙы уҡытыусы итеп эшкә алалар ине. Уҡытыусылар етешмәгәнде, бәлки.

Ниса ла Йомрандар тигән ауылдың башланғыс кластары ғына булған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башланы.

Уның был ауылға килгән көнө матур хәтирә булып иҫендә ҡалды. Вәғиз ағаһы ат менән күсереп алып килде Нисаны утыҙ саҡрымда ятҡан Һаҡмар буйындағы ауылынан.

Йәй аҙағының сыуаҡ, йылы, зәп - зәңгәр күкле матур көнө ине. Иң тәүҙә мәктәпкә туҡтанылар. Йыйыштырыусы иҙәндәрҙе йыуған, ишек алдарын һепергән. Мәктәп ишеге шар асыҡ. Кәрәк - яраҡтарын, китаптар, таблицаларҙы бушатҡан арала ихатаға ҡатындар, бала - саға килеп тулды. Ихлас күрешеп, ҡайҙан, кем балһы икәнен һорашып бөткәндән һуң, кемгә фатирға төшөрөргә, тип күмәк кәңәшкә керештеләр.

- Үҙемә генә индерер ҙә алыр инем был кәртинкәне, - тип көлдөрөп алды Мөбирә тигәне, - балларым хут бирмәҫ.

- Зәһүрә әбейҙән ҡулайы булмаҫ. Уның үләре үлеп бөткән, китәре китеп бөткән. Өйө иркен. Силсәүит утын бирһә лә файҙа...

Зәһүрә тигәндәре барыбер миңә әпкилмәй хәлегеҙ юҡ, тип көткән, тиерһең Йәйгелеккә, тип сығарылған, ап - аҡ итеп ағартылған мейесе янында самауыры борҡоп ҡайнай, бер ҡаҙан картуф, тәмле еҫтәр таратып, бешеп ултыра.

- Бер генә уҡытыусы киләме, тиһәм... Был дилигатсыя ҡалыу ҡайҙа ул, - тип мәрәкәләп ҡаршы алды килеүселәрҙе әбей..

Йәшел сирәм өҫтөнә йүгереп йөрөп балаҫ - кейеҙҙәр, ҡорама түшәктәр йәйҙеләр. Ашъяулыҡтар түшәнеләр. Унда күҙ асып йомғансы ризыҡ тулды. "Әйтәм, һәр береһенең ҡулында төйөнсөгө бар ине..." - тип аптыраны Ниса.

- Ҡалай итһәң, ит, Йомрандарға барып ет! Йомрандарға барһаң, май ҙа ҡорот, икмәк юҡ, тиһәләр ҙә, беҙҙә вис бар! - тип үҙҙәренең хәбәрҙәрен һөйләй - һөйләй, ашъяулыҡҡа һый теҙҙеләр.

- Игендәрен йомран ташып бөткән, тигән булаларҙыр...

Шуныһы ҡыҙыҡ ине Нисаға - балаларҙы айырым ултырттылар.

Сәй эсеп алғас, аяҡ һоноп ултырып, тағы оҙаҡ гәпләштләр.

- Йәгеҙ әле, апайығыҙға йырығыҙҙы йырлағыҙ.

- Йә әле һин шиғырыңды ятлап ишеттер.

- Бейеп күрһәт әле, - тип балаларҙы ла буш ҡуйманылар.

Шундай асыҡ күңелле, ихлас кешеләр араһында эшкә өйрәнеп китеүе лә еңелерәк булды Нисаға. Йыйылыштарға дәррәү йөрөнө ата - әсәләр. Балаларының холоҡтарын һөйләйҙәр, һин уны шулайт, һин быны нығыраҡ тот, тип, кәңәштәр бирәләр.

Уҡыу йылы бөткәс, институтҡа уҡырға инергә ныҡлы ҡарар итте ҡыҙ.

Ситтән тороп уҡыясаҡ. Яратып өлгөргән эшенән китһә, ҡалайтыр тегендә? Бынау муйыл күҙле теремек уҡыусыларын һағынып үлер, ташлап китһә.

Декабрь уртаһында Йомрандарға һалдат ҡайтты. Ауылдағы ғәҙәт буйынса ҡунаҡ янына ҡунаҡ йыйҙы Әүзәр менән Зәйнәп. Зәһүрә менән Ниса ла саҡырылды ҡунаҡ янына. Нисек кенә өгөтләмәһен Зәһүрә, Ниса өйҙә ҡалды.

- Дәресем күп, инәй.


Ишекте туҡылдатҡас, инәй ҡалай тиҙ ҡайтты, тип уйлап, Ниса келәне ысҡындырҙы ла Зәһүрәнең ингәнен көтөп тормай, өҫтәле янына үтте

- Отставить! - тигән көр тауышҡа ялт әйләнеп ҡараны ла шаҡ ҡатты ҡыҙ. Ишеккә башын төкөмәҫ өсөн эйелеп инеп килгән һалдат, иҙәнгә төшөп киткән кәпәсенә эйелеп, хәбәрен теҙҙе:

- Аштан оло булырға ярамай! Боҫло ашты бора баҫмайҙар беҙ..ҙә.. Хәҙер үҙем барып... Тип...

Турайып баҫҡан егет телдән яҙҙы.

- И-ибраһим.

- Ниса.

Ҡунаҡтағылар Ибраһимдың Нисаны алып килеү түгел, үҙе лә урап ҡайтмауының сәбәбен һүҙһеҙ аңланылар. Әүәлге моряк Баязит сығарған:

- Прапал парин, - тигән ҡарарға бөтәһе лә риза булды.

Зәһүрә ҡайтып ингәндә Ниса өҫтәл артында, Ибраһим ишек төбөндәге эскәмйәлә ултыралар ине.


- Нимә һөйләштегеҙ?

- Һөйләшмәнек.

- Ыыста... Тик ултырҙығыҙмы?

- Эйе.

- Нисек тә... Ибраһим да хәбәр һөйләмәгәс... Ул ине тик ултыра торған кеше.

Ерҙән атламай хәҙер Ниса, ҡанатланып оса. Ул бәхетле, уны һөйәләр! Ҡыштың ҡалай үткәнен, яҙҙың ҡасан еткәнен дә белмәй ҡалды ғашиҡтар. Матур йөрөнөләр. Шофер булып эшләгән Ибраһим колхоздың өс ауыл фермаһының һөтөн ташыны, башҡа рейстарға йөрөнө. Буш ваҡыты килеп сыҡһа, һөйгәне янына ашҡынып килеп етә. Ниса ла уны һағынып көтә.

Ибраһим өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ниса быны күптән хәл ителгән нәмә, тип ҡабул итте.

Май байрамында икәүләп Нисаларға барып килделәр. Стәрлегә китмәҫтән алда Нисаны кәләш итеп өйттереп ҡуйыу ниәте тураһында аңғартты Ибраһим, һөйләшергә ата - әсәһен ебәрәсәген әйтте.

Һуңғы ҡыңғырау булған көндөң кисендә Ибраһим килде. Әүзәр менән Зәйнәп бөгөн ат менән буласаҡ ҡоҙаларына барып килгәндәр икән. Алдағы йомала кәләш әйттерергә киләсәктәрен иҫкәртеп ҡайтҡандар.

- Нисек үткәреп ебәрергә инде был аҙнаны, ҡалайтып ҡына сыҙалыр икән?

Ибраһимдың ихлас ҡайғырып ултырыуына Ниса көлөп ебәрҙе.

- Һине мәңгелеккә үҙемдеке итәһем килә бит тиҙерәк, ҡалайтайым?

- Мин былай ҙа һинеке бит, Ибраһим, һинеке генә буласаҡмын.


Йылдай тойолған аҙна үтте, ниһайәт. Йома көнө барып әйттерһәләр, ялдан һуң Ниса юлға сығасаҡ. Ә бөгөн ул төшкә тиклем РОНО - ға барып ҡайтты, приказға ҡул ҡуйҙырҙы.

Мәктәптең асҡысын тапшырҙы. Август урталарында килермен, тип балалар менән хушлашты. Әйберҙәренең, кейемдәренең килгәс кәрәк буласаҡтарын Зәһүрә инәһенә ҡалдырҙы. Ибраһим:

- Эштән ҡасан ҡайтһам да үҙем алып барырмын, ҡайтып китмә, мине көт. Ат менән килеп ыҙаламаһындар, - тип әйтеп китте иртәнсәк.

- Хат яҙып тор Эстәрлеңдән, хәлеңде белгертеп, - тип ҡалды Зәһүрә.


Нисаларҙың ауылына барып етергә ике саҡрымдай ҡалғас, Ибраһим машинаһын туғайҙа туҡтатты.

- Әйҙә, төшәйек әле, Ниса, әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡ. Беҙ иртәгә ҡасан килгәнсә хәбәр йыйылып китер.

- Әсәйемдәр мин оҙаҡлағанға аптырап ултыра микән?

Ибраһим кабинаның ишеген асып, ҡыҙҙы ҡосағына алды, ҡайнар тыны менән Нисаның сикәләрен яндырҙы.

- Сабыр итәйек, йәнем...

Егет көслө ҡулдары менән ҡыҙҙы күтәреп йомшаҡ үләнгә һалды.

- Ибраһим, иртәгә...

- Ниса... Бөгөн ни, иртәгә ни...

Уның ярһып наҙлауына Ниса быуынһыҙ булды. Блузкаһының бөтә төймәләрен ысҡындырып, Ибраһим ҡыҙҙың түшенә ирендәрен тигеҙҙе, һурып - һурып үбергә теләне.

- Ибраһим!!!

- Ниса, был нимә ул? Ниндәй сепрәк ята ул бында?

- Ибраһим, мин бәләкәй саҡта мунсала эҫе һыуға яндым. Тайып китеп бер сүмес ҡайнар һыуҙы түшемә ауҙарҙым... Шуға ошолай булып ҡалдым...

Йәйге ҡыҫҡа төндөң шыйыҡ ҡараңғылығы Нисаның тәнендәге яраларҙы йәшерә алмай, Ибраһимдың ағарынып киткән йөҙө лә асыҡ күренә

- Ә ниңә шулай икәнеңде минән йәшерҙең?

-Нисек йәшерҙем? Ҡасан әйтергә тейеш инем һуң? Нисек шулай икәнемде, Ибраһим?

Егет Нисаның күкрәгенә эйәге менән ымланы.

Ҡыҙ төймәләрен элде лә тороп баҫты.

- Һеҙ килмәгеҙ иртәгә, Ибраһим. Атайыңдарға әйт, бармайбыҙ, тиген. Мин сыҡмайым һиңә.

- Нишләп килмәй, ти, киләм! Һине...

- Кем алыр, тиһеңме? Алмаһалар, бармаҫмын. Ә һин ҡайт. Хуш! Ҡалдыр мине, үҙем ҡайтып етермен.


Һаҡмарының һалҡын һыуында илай - илай оҙаҡ йөҙҙө Ниса. Яҡтырып килгәндә ҡайтып ингән ҡыҙҙарының хәлен ата менән әсә бер ҡараштан аңланы.

Иртә менән атаһы Нисаны район үҙәгенә илтеп ҡуйҙы. Шул китеүҙән Стәрлетамаҡта ҡалды Ниса. Ҡалала ла аҡыллы егеттәр күп икән - кейәүгә сыҡты, һөйөклө иренә ике ул табып бирҙе.

Тәүге малайына имсәк ҡаптырғанда, һул түше тәҡәтһеҙ ҡысый башланы. Тырнарға ҡурҡты, йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны лы һыйпаны. Ҡысыу баҫылды. Бер аҙҙан нимәгә эсемә йылы ғына булып китте икән, тип ҡарап ебәрһгәйне, таң ҡалды: имсәктең башы булырға тейешле ерҙән тып - тып итеп һөт тама! Тән яраһы уңалып, һыҙлауҙары онотолһа ла, ауылдан киткәне бирле йәне һыҙылып ҡына һыҙланы ла торҙо Нисаның Бәпәйен имеҙгән мәлде көткән икән күңел яраһы. Бына хәҙер ул да уңалды. Ап - аҡ күкрәк һөтө икән йән яраһының дауаһы.




Фото: pixabay.com


Читайте нас: