Йоҡо алманы Кисенбикәне, инде ойоп киттеме, һаташа башлай. Ҡөрьән
сүрәләрен ауыҙ эсенән генә әллә нисә тапҡыр ҡабатланы, күңелен өйкәгән
шомдан арына алманы барыбер. Сөләймәне иҫән булһа, был тиклем ыҙаламаҫ
ине. Уның киң күкрәгенә һыйынып, бар донъяһын онота торғайны ҡатын. Ошо
ышыҡ уны бөтә хәсрәт-хәүефтән ҡурсалап тора һымаҡ, тир еҫе һеңгән
тәненән йәне рәхәтләнә, ҡайнар һулышына балауыҙҙай ирей. Эй, ул
саҡтар!.. Керпек ҡаҡҡан арала юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Рәхәттең ғүмере ҡыҫҡа
була, тип белеп әйткәндәр. Ирен юғалтыуына өсөнсө аҙна хәҙер, шунан
бирле йоҡоһо йоҡо, ашы аш түгел. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, анау ләғнәт
төшкөрҙәре ҡаныҡты бит уларҙың ерҙәренә. Бер көн Хөсәйен мулла
ир-аттарҙы йыйып алды ла:
– Этимгән буйында килмешәктәр баҡыр завуды төҙөй башлаған, – тип хәбәр һалды.
Бер-бер артлы күпме ерҙәренән ҡолаҡ ҡаҡҡан халыҡ төркөмө геү итеп ҡалды:
– Нимә етмәй уларға?! Беҙҙең бөтә ерҙәргә хужа булмаҡсылармы?!
– Ҡаҙна еренән тыш, беҙҙекен талайҙар!..
– Шымып ятҡас, талайҙар инде!..
– Туҙҙырырға кәрәк ул яуыздарҙы! Башҡа аяҡ баҫмаҫлыҡ булһын!..
– Батшаға ялыу яҙырға кәрәк!..
– Бар тип белде ти батша ялыуыңды!..
– Барабыҙ!.. Туҙҙырабыҙ!..
– Хөсәйен мулла, әйт, нишләргә?..
– Нишләргә тип... – Мулла тамағын ҡырҙы. – Күп түҙҙек, йәмәғәт! Беҙҙең зарҙы ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр, сүп шайы ла күрмәйҙәр...
– Күрмәһәләр, күрһәтәйек!..
– Шуға әйтәм, ер – беҙҙеке!.. Күпме ҡан ҡойоп, батша башҡорттоң ергә аҫабалыҡ хоҡуғын таныны...
Хөсәйен мулланың һүҙен бүлдерҙеләр:
– Осаһына ут төртөлгәс, танымай ҡайҙа барһын!.. Был юлы ла аҫтарын үртәп алырға кәрәк. Белһендәр кемдең кемлеген!
– Мин дә шулай уйлайым, – тине мулла. – Беләһегеҙ, эт эсәге ергә тамыр
ебәрһә, унан ҡотолоуы анһат түгел... Атҡа атланмай сара юҡ!..
Ярһыған ир-егеттәр тиҙ арала аттарын эйәрләп, уҡ-һаҙаҡтарын алды.
Кисенбикәнең ире Сөләймән дә ҡушылды уларға. Берҙән-бер улы Биксәнтәйҙең
был мәлдә һунарҙа булыуына ҡыуанып ҡуйҙы ҡатын. Улы ла дыуамал шул,
атаһына эйәрер ине. Күп тә үтмәне, ауылдан ҡуҙғалып киткән ҡырҡлаған
һыбайлының артынан саң ғына күтәрелеп ҡалды.
Ир һүҙенә арҡыры төшөп өйрәнмәгән сабыр ҡатындар хафалы күҙҙәрен юлдан
алманы. Киткәнгә юл оҙон, көткәнгә көн оҙон: ҡояш та, ауға эләккән
балыҡтай, ысҡына алмай сәбәләнә. Һәр әмәлдең үҙ мәле: көн кискә ауышып,
ғаләм һылыуы оҙон керпектәрен йәшергәс, юлда һыбайлылар күренде. Улар
ауылға инеү менән туп-тура Кисенбикәнең өйөнә йүнәлде. Баянан бирле
күкрәк тирәһен өйкәгән төйөн ҡатындың тамағына килеп тығылды ла,
һыбайһыҙ ҡара айғырҙы күргәс, ғазаплы өн булып бәреп сыҡты: “Аһ!”
Йөрәген ялмап алған хәсрәт ташҡыны атылып сыҡмаһын тигәндәй, яулыҡ осо
менән ауыҙын ҡаплаһа ла, күҙҙәренән бите буйлап ағылды.
– Рәнйемә, Кисенбикә килен! – тине Хөсәйен мулла Бөркөттөң теҙгенен ҡатынға тоттороп. – Аллаһ Тәғәләнең яҙғаны шулдыр...
– Эй, Илаһым!.. – тип кенә әйтә алды Кисенбикә.
Бөркөт, хужаһын юғалтыуы өсөн ғәфү үтенгәндәй, Кисенбикә алдында башын һалындырҙы, ер сапсып бышҡырҙы.
– Илгә килгән ҡаза... – тип һөйләнде мулла. – Сөләймән менән тағы
Ишкилде, Мырҙағол ҡустылар шәһит китте... Өсөһөнә лә Ҡөрьән сығып,
Тайһуйған битләүендә ерләнек. Йәндәре йәннәттә булһын! Амин.
Ҡалғанын Кисенбикә өҙөк-һурыҡ ҡына хәтерләй, тамам зиһене тарҡалды.
Ҡайғылы хәбәрҙе ишетеп, өтәләнеп килеп еткән Биксәнтәйе әсәһе янында
– Ҡуй, улым, ҡайт өйөңә, – тине. – Килен дә, балалар ҙа бошоналыр.
Улы ҡайтып киткәс, яҫтыҡҡа ҡапланып, буҫығып үкһене Кисенбикә. Баянан
бирле күкрәген ярып килгән ғазап ташҡыны ҡутарылып килеп сыҡты. Ике көн
ятты ла ҡуйҙы шулай. Өлтөрәп торған улы менән Мәрүә килененең һүҙен
йыҡмаҫ өсөн генә тороп, бер-ике йотом сәй уртлаған булды, тамағына
семтем тәғәм барманы. Әлдә ошо Биксәнтәйе бар! Шуныһына ҡыуанып бөтә
алмай Кисенбикә. Хоҙай уларға башҡа бала бирмәне. Эсмәгән үлән төнәтмәһе
ҡалманы, өшкөртөргә муллаларға ла йөрөп ҡараны – буйға уҙманы бүтән.
Зәхмәттең сәбәбен үҙе лә тоҫмаллай ҡатын. Биксәнтәйенә йәш тулып бара
инеме шул, йәйләүгә сыҡҡанда, Кисенбикә менгән ат, үлән араһынан ҡапыл
осҡан ҡоштан өркөп, ситкә һикерҙе. Ҡатын эйәр өҫтөнән йылп итеп кенә
ҡалды. Ярай әле, Биксәнтәйе атаһы менән ине. Шул саҡта эсендә нимәлер
өҙөлгәндәй, сәнсеп-сәнсеп алды. Кире ҡайтып, һикегә ауҙы ул. Аҙаҡ әллә
нисә көн ҡан килеп йөрөнө. Был хаҡта иренә өндәшмәне, бөтөр әле, тине.
Һыҙланыуы үтте үтеүен, ләкин ошо ваҡиғаның касафаты, ана, ҡайһылай
килтереп һуҡты. Бәлә аяҡ аҫтында ята, тип тиктәҫкә әйтмәгәндәр, күрәһең.
Кисенбикә аптырап ҡуйҙы: бәндәнең үткән ғүмере төн ҡараһына һеңәме
икән әллә? Ошо ҡараңғылыҡҡа текләп, үткәндәрҙең күпме ярсығын соҡоп
сығарҙы лаһа... Өнһөҙ төндөң дә теле бар икән!.. Әҙәм балаһы зиһене
нығынғас ҡына уның телен аңлай башлайҙыр. Бына хәҙер илле ете йәшенә
– Аһ-аһ!.. Был ни ғиллә булды әле?! – Шарт та шорт мылтыҡ атҡан,
кемдәрҙеңдер ҡысҡырышҡан, илашҡан тауыштарын ишетеп, зиһенен туплай
алмай ултырҙы Кисенбикә. Камзулын, ситеген кейеп, урамға сығырға
уйлағайны, ишек шар асылып китте лә, мылтыҡ тотҡан ике кеше дөбөр-шатыр
– Выходи! – тип ҡысҡырҙы уларҙың береһе, мылтығын тоҫҡап. – Живо!
Икенсеһе шаңҡып ҡалған ҡатындың беләгенән эләктереп, урамға сығарып
быраҡтырҙы. Һөрлөгөп барып төштө Кисенбикә. Драгун кейемендәге кешеләрҙе
күргәс, эштең нимәлә икәне аңына барып етте уның. Һуңғы арала
һалдаттарҙың башҡорт ауылдарын талап, үртәп йөрөүҙәре тураһында ҡот
осҡос хәбәрҙәр йышайғандан-йышая бара ине. Кисенбикәне этә-төртә
драгундар ҡамауында өйкөлөшөп торған халыҡ төркөмөнә килтереп ҡуштылар.
– Господин поручик, бер эт тә ҡалманы, – тине йүгереп килеп еткән
һаҡалтай ошо мәхшәрҙе тыныс ҡына күҙәтеп ат өҫтөндә ултырған мыйыҡлы
– Яҡшы! – тине уныһы ҡәнәғәт ҡиәфәттә. – Беҙҙекеләрҙең барыһы ла иҫәнме?
– Невзорҙы... һәнәк менән... Үтәнән-үтә... – тип һөйләнде һаҡалтай.
– Ублюдки!.. – поручик теш араһынан ыҫылдап һүгенде.
– Ирҙәрҙе анау келәткә бикләнек... – тип мөгәзәйгә күрһәтте тегенеһе.
– Ә юлбаҫарҙарҙың атаманы ҡайҙа?
Ҡулдары артҡа шаҡарып бәйләнгән, йөҙөнә ҡан ҡатҡан Хөсәйен мулланы
мөгәзәйҙән һөйрәтеп сығарып, поручиктың аяҡ аҫтына ташланылар.
– Эт!.. – поручик үксәһе менән мулланың башына баҫты. – Ер кәрәкме
һиңә!?. Мә, аша!.. – Ул услап-услап Хөсәйен мулланың ауыҙына тупраҡ
– Ҡәбәхәттәр!.. Аллаһ Тәғәләнең ҡәһәре төшөр үҙегеҙгә... – тип
һөйләнде мулла, ауыҙына тулған тупраҡты төкөрә-төкөрә. Поручик уның
башҡа һүҙҙәрен аңламаһа ла, Алла тигәнен шундуҡ төшөндө.
– Хәҙер Аллаң янына барырһың!.. – тине, ҡамсыһы менән Хөсәйен мулланың
арҡаһына һыҙырып. Шунан әшнәләренә ҡысҡырҙы. – Дар эшләгеҙ!..
Драгундар тиҙ генә өс таған һөйәп ҡуйҙы. Таған араһына Хөсәйен мулланы
һалып, еләнен һуя тартып алдылар. Кисенбикә күҙ ҡырыйы менән генә күреп
ҡалды: ниндәйҙер ырғаҡ һымаҡ нәмәне мулланың эсенә тыҡтылар.
– А-а-а!!! – Йән асыҡҡа ҡысҡырған тауыштан халыҡтың тәне семерҙәп китте, күҙҙәре йомолдо.
– Ҡарағыҙ! – тип ҡамсыһы менән ҡатындарға һелтәнде поручик. – Ғүмерлек һабаҡ булһын!..
Күҙ асып йомған арала Хөсәйен мулла ҡабырғаһынан дарҙа эленеп тора
ине. Ул бер нисә тапҡыр ҡысҡырҙы ла, әллә аңын юғалтты, тынып ҡалды.
Элеүле торған мулланың кәүҙәһе ара-тирә һелкенеп-һелкенеп ҡуйыуы ғына
йәне әле ташлап китмәүе тураһында һөйләй.
– Басурман!.. – тип төкөрҙө поручик, шунан ситтәрәк торған Ялсығолға ҡысҡырҙы. – Бурҙарҙың ғаиләләре барыһы ла бындамы?
– Бында, бында, гаспатин, – тип өтәләнде Ялсығол, ауылдаштарын ҡарашы менән байҡап.
Ауылдаштары тип, Һаҡҡолдоҡо түгел Ялсығол. Уның ҡайҙан килгәнен, кем
булыуын үҙенән башҡа берәү ҙә белмәй. Өс йыл элекме шул, күктән төшкән
шикелле ауылда пәйҙә булды. Шунан башлап, эш-көштө әллә ни ырата алмаһа
ла, кешеләргә көнлөксө булып йәшәп алды ла китте. Уны ҡыуған да,
саҡырған да кеше булманы, үҙ ыңғайына яңғыҙ башын аҫрап ятты-ятты ла
аҙна-ун көн элек күҙ менән ҡаш араһында юғалды ла ҡуйҙы. Елдән килде,
елгә китте, тигәндәй, уның юҡлығын һиҙмәне лә шикелле халыҡ. Әле
Ялсығолдо драгундар ҡашында күреп, берәү ҙә ғәжәпләнмәне. Хәйер,
кешеләрҙә уның ҡайғыһы юҡ ине.
Төркөм араһында Биксәнтәйе, килене, ейәндәре күренмәгәс, ҡыуанып ҡуйҙы
Кисенбикә. Кисә генә улы ғаиләһе менән күрше ауылдағы ҡоҙаларына туйға
киткәйне. Ҡоҙалары уртансы малайҙарын өйләндерәләр, ти. Кисенбикәне лә
өгөтләнеләр, эсе бошоп торғас, барманы. Уларҙың юҡлығын Ялсығол да
шәйләмәне шикелле, әллә әһәмиәт бирмәне. Хәйер, Биксәнтәй гел һунарҙа
йөрөгәс, кеше күҙенә салынып та бармай. Өйҙө лә ауылдың иң осона һалып
инде. Хафаланғаны шул Кисенбикәнең: ошо мәхшәр өҫтөнә ҡайтып төшмәһәләр
– Ә быныһы ниндәй ҡарасҡы? – тине поручик, аяҡтарын ҡосаҡлап ҡалтырана-ҡалтырана сиҙәмдә ултырған Әхмәҙуллаға ымлап.
– Ул ни... Ахмуш... – тине Ялсығол. – Палаум... Дурак...
Әхмәҙулланы кешеләр Әхмүш тип кенә йөрөтә, мулла ҡушҡан исемен
өлкәндәрҙән башҡа берәү ҙә белмәй хәҙер. Ә-ә, тағы берәү белә уның
исемен, көмөштәй сыңлаған тауышы менән йән иреткес итеп әйтә:
“Әхмәҙулла!” – ти. Ауылдың иң сибәр ҡыҙы Ҡарлуғас ул. Белә Әхмәҙулла:
был донъяға шул ҡыҙҙы күрер өсөн генә килгән. Аҡ йөҙлө, сөм ҡара күҙле
Ҡарлуғас оҙон керпектәрен елпеп бер ҡараш ташланымы, Әхмәҙулланың йәне
рәхәтләнә. И-и, ошо матурлыҡҡа ғүмер буйы текләп ултырыр ине ул,
ҡыҙыҡайға күҙ тейеп ҡуйыуҙан ҡурҡа. Шуға ла Ҡарлуғастың йөҙөнә күҙ
һирпеп кенә ала ла гел башын эйеп кенә һүҙ ҡуша, зәхмәттән һаҡлай.
Әхмәҙулланың атаһы ла, инәһе лә юҡ, ендән тыуған, тиҙәр уны. Кем
балаһы булыуын хәҙер халыҡ онотоп та бара инде. Имеш-мимешкә ҡарағанда,
Сәрбиямал апайҙың ун биш йәшлек ҡыҙы кистәрен ҡаса-боҫа ҡайынлыҡ
урманына йөрөгән икән. Ен егетенә ғашиҡ булған, ти. Шул ҡыҙ, буйға
уҙғас, кеше белмәһен тип, эсен билбау менән быуып йөрөгән. Орлоҡ бүртмәй
ҡаламы ни, ваҡыты еткәс, тиртеп сыҡҡан. Теге ҡыҙ, бахыр, балаһын тотоп
та ҡарай алмаған, күп ҡан юғалтыуҙан, ҡайын туҙы шикелле ап-аҡ булып,
күҙен йомған, тиҙәр. Кеше ысынды һөйләйме, буштымы – әйтеүе ауыр. Шул
яҡта көтөү көтөп ятҡан Ғилметдин тигән күрше ауыл егете лә күргән, ти,
ендәрҙе. Хәҙер кешеләр ул урынды Ен ояһы тип йөрөтә. Әхмәҙулланың
донъяға килеүе ана шулай ен нәҫеленә барып сеймәлә. Бөтә ауылға бер
ғибрәт булып тыуған ен балаһынан баш тартмаған Сәрбиямал апай. Кит,
нишләп ендеке булһын, кешегә оҡшап тора лаһа, тигән. Исем ҡысҡырырға
мулла килмәгәс, белгән доғаларын уҡып, үҙе ҡушҡан. Халыҡ баштараҡ “ен
балаһы”на шомланыбыраҡ ҡарай ине, тора-бара күнекте. Әллә ни ҡурҡынысы
ла юҡ икән, аҡһабыраҡ атлауын иҫәпкә алмағанда, бөтә һыны теүәл. Теле
һуң асылды Әхмәҙулланың. Аптырарһың, әллә ваҡыттың ҡөҙрәте етмәй, әллә
ен нәҫеленән булғанға, уға ҡартлыҡ касафаты йоҡмай. Дөрөҫөрәге, йылдар
төрәне маңлайына һырҙар һалһа ла, сабый аҡыллы булып ҡалды.
– Нишләп келәттә түгел был? – тип екерҙе поручик, Әхмәҙуллаға күрһәтеп.
– Гаспатин Гордей Креславович... Зыяны юҡ уның... Дурак ул... – Аҡланырға тырышып, ыҡ-мыҡ итте Ялсығол.
– Зыяны юҡ... – тип уның һүҙен мыҫҡыллы ҡабатланы поручик. – Бөтә бәләләрҙең башында ана шул дурактар тора!..
– Хәҙер... Хәҙер бикләйбеҙ уны!.. – Ялсығол хатаһын төҙәтергә ашыҡты.
– Ярай... – поручик, йомшара төшөп, ҡул һелтәне. – Ҡалһын. Шут менән юл ҡыҫҡараҡ булыр...
Гордей атынан төшөп, өймәкләшеп торған халыҡ янына килде. Һәр береһен
кешеләр араһынан тартып сығарып, баштан-аяҡ күҙ йүгертте. Йәш
ҡатындарҙы, малай һәм ҡыҙҙарҙы – бер яҡҡа, әбей-бабайҙарҙы икенсе яҡҡа
айырҙы. Кисенбикәгә лә сират етте. Өлкән йәштә булһа ла, йәшлек
матурлығын ташламағайны ҡатын. Поручик уны йәштәр яғына төртөп ебәрҙе.
Шунан ул Ҡарлуғастың яулыҡ ҡаплаған йөҙөн сыбыртҡы һабы менән асып
ҡараны ла, ҡыҙыҡайға байтаҡ текләп торғас, Ялсығолдо саҡырып:
– Быныһын һаҡла. Берәү ҙә теймәһен! – тине. – Бүләк!..
– Тыңлайым, гаспатин! – тип ауыҙ йырҙы Ялсығол.
– Шәп бүләк!.. – тип ҡабатланы Гордей, табышҡа юлығыуына ҡәнәғәтлек
кисереп. Улай тиһәң, бындай хазинаға тәүге тапҡыр юлығыуы түгел инде.
Быға тиклем дә башкиҫәрҙәр ауылының көлөн күккә осороп, һөлөктәй
ҡыҙҙарын ҡулына төшөрҙө. Һай, сибәр шул ҡырағайҙарҙың ҡыҙҙары!..
– Ә быларын?.. – тип һораны Ялсығол, ҡарттарға ишаралап.
– Ҡарап торһондар! Ошо ялҡын ғүмер буйы йәндәрен өтөр!.. – тине поручик. – Быныһы инде үлемдән дә хәтәрерәк!..
Ялан яғынан ауылға сабып килеп ингән һыбайлы күренде. Ул поручик эргәһенә етер-етмәҫтән:
– Йылҡы өйөрөн нишләтәбеҙ, господин поручик? Теге, һеҙ әйткән ҡара
айғырҙы эләктереп булмай, – тип ҡысҡырҙы. – Баш бирмәй шайтан!
– Ахмаҡтар!.. – тип һүгенде Гордей. – Өйөрҙө ҡыуығыҙ! Йүнле айғыр өйөрөн ташламай!.. Үҙе эйәрер!..
Һыбайлы драгун килгән яғына кире осто.
– Үртәгеҙ!.. – тип бойорҙо поручик драгундарға. – Үҙҙәре яндырған заводтың ялҡынын татыһындар!..
Мөгәзәйҙе уратып өйөлгән бесәнде ут теле шундуҡ ялмап алды. Уның
эсенән ишетелгән тоноҡ тауыштарҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала-сағаларҙың
Уларҙы төньяҡҡа табан алып киттеләр. Арттан Ялсығол менән әллә күпме
һыбайлы, мал-тыуар көтөүен әйҙәгән кеүек, сыбыртҡы шартлатып,
һүгенә-һүгенә ҡысҡырып барҙы:
– Шагай, шагай!.. Живо!..
– Атла!.. Нимә һыйырҙай мыштырлайың!..
Иңдәренә ғазап тауы ишелгән ҡатын-ҡыҙҙар, балаларын етәкләгән килеш,
баштарын баҫып атланы ла атланы. Кисенбикәгә йәнәш Ҡарлуғас килә, уға
һылтыҡлай-һылтыҡлай Әхмүш эйәргән. Имсәк балаһын күтәреп Кисенбикәнең
һул яғынан барған Миңлеямал, ҡулдары талып, малайын саҡ төшөрөп
– Ҡана күтәрешәйем, – тип баланы алды Кисенбикә.
– Инәй, – тине Миңлеямал. Кисенбикәнең сырайы ҡарт күренмәһә лә, гел “инәй” тип һүҙ ҡаталар уға. – Беҙҙе ҡайҙа апаралар икән?
– Белмәйем шул, ҡыҙым, – тине ҡатын, хәсрәтле ҡарашын йәшерергә тырышып. – Сабырлыҡ бирһен Хоҙай!..
Күп ҡысҡырыуҙан арып, ат өҫтөндә йоҡомһорап барған Ялсығолға һүҙ ҡатты Кисенбикә:
– Ялсығол... – Элек уға “туған” һүҙен ҡыҫтыра ине, был юлы теле әйләнмәне. – Беҙҙе ҡайҙа әйҙәйһегеҙ былай?
Ялсығол маҙаһыҙлаусыға күҙенең ағы менән ҡараны: бына донъя ҡайһылай
килтереп һуға ул! Әле генә ошоларға көнлөксө булып, биргән ризыҡтарына
бит һыйпап йәшәй ине. Уйламағанда Ялсығолдоң баш осонда күк ҡабағы
асылды. Тегеләр заводты туҙҙырып ҡайтҡас, бизмәндең ҡайһы яҡҡа ауышырын
самалап торҙо ла, яланда йөрөгән өйөрҙән бер ат эләктереп,
Екатеринбургка ҡарай сапты. Уны урыҫтарҙың хужаһына алып барҙылар.
Исемен Василий тинеме шул. Эйе, Василий Никитич Татищев тине. Уны
ғүмерендә лә онотмаясаҡ. Хәлде һөйләп биргәс, ана нисек ҙурланы
Ялсығолдо: йыландай йылҡылдап торған ҡайыш ҡамсы бүләк итте!
– Һимергән малды ҡайҙа апараң... Һуғымға йә баҙарға!.. – тине Ялсығол
мыҫҡыллы йылмайғандай итеп. – Йәкәтирингә!.. Әйҙә, атлауыңды бел!
Иҫәт йылғаһы буйында урыҫтарҙың ниндәйҙер ҡәлғә төҙөүе тураһында
ауылдан-ауылға йөрөгән дәрүиштәрҙән ишеткәне бар ине Кисенбикәнең. Бушты
һөйләмәгәндәр икән. Унда яҡын-тирә ауылдарҙан ҡыуып килтерелгән
башҡорттарҙың да күп булыуын әйтәләр ине. Тимәк, уларҙы шул Кәтрингә
– И-и, балаҡай, балаҡай!.. – тип ҡосағындағы тумалаҡ ҡара малайҙы
йомшаҡ ҡына һөйөп ҡуйҙы ҡатын. – Табаның тупраҡ йылыһын тойорға ла
өлгөрмәне, тәҡдирең ер аяғы, ер башына алып китеп бара. Эй, Илаһым,
һаҡлай ғына күрсе ошо сабыйҙы!
– Ниндәй Йәкәтирин ул, инәй? – тип бышылдап һораны Миңлеямал.
– Белмәйем шул, ҡыҙым... – Кисенбикә йәш ҡатындың йөрәгенә шом һалырға
теләмәне. – Яҙғанын күрмәй, гүргә кермәй кеше. Аллаһ Тәғәлә насип итһә,
кире әйләнеп тә ҡайтырбыҙ...
Арманһыҙ булып арыған балалар мыжый башланы, йәш сығарып иларлыҡ та хәлдәре ҡалманы уларҙың.
Балаларҙың һүҙҙәре ҡатындарҙың йөрәген телә, баштарынан һыйпап, арҡаларынан ҡағып йыуатҡан булалар:
– Саҡ ҡына сабыр итегеҙ!..
– Түҙ!.. Хәҙер!.. Хәҙер!..
“Хәҙер” тигәндең ҡасан етерен берәү ҙә белмәй. Күңелдәге өмөт утын
һүндермәҫ өсөн өргән ел кеүек кенә ул. Ут ҡапыл баҙлап киткәндәй була
ла, күмерҙәрҙе тағы көл ҡаплай башлай. Тоғро эт шикелле тотам ҡалмай
эйәреп килгән аслыҡты әҙгә генә булһа ла аҙаштырыу өсөн бәләкәстәргә
үлән өҙөп ҡаптыра ҡатындар. Улары сәйнәп ҡарай ҙа, йөҙҙәрен сирылтып,
Күҙ бәйләнә башлағас, уларҙы кескәй генә йылға буйында туҡтаттылар.
Услап-услап һыу эскәндән һуң, буш эстәренә төйөн төшкәндәй булды.
Драгундар усаҡ яғып, ҡаҙан аҫты. Күп тә үтмәне, киске тын һауаға тәмле
еҫ таралды. Ҡаҙан эленгән усаҡҡа ынтылып ҡымжыған балаларҙы саҡ тыйып
тотто ҡатындар. Тәмле еҫ, үсекләгәндәй, һаман танауҙы ҡытыҡланы,
ауыҙҙарға йылымыс шыйыҡса тулды. Драгундар, ҡаҙандан туҫтаҡтарына ризыҡ
һоҫоп, көлөшә-көлөшә ашарға кереште.
– Көфөрҙәр!.. – тип һөйләнде Миңлеямал. – Исмаһам, балаларҙы уйламайҙар. Ләғнәт һуҡҡырҙар!..
– Сеү!.. – тип уны тыйҙы Кисенбикә. – Ҡарғама!.. Улар ҙа әҙәм затынан. Туйһындар... Туҡ кешенең асыуы баҫыла ул...
Ысынлап та, Кисенбикәнең юрағаны юш булды. Бер драгун ҡаҙандағы ризыҡты
биҙрәгә түңкәреп, быларҙың алдына килтереп ҡуйҙы. Уны шундуҡ халыҡ
һырып алды, тәҡәте бөткән бала-саға ҡулын һуҙа ла башланы.
– Туҡтағыҙ!.. – тип дорфа ғына өндәште Кисенбикә. – Әхмүш, балаҡай, анау дегәнәк япраҡтарын йыйып килтер әле.
Бөгәрләнеп сиҙәмдә ятҡан Әхмүш, үҙ исемен ишеткәс, һаҡ эт һымаҡ һикереп торҙо:
– Ошондағы кеше башына етерлек булһын.
Ҡушҡан йомошто үтәргә әүәҫ ул Әхмүш, өтәләнеп тора. Юл ситендә үҫкән
яҫы дегәнәк япраҡтарын һә тигәнсә бер ҡосаҡ йыйып та килтерҙе.
– Бына, – тип япраҡтарҙы Кисенбикәнең алдына һалды. – Етмәһә, тағы килтерәм. Унда буйтым ул...
– Етерлек, – тине Кисенбикә. – Берәр япраҡ алығыҙ! – тип бойорҙо баянан
бирле тамшанып ҡарап тороусыларға. Уның әйткәнен шундуҡ үтәнеләр. Ҡатын
һәр береһенең япрағына биҙрәнән усы менән һоҫоп, иң башта балаларға
мулыраҡ итеп, шунан ҡатындарға тары бутҡаһы һалып сыҡты.
– Бисмиллалап ашағыҙ, – тине ул. – Бисмиллалы ризыҡ бәрәкәтле була. Бәй, Әхмүш, һин ниңә ашамайһың?
– Инәй, ни, мин асыҡманым ул... Мин бутҡаны Ҡарлуғасҡа бирәм.
– Әхмәҙулла-а, бушты һөйләмә инде. Аша ла ҡуй! – тине Ҡарлуғас йән илерткес тауышы менән инәлгәндәй итеп.
– Аша, аша, Әхмүш! Алда юл оҙон. Һиңә көс йыйырға кәрәк, – тип өгөтләгәс кенә Әхмүш ризыҡҡа үрелде.
Быларҙың ҡыланыштарын баянан бирле ситтән күҙәтеп торған йәш драгун
башын сайҡап ҡуйҙы. Бутҡаны япраҡ өҫтөнә һалып бүлеүҙәре бер асыш һымаҡ
ҡыҙыҡ тойолдо уға. Биҙрәне ултыртҡанда, был ас ҡырағайҙар ябырылыр тип
көткәйне. Ҡара, бала-сағаһына тиклем нисек ипле ҡылана. Уларҙы был
яҡтарға ебәргән саҡта, һаҡ булығыҙ, унда кеше ашаусылар йәшәй,
тигәйнеләр. Былар ни кеше ашаусыға бер ҙә оҡшамаған.
Оҙон керпектәре менән күҙҙәрен йәшереп, алдындағы ризыҡты семтеп кенә
ҡабып ултырған Ҡарлуғастан күҙен алманы драгун. Һай, сибәр был ҡырағай
ҡыҙ! Матурлыҡтың тәмен белә поручик. Юҡҡа ғына, ошо ҡыҙҙы һаҡла, тип
ҡат-ҡат тылҡымаған икән. “Бүләк”, тине бит. Кемгә бүләк итәсәген дә
тоҫмаллай ул. Моғайын, тау заводы начальнигы Татищевты ҡармаҡларға
самалайҙыр. Унан үҙенә лә өлөш сығасағын белә, хәйләкәр. Кәм тигәндә
капитан дәрәжәһен эләктерәсәк. Шуға ла түҙмәне ул, Екатеринбургка алдан
Драгундар өймәкләшеп ултырған яҡтан йыр ишетелде:
Издалеча-далева, из чиста поля
Лежала, пролегала дорожка торная,
Что никто по той дороженьке не прохаживал,
Никто следичку по широкой не прокладывал.
Ят көйҙө Кисенбикәнең тәүге тапҡыр ишетеүе ине. Йыр һүҙҙәрен аңламаһа
ла, унан ниндәйҙер һағыш бөркөлгәнен тойҙо. Бынау драгундар ҙа мәрәкәнән
сығып китмәгәндер тыуған төйәктәренән. Бәғзеләренә мыйыҡ та үҫеп
өлгөрмәгән. Уларға ҡорал тоттороп, кеше үлтерергә бойорған заттың эсендә
Шундай матур моң тора-бара шарҡылдап көлөүгә әйләнде. Бер аҙҙан
быларҙың эргәләренә ҡыҙарған йөҙлө һаҡалтай драгун килеп баҫты. Унан
уҡшытҡыс еҫ бөркөлдө. Нимәлер эҙләгәндәй, тоноҡ күҙҙәрен секерәйтеп һәр
береһен ҡарашы менән ҡапшап сыҡҡандан һуң, Әхмүште бармағы менән
саҡырҙы. Бөгәрләнеп ултырған Әхмүш урынынан ҡымшанмағас, уның елкәһенән
эләктереп һөйрәтеп сығарҙы ла драгундар яғына өҫтөрәкләне. Айыуҙай
драгун ҡаҡса ғына Әхмүште ни һыңар ҡулы менән кәзә бәрәсе урынына
елтерәтә. Тегенеһе, бахыр, сәбәләнеп маташа, ысҡынмаҡсы була. Һаҡалтай
уны үҙенең әшнәләре янына килтереп ташланы. Әхмүш, бүреләр араһында
ҡалған һарыҡ шикелле, ҡурҡынған күҙҙәрен шар асып, алан-йолан ҡаранды.
Ул ныҡ бөршәйеүҙән тағы ла кесерәйеп ҡалған кеүек ине. Көлөү тауыштары
– Пей!.. – тип мөлдөрәмә тулы кәсә һуҙҙы һаҡалтай.
Ғүмерендә еҫкәмәгән һаҫыҡ еҫ танауына бәрелгәс, башын ситкә борҙо Әхмүш.
– Пей давай! – тип екерҙе һаҡалтай.
Башҡалар Әхмүште эләктереп алды, ауыҙын ҡайырып, кәсәләге шыйыҡсаны
тамағына ҡойҙолар. Бына ғәләмәт! Эсен яндырып төшөп киткән “һыу”
Әхмүштең бөтә тәне буйлап йүгерҙе. Уның күҙ алдында ҡапыл донъя йәмләнеп
китте. Биш минут үттеме-юҡмы, башын ниндәйҙер сихри рәхәтлек солғап
алды. Үҙен уратҡан драгундарға ҡушылып, шарҡылдап көлгөһө килә башланы,
әлеге “һыу”ҙы эсергән һаҡалтайҙы ҡосаҡларға теләне хатта. Әллә ниндәй
ҡөҙрәт уның аяҡтарын тыпырҙатырға тотондо, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. Үҙ
ғүмерендә бер тапҡыр ҙа бейегәне юҡ Әхмүштең. Байрамдарҙа ҡымыҙ эсеп
бейегән кешеләрҙе күп күрҙе былай. Әле шуларға оҡшатып баҫырға маташһа
ла, аяғын тыңлата алмай ҙа ҡуя. Ул һикерәнләй, эргәһендәгеләр эстәрен
тотоп көлә. Ҡыҙыҡ!.. Уға тағы кәсә һондолар. Был юлы йөҙөн сирылтманы,
башын борманы, бер тынала түңкәреп ҡуйҙы. Шунан үҙе генә белгән йырҙы
“йырлап”, түңәрәк буйлап әйләнде. Йыр тигәс тә, һүҙҙәре ҡатмарлы түгел
уның. Ҡайҙандыр отоп алғайны.
Ил-ләр-иллә-риллә-ләм шул...
Ошо һүҙҙәрҙе күпме теләйһең, шунса ҡабатлап тик йөрөйһөң.
Бейеүен ырата алманы Әхмүш. Нишләптер быуындары йомшарҙы, донъяны
шөкәтһеҙ ҡараңғылыҡ сорнай барҙы. Әллә аяҡ аҫтында ер бәүелә, әллә үҙе
оса... Уны ниндәйҙер шәүләләр уратып алған. Береһе Әхмүштең ыштанын
тубығына тиклем тартып төшөрҙө. Ҡысҡырып көлгән тауыштарҙан күк
һелкенде. Ыштанын тартырға тип эйелгән Әхмүш һөрлөгөп барып төштө. Баяғы
көлөүҙәр тағы күкте һелкетте. Ул торорға маташты, йәнә тәкмәсләне...
Эргәләренә шыуыша-шыуыша килгән, йөҙө һыҙырылып ҡанаған Әхмүште күргән
ҡатын-ҡыҙҙар күҙҙәрен йәшерергә тырышты. Гонаһ шомлоғо! Ысынлап та, енле
булған икән был, тигәндәй төкөрөндө улар. Әхмүш йөрәк телгес ғазаплы өн
сығарып, сайҡала-сайҡала аяғына баҫты, атларға әйткәйне, тубығына төшөп
тышауға әйләнгән ыштаны ебәрмәне, ергә гөрҫ итеп ҡалды.
– Эй, Алла, үлә бит был хәҙер!.. – тип уға ҡаршы атланы Кисенбикә.
Барып, нисек кәрәк ыштанын кейҙерҙе. Әхмүш ярты мәйет булған, ыңғырашып
тик ята, меҫкен. Ҡатын уны һөйрәтеп килтерҙе.
– Инәй, нишләгән ул, туҡмағандар мәллә? – тип ҡото осоп һораны Ҡарлуғас.
– Шайтан һыуы эсергәндәр бахырға... Гонаһһыҙ йәнде имгәткәндәр! Йә, Хоҙай, үҙең ярлыҡа!.. – тип һөйләнде Кисенбикә.
Әхмүш йоҡланы, ахыры, юҡ-юҡта яңы тыуған быҙау тауышы сығарып өзләп ҡуя.
– Ятығыҙ, балалар! – тип бойорҙо Кисенбикә. – Йоҡо ҡеүәт бирә кешегә.
Бер-берегеҙгә һыйынығыҙ, төнөн һыуыҡ төшөр. Йәнәш тәндә йылы һаҡлана ул.
Хәлдән тайған бала-саға бутҡа ашап алғас уҡ йоҡоға талғайны. Уларға
күҙ-ҡолаҡ булып, драгундарҙың ҡыланышынан шомланып ултырған ҡатын-ҡыҙҙар
ҙа баштарын үләнгә терәне.
Төн уртаһында кемдеңдер һулҡылдауын ишетеп уянды Кисенбикә. Абайлап ҡарағайны, Әхмүште таныны.
– Бәй, бәй, ниңә илайһың, Әхмүш? – Башҡаларҙы уятмаҫ өсөн бышылдап һораны ҡатын.
– Ҡыйын, инәй! – тип буҫыҡты Әхмүш. – Ныҡ ҡыйын миңә!..
– Беребеҙгә лә рәхәт түгел, Әхмүш! – тип йыуатырға теләп, уның башын
итәгенә һалып һыйпаны Кисенбикә. – Сабыр бул, балаҡай! Күрәһеләребеҙ
– Ҡояш сыҡмаһын да ҡуйһын ине, инәй!..
– Ҡояш донъяны яҡтырта... Кеше күрә мине... Уларҙың күҙҙәренә күренгем килмәй!..
– И-и, Әхмәҙулла! – Кисенбикә уның ысын исемен тәүге тапҡыр әйтеүенә
үҙе лә аптырап ҡуйҙы. Элек ни, башҡалар ыңғайына, Әхмүш тип әйтеү
ғәҙәтенә кергәйне шул. – Кешенән ҡасып булһа ла, үҙеңдән ҡасып булмай.
Йән ғазабы өсөн көн ни, төн ни... Ә һинең бәндәләрҙән йәшенер гонаһың
– Ҡарлуғас хәҙер миңә Әхмәҙулла тип әйтмәҫ инде... Матур итеп ҡарамаҫ та...
– Әйтер, нишләп әйтмәһен. Икегеҙ ҙә изге йәндәр бит һеҙ! Йә, Әхмәҙулла, йоҡла, алда юл оҙон...
Әхмәҙулла, көсөк шикелле бөгәрләнеп, Кисенбикәгә һыйынды.
Ялсығол күрһәткән ҡара айғыр тураһында уйланы Гордей. Килгән саҡта
яланда утлап йөрөгәнен күреп, оҙаҡ ҡына һоҡланып торҙо уға. Ат түгел был
– Бурка!.. Ҡояш нурҙарында йылтлаған тәне, көс тулып ташҡан күкрәге,
тулҡынланып торған оҙон ялы иркәләне Гордейҙың күҙҙәрен. Хыялында ин
һалып ҡуйҙы айғырға. Мотлаҡ үҙенеке буласаҡ! Шуға ла, бая ҡырағай
баҫҡынсылар менән эште бөтөргәс, һаҡалтайға бойороҡтар бирҙе лә туп-тура
өйөр йөрөгән яланға ашыҡты. Теге сибәр ҡыҙ менән юлда берәй хәл булып
ҡуйыуы ла туҡтата алманы уны. Матур бисәләр бөткәнме, уларҙың сибәрлеге
бер төн сыҡҡансы, ә бындай аҫыл айғыр һәр кемгә лә тәтеп бармай.
Ул килеп еткәндә, биш-алты драгун йылҡы өйөрөн ҡамай алмай аҙаплана
ине. Ҡара айғыр баш бирмәй, ҡәһәрең, үҙ артынан аттарҙы эйәртеп ала ла
китә. Ике драгун уны арҡан менән һөҙөп тоторға теләп, артынан сабып бара
ине, ҡара айғыр ҡапыл боролдо ла, үрәпсеп, ялан яңғыратып кешнәп ебәрҙе
һәм, яуға ташланырға әҙерләнгәндәй, ерҙе сапсыны. Уны ҡыуып барған
аттар кинәт туҡтауҙан, һыбайлылар саҡ осоп төшмәне. Был аттарға айғырҙың
ғәйрәтле кешнәүе тәьҫир итте, ахыры, ҡамсылаһалар ҙа, уға табан атламаҫ
Эш былай ғына барып сығырлыҡ түгел. Аттары ла, эйәләренә оҡшап, ҡырағай, тип уйланы поручик. Йәш драгун саптырып килеп етте.
– Господин поручик, айғыр өйөрҙө бороп ала ла китә... Нишләйбеҙ, әллә атайыҡмы? – тине ул.
– Аттырырмын мин һиңә!.. – Поручик һүгенде. – Ул айғыр һинең кеүектәрҙең йөҙ башына торошло!..
– Нишләргә һуң? Баш бирмәй бит!
– Хәйлә кәрәк бында... – тине бер аҙҙан. – Һоло һалығыҙ...
– Һоло?!.. – тип аптырап һораны драгун, ҡаштарын йыйырып.
– Эйе, һоло! Өйөрҙө һоло менән әүрәтегеҙ... Айғыр килмәй ҡалмаҫ!..
Йылҡы өйөрөнөң алдына һоло һибеп сыҡтылар. Татлы ризыҡ аттарҙы арбаны.
Бөркөт, хәүеф янағанын тоймай, бейәләре эргәһенә килеп, ергә һибелгән
тәмле ризыҡты ирендәре менән ялмарға кереште. Шуны ғына көткән драгун,
аҫтыртын ғына уға яҡынлап, айғыр башын ҡалҡытҡан бер арала, муйынына
ҡороҡ ташланы. Эләкте!.. Бөркөт бышҡырып, ситкә һикерҙе, ләкин драгундар
сат йәбешкән арҡандан ысҡына алмай сәбәләнде. Байтаҡҡа һуҙылды был
алыш. Ахырҙа, муйынын быуған арҡан уның хәлен алды. Яҙмышына күнде ҡара
Тамашаны ситтән күҙәтеп торған поручик, хәйләһе барып сығыуға ҡыуанып, тантаналы ҡиәфәттә йылмайҙы:
Айғыр артынан аттарҙы ҡыуыуы ауыр булманы. Ҡара айғырға ҡарышмай
буйһоноп өйрәнгән өйөр уға күндәм эйәрҙе. Бына әле үҙ аяҡтары менән
билдәһеҙ тарафҡа китеп баралар. Нимә көтә уларҙы?..
Ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫтан Ялсығолдоң ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде:
– Тороғоҙ!.. Юлға!.. – тип башын ҡосаҡлап ятҡан Әхмүшкә типте ул. – Нишләп ятаһың һуйлайып!.. Тор!..
Әхмүш ыңғыраша-ыңғыраша башын ҡалҡытты ла уҡшып ебәрҙе. Әллә ниндәй һаҫыҡ йәшел һыу ҡоҫто. Үҙе өҙлөкһөҙ ҡалтырана.
– Ин-ин-әй, м-м-ин ош-ош-онда ғына ятайым да ү-ү-ләйем... – тип тотлоға-тотлоға саҡ әйтә алды ул.
– Аһ-аһ, у ни тигән һүҙ, Әхмәҙулла! – Кисенбикә уға торорға ярҙамлашты. – Йә, йә, һин ир кеше, бирешмә!..
Әхмәҙулла юл буйына уҡшып барҙы. Ҡарлуғас күреп ҡалмаһын өсөн барыһынан
да арттараҡ ҡалып тәнтерәкләне. Оло ҡазаға тарыны ул. Оят!.. Ошо тиклем
ғибрәт менән артабан нисек йәшәмәк кәрәк?! Исмаһам, күк күкрәп, йәшене
лә атмай, йә дауыл сығып, осороп алып китмәй!.. Әхмәҙулла бара-бара ла
сеңләгән тауыш сығарып ҡуя. Юҡ, тауыш түгел, эсен өйкәгән ғазап шулай
Бәләкәй генә урыҫ ауылына барып инделәр. Ҡапҡа алдында торған
кешеләрҙең ҡайһылары суҡынып, ҡайһылары баш сайҡап ҡала. Ауыл осонда уҡ
сыбыҡ тотҡан өс-дүрт малай эйәреп алды. Киләләр-киләләр ҙә, йә сыбыҡ
менән һуғалар, йә юлдан туҙан алып һибәләр. Ҡурҡышҡан балалар әсәләренә
һыйынды. Шул саҡ Нәжметдин тигән малай, әсәһенең ҡулынан ысҡынды ла,
сыбыҡ менән һелтәнеп маташҡан һары малайҙың сикәһенә тондорҙо. Был
тиклемен көтмәгән теге малай, ҡулындағы сыбығын төшөрөп, урынында ҡатты.
Башҡалары ла кинәт туҡталып, тороп ҡалдылар. Ҡайһылай йәтеш итте
Нәжметдин, тип һөйөнөп ҡуйҙы Кисенбикә. Баянан бирле теңкәләренә тейәләр
ине ләһә был һары баштар. Яман ҡылыҡҡа яманлыҡ менән яуап биреү ҙә
килешеп ҡала икән ҡайһы саҡта. Тәүбә! Ярай әле, драгундар күрмәне, әллә
күреп тә шәйләмәҫ булдылар. Күрмәгәндәрҙер. Юғиһә, бер-бер хәл булыуы
ихтимал ине. Хәйер, драгундарҙың үҙ ҡайғыһы ине был мәлдә. Улар
өйҙән-өйгә йүгереп йөрөп, башҡорт ҡатындарының камзулдарынан,
ҡашмауҙарынан ҡырҡып алған көмөш тәңкәләрҙе олоғара шешәләргә
Ауылды сығыр саҡта ниндәйҙер бер йыуан мәрйә Кисенбикәгә күмәс тотторҙо.
– Господи!.. Господи!.. Храни вас Бог!.. – тип суҡынып ҡалды ул.
Изге йәнле кешеләрҙең булыуына күңеле тулып, күҙҙәренә йәш төйөлгән
Кисенбикә, әллә ҡаушауынан, рәхмәт тә әйтә алманы. Үтеп киткәс кенә
әйләнеп баш ҡаҡҡан булды. Шулай ҙа мәрхәмәтле мәрйәгә бағышлап юл буйына
Ауылды сығып, байтаҡ ҡына юл барғас, арттан килгән ылауҙарҙан теге йыр ағылды.
Издалеча-далева, из чиста поля
Лежала, пролегала дорожка торная...
Тәүге тапҡыр ишеткәндә моңло яңғыраған йыр Кисенбикәнең ҡолағына шом
булып яғылды. Былар тағы теге шайтан һыуын уртлаған икән. Туҡтатмаһалар
ғына ярар ине. Шул һыуҙы эсеп алһалар, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй
башлай. Бая Гөлбаныу тигән ун алты йәшлек ҡыҙ уның ҡолағына: “Анау ат
өҫтөндәге дракун кисәнән бирле миңә тексәйәсе...” – тигәйне. Йә, Хоҙай,
үҙең арала! Ул көфөрҙәрҙең эсендә ни ятмаҫ...
Кисенбикәнең уйын һиҙгән кеүек, Ялсығолдоң тауышы яңғыраны:
күрһәткән теге һыбайлы драгун, атынан һикереп төштө лә, Кисенбикәләр
яғына ҡарап һиптерергә тотондо. Башҡалары ошо ғибрәттән мәрәкә табып,
шарҡылдап көлә. Әстәғәфирулла, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тип тороу юҡ,
иманынан яҙһа, шайтанға әйләнә икән бәндә. Кисенбикә ауыҙ эсенән генә
уҡынды. Драгун, арҡалары менән боролоп торған ҡатын-ҡыҙҙар янына килде
лә, ҡомалаҡтай еңел Гөлбаныуҙы ҡултыҡ аҫтына эләктереп алды. Гөлбаныу,
бахыр, төйлөгән тырнағына ҡапҡан себештәй, сәрелдәп тыпырсына. Шунан
теге көрәктәй усы менән ҡыҙҙың осаһына ике-өс тапҡыр шапылдата һуғып
– Хороша чертовка!.. – тип, ауыҙынан аҡҡан һеләгәйен еңе
менән һөртөп, ҡыҙҙы ергә баҫтырҙы. Ҡурҡышынан ап-аҡ булған Гөлбаныу
ҡалтырана-ҡалтырана Кисенбикәгә һыйынды.
эләктергән табыштарын сиҙәмгә йәйеп, өйкөлөшөп ултырып һыйлана башланы.
Бала-саға, әллә үҙ хәлдәрен аңлап, был юлы уларҙың табынына ымһынып
мыжыманы. Хәсрәт уларҙы ла өлкәнәйтә, ахыры: ҡаштары йыйырылған,
ҡараштарын әллә ниндәй һағыш сорнап алған. И, бәләкәстәр!.. Ҡурсаҡ менән
уйнап ултырыр йәштәһегеҙ ҙә бит, тормош ауыр ғазаптарын һалды
– Килегеҙ, балалар! – Кисенбикә яулығын йәйеп, ҡуйынындағы күмәсте бүлгеләне. Ҙур ғына икмәк киҫәген Миңлеямалға тотторҙо.
Быныһын һаҡла, аслан! – тип киҫәтте ул. – Донъя хәлен белеп булмай,
түшеңдән ағың китһә, икмәкте яулыҡ осона төрөп, малайыңа имеҙерһең.
– Эй-й, инәй, һөт ҡороно инде. Нишләргә лә белмәйем. Буш имсәкте тылҡып маташҡан була сабыйым.
Балалар үҙ өлөштәрен алып, әсәләренә һыйынды. Ситтәрәк ултырған Әхмүшкә өндәште Кисенбикә:
– Әхмәҙулла, кил, һинең дә өлөшөң бар.
– Йо-оҡ, – тип башын сайҡаны Әхмүш. – Ярамай!..
– Яҙыҡлы кешегә икмәк хәләл түгел...
генә өгөтләп ҡараһа ла, ыҡҡа килмәне Әхмүш, үҙ-үҙенә нәфрәте ҙур ине.
Кеше шәйләмәгән саҡта йоҙроғо менән башын төйөп алды хатта. Шул таман
уға! Икенсе юлы уйлап эш итер.
Күмәстең ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, үҙәк ялғарға етеп ҡалды.
Форсат тейгән һайын серем итергә тырышығыҙ... Аяғығыҙҙы яҙып
ултырығыҙ... Йәш түкмәгеҙ, көсөгөҙ ташлар... – тип өгөт-нәсихәт бирҙе
Кисенбикә. – Үҙебеҙҙән башҡа арҡаланыр зат юҡ. Насип итһә, төйәгебеҙгә
әйләнеп ҡайтырбыҙ бер, иншаллаһ!..
Балалар инәйҙең һүҙҙәрен аңлап
еткермәһә лә, күҙҙәрен селт-селт йомоп, һәр әйткәнен йотоп барҙы. Шулай
өйрәнгән улар: өлкәндәрҙең һүҙен бүлдермәҫкә, уларҙы ихтирам итергә
кәрәклеге әсә һөтө менән һеңгән.
Теге яҡта мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Гөлбаныу шул тарафтан килгән һәр тауышҡа һиҫкәнеп, тертләп китә.
– Инәй! – тип ялбарыулы ҡарашын Кисенбикәгә төбәй. – Ҡурҡам мин!..
Тыныслан, балаҡай! – тип уның башынан һыйпап йыуатҡан була Кисенбикә.
Ул нимә эшләй алһын инде?! Һыр бирмәҫкә тырышһа ла, үҙ хәле лә
Уйҙарға бирелеп ултырғанда, ҡапыл ҡысҡырышҡан
тауыштар һиҫкәндерҙе Кисенбикәне. Биш-алты драгун йүгергән яҡҡа
ҡарағайны, ҡасып барған Гөлбаныуҙы шәйләп, йөрәге жыу итеп ҡалды: “Эй,
балаҡай! Нишләнең һин!..”
Гөлбаныу эргәләге урманға табан йүгерә
ине, бара-бара ла йығылып китә. Урманға, күп тигәндә, йөҙләп аҙым
барҙыр. Эре һөйәкле ирҙәр бер ынтылыуҙа ҡыҙыҡайҙы ҡыуып та етте.
Ҡабаланмай ғына иң арттан килгән Һаҡалтай Гөлбаныуҙың күлдәген бүҫә
тартып төшөрҙө. Ҡыҙыҡай ҡулдары менән түшен ҡаплап бөгәрләнде. Сафлыҡ
бөркөлөп торған мәрмәрҙәй аҡ һынды күргән драгундарҙың былай ҙа ҡыҙған
– Тотоғоҙ!.. – тип бойорҙо Һаҡалтай.
бөтә тәне дерелдәгән ҡыҙыҡай ҡысҡыра ла алманы хатта, көслө ҡулдар уның
боттарын киреп, ергә һалып та ҡуйҙы. Ирлек дәрте ташып ярһыған Һаҡалтай
Гөлбаныуҙың быға тиклем бер кемдең ҡулы тейеү түгел, күҙе ҡағылмаған
йоморайып бүрткән түштәренә бармаҡтарын батырҙы.
ҡыҙҙың ғазаплы ҡысҡырыуынан күк тертләп, урман һелкенеп ҡуйҙы. Тауыш
башҡаса яңғыраманы. Гөлбаныуҙы ҡараңғылыҡ йотто...
Ташҡан нәфселәре бушап, ҡәнәғәтлек кисергән драгундар Һаҡалтайға төбәлде:
Һаҡалтай ҡыҙыҡайҙың сикәһенә һуҡҡылап ҡараны:
– Тере... Эткә нимә булһын!..
– Ана!.. – Һаҡалтай яңғыҙ ҡайынға ишараланы. – Ҡоҙғондарға ем булыр...
Һушһыҙ ятҡан Гөлбаныуҙы яңғыҙ үҫкән ҡайын янына һөйрәтеп килтерҙеләр. Ағас ботағына бау тағып, уның муйынына элделәр.
– Ы-ы-ыһ!.. – Ҡыҙҙың был гонаһлы донъяға сығарған һуңғы тыны ине...
кәртә эсенә бикләп ҡуйҙылар. Икһеҙ-сикһеҙ киңлеккә өйрәнгән аттар,
үҙҙәренә урын тапмағандай, тегеләй-былай юртты. Араларында ҡара айғырҙың
булмауы уларҙы тағы ла шомландырҙы. Бейәләр һауа ярып кешнәне, ҡолондар
инәләренә һыйынды. Йәшел болондарҙа аунап, тубыҡтан үлән кисеп үҫкән
аттар бындай кәртәнең барлығын да белмәй ине. Ҡайһы берҙәре, уны
емерергә теләп, күкрәге менән килеп төртөлә. Бәндәләрҙең хәйләле аңы
ҡорған кәртә ҡымшанмай ҙа. Ах, ныҡ шул кәртә!..
үҙенең ихатаһына алып барырға бойорҙо поручик. Тар ғына ҡураға бикләнгән
ҡара айғыр ситлектәге ҡош шикелле сәбәләнде, күккә һикерерҙәй булып
үрәпсене. Уның ҡыланышын күҙәткән Гордей, эсенә тулған ҡәнәғәтлектән
кинәнеп, ауыҙ йырҙы. Эргәһендә торған күршеһе Кирьяк Андреевич та
һоҡланыуын йәшерә алманы:
– Дан айғыр! – тине ул баш сайҡап. – Тик был ҡырағайҙы менгегә нисек өйрәтерһең икән?!.
Гордей ҡулындағы сыбыртҡыны уйнатты:
– Кирьяк Андреевич, бына был ҡорал айғырҙы ғына түгел, тотош халыҡты буйһондора!..
Уныһына шикләнмәйем... – тине Кирьяк Андреевич. – Әлбиттә, көтөүгә
сыбыртҡы кәрәк... Әйткәндәй, Гордей Креславович, һине мул табыш менән
– Әллә ат кәрәктеме, Кирьяк Андреевич?
– Беҙҙең, ҡарттарҙың, ат атланыр рәте юҡ инде хәҙер...
– Аңлашыла... – тип көлдө поручик. – Тимәк, атланырға... һиңә бейә кәрәк...
– Ир ирҙе аңлайҙыр тип уйлайым...
Аңлайым!.. Әлбиттә, аңлайым!.. – тип уның яурынынан ҡаҡты Гордей. –
Ләкин ул өйөр килеп етмәгән әле. Ике-өс көндән... Әлегә бисәң менән
Гордей Креславовичтың кәйефле сағы тура килгәндә, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк, тип уйланы Кирьяк Андреевич.
Минең инде, Гордей Креславович, ҡыҙҙарға өмөт итерлек сағым үткән. Кеҫә
яғы ла самалы. Шулай ҙа, артыҡ туҙмағаныраҡ булһа, тим...
философ тип йөрөткән был сиркәү уҡытыусыһын Гордей бик өнәп тә бармай.
Ҡағыҙҙан күҙен айырмай, нимәлер яҙа ла яҙа, тип һөйләйҙәр. Яҙыусы тип тә
ебәрәләр. Гордей уның бер нәмәһен дә уҡығаны юҡ. Хәйер, үҙ ғүмерендә
ҡулына “Введение в историю европейскую” тигән бер генә китапты тотто.
Уҡый башланы ла, тәүге юлдарынан уҡ биҙрәне, күңеле ятманы. Шулай ҙа был
кеше менән һағыраҡ булырға кәрәклеген тоя ул. Ысын булһа, Татищев менән
дә бәйләнеше бар, тиҙәр. Үҙе әйткәнсә, уға, латин теленәнме шул,
урыҫтарҙың тарихын тәржемә итеп биргән. Ярай, саҡмаған йылан мең
йәшәһен, ҡуйынына уҡ индермәһә лә, ҡыр типмәҫкә кәрәк. Донъя хәлен белеп
булмай, хәжәте тейеп ҡуйыуы бар.
– Борсолма, Кирьяк Андреевич,
йәнең теләгәнде һайлап алырһың. Һинең кеүек аҡыл эйәһенән бер ни ҙә йәл
түгел... – тип күҙ ҡыҫты поручик.
– Рәхмәт! – ихлас йылмайҙы
Кирьяк Андреевич. Бигерәк тә поручиктың “аҡыл эйәһе” тигән һүҙҙәре
күңеленә май булып яғылды. Бына бит, уның кемлеген беләләр! Юғиһә,
Татищев унан “һарай шуты” тип көлгән булғайны. Батшабикә Анна
Иоанновнаның һарайында гусляр булыуына төрттөрҙө инде. Тамағына тығылһа
ла, йотто ул һүҙҙе. Ни хәл итәһең, елгә ҡаршы төкөрөп булмай.
көн буйына ҡыуҙылар. Аяҡтар тыңламаҫ хәлгә етте, балалар саҡ-саҡ эйәрә.
Гөлбаныуҙы мәсхәрә итеп, ҡайынға аҫып киткәндән һуң, Һаҡалтай тамам
шашты, яһиллығы йөҙөнә бәреп сыҡты. Арбаға ятып йоҡлап ала ла, тағы
тотона ҡамсыһын болғарға. Бигерәк тә Миңлеямалға бала күтәреп барыуы
ауыр. Артта тора ла ҡала, тора ла ҡала... “Бир, ҡулалмаш күтәрәйек”, –
тип әллә нисә тапҡыр әйтте Кисенбикә, юҡ, үҙ йөгөм – үҙемә, ти ҙә ҡуя.
Өлөшөнә төшкән ғазапты башҡалар иңенә һалғыһы килмәйҙер инде бахырҙың.
Уға ярҙам итергә теләп, Әхмүш ҡатындың арҡаһына ҡулын терәп маташа,
йығылып ҡуймаһын тигән һынылыр. Үҙе лә, саҡ ҡына ел өрһә, тәгәрәп кенә
Миңлеямалдың быуындары тотмай башланы, бала
күтәргән ҡулы ойоп ҡатты. Үҙе лә абайламаны, әллә яҙа баҫты, әллә башы
әйләнеп китте, ҡапыл ергә сүкәйҙе. Күҙҙәре аҡайып килеп еткән иҫерек
Һаҡалтай, яман итеп һүгенә-һүгенә, ҡатындың арҡаһына ҡамсыһы менән
Миңлеямал уҡталып ҡарай ҙа, тора
алмай ҙа ҡуя. Уға ярҙам итмәксе булып, ҡулын һуҙған Әхмүште төртөп
осорҙо Һаҡалтай. Еп-еңел Әхмүш тәкмәсләп барып төштө.
– Атла, кәнтәй! – тип тағы үкерҙе теге. – Инәңде эт талаған!.. Артыңа көсөң етмәйме?! Хәҙер еңеләйтәм!..
Миңлеямалдың ҡулынан сабыйын тартып алды. Ят ҡулға эләгеп, ҡурҡышынан
аҡырып илаған ҡарасман малайға аҡшайып ҡараны ла сирҡанып ергә ташланы.
– Фу-у-у!.. Чертенок!.. – тине ул, ҡылысын ҡындан һурып.
Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Үҙен туҡтатырға теләп, ҡулын тоторға уҡталған йәш драгунды ҡолата һуҡты Һаҡалтай.
Невзор өсөн!.. – тип ҡот осҡос тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә сиҙәмдә
илап тыпырсынған баланың муйынын өҙә сапты. Ыуыҙ һөйәк тоташтырып торған
сабыйҙың башы, кәүҙәһенән айырылып, Миңлеямалдың алдына тәгәрәп барып
ятты. Ҡатын, ҡан һарҡыған бәләкәй генә башҡа күҙҙәре шарҙай булып ҡарап
торҙо ла, үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып ебәрҙе. Уның тауышынан аяҡ аҫтындағы
ер һелкенеп ҡуйғандай булды. Тораташтай ҡатып ҡалған ҡатындар менән
бала-саға, яман төш күреп уянғандай, ҡапыл сеңләп иларға тотондо. Шул
мәлдә Миңлеямалдың күҙ алдында ҡартайған йөҙөнә сәйер йылмайыу ғәләмәте
ҡунды. Ул ҡалтыранған ҡулдары менән балаһының башын үрелеп алды, ипләп
кенә күкрәгенә ҡыҫты. Дерелдәгән ирендәрҙән тоноҡ ҡына көй ағылды:
Сабыйҙың күҙҙәре йомолмаған ине. Был донъяға рәнйештең тамсыһы ла булмаған салт аяҙ күҙҙәр күккә бағып ҡатҡайны...
Йүгереп килеп еткән драгундар, Һаҡалтайҙың ҡулдарын артҡа ҡайырып бәйләп, арбаға һалды.
Ебәрегеҙ!.. Ул ҡырағайҙарҙы төбө-тамыры менән ҡороторға кәрәк!.. Бүре
балаһын күпме ашатһаң да, урманға ҡарай!.. – тип үкерә-үкерә сәбәләнде
Һаҡалтай. Уға иғтибар итмәнеләр, кемдәргәлер янап ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла,
йоҡланы, ахыры, шымып ҡалды.
Драгундар, был ҡәһәрле урындан
тиҙерәк ҡасырға теләгәндәй, халыҡты ҡыуа башланы. Ҡатындың аҡылы
ташлағанын барыһы ла аңлағайны. Ап-аруҡ ара үткәс, Кисенбикә йәшле
күҙҙәрен һөртөп, боролоп ҡараны. Унда сабыйының ҡанлы башын бәүетеп,
Миңлеямал япа-яңғыҙы баҫып тора. Кисенбикә үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр
ҡарғыш яуҙырҙы: “Эй, Хоҙайым, ҡәһәр генә һуҡһын шул һаҡаллы мөртәтте!..”
ҡот осҡос хәл драгундарҙың да йәнен һелкетеп ебәрҙе, буғай, һәр береһе
үҙ уйына бирелде, тәнтерәкләп маташҡан халыҡты ҡабаландырып
ҡысҡырышманылар. Арба тәгәрмәстәре генә, ҡанлы фажиғәнең ғазабына сыҙай
алмағандай, сыйылдай ҙа сыйылдай.
Ер йөҙөн төн пәрҙәһе япҡас,
Ялсығолдоң “Туҡтарға!” тигән тауышы ишетелде. Арманһыҙ булған халыҡ
шундуҡ үләнгә тәгәрәне. Драгундар яғында ғәҙәткә әйләнгән йыр ҙа
ағылманы был юлы. Улар усаҡҡа эленгән ҡаҙанда бутҡаларының бешеп сығыуын
да көтөп торманы, тоҡсайҙарынан нимәләрҙер алып ҡапҡыланылар ҙа, кемеһе
арбаға, кемеһе сиҙәмгә һуйлайып ятты. Йәш драгун Кисенбикәләр янына
ҡаҙаны менән бутҡа килтереп ултыртты. Һауаға таралған тәмле еҫ тә
кешеләр күңелендәге ҡайғы һөрөмөн баҫа алманы. Шулай ҙа аслыҡтың ҡөҙрәте
хәлһеҙ ятҡан халыҡты ҡымжырға мәжбүр итте, устары менән
ҡабалана-ҡабалана һоҫоп, бутҡа ашарға тотондолар. Күк йөҙөндә
берәм-берәм пәйҙә булған йондоҙҙарға текләп салҡан ятҡан Әхмүшкә иғтибар
итеүсе лә булманы. Оло ҡаҙан күҙ алдында бушаны.
– Атаҡ-атаҡ, Әхмәҙулла, әллә һин ашаманыңмы? – тип аптыраны Кисенбикә.
– Ашағым килмәй!.. – тине Әхмүш битараф ҡына.
Эй, балаҡай-балаҡай!.. – Ҡатын, ни тип әйтергә белмәй, ялтырап ҡалған
ҡаҙанға күҙ һирпеп алды. Мейеһен үкенес тойғоһо телде: ҡуй, ниңә алдан
иғтибар итмәгән уға, ас килеш, бисараҡай, нишләр инде хәҙер?!.
мәлдә Әхмүштә, ысынлап та, ашау ҡайғыһы юҡ ине. Ул Алланың үҙе менән
һөйләшеп ята, дөрөҫөрәге, йәненә тынғы бирмәгән һорауҙарын яуҙыра: “Эй,
Аллам, ниңә кешегә шул тиклем ауыр хәсрәт бирәһең? Беҙ һиңә дошманмы?
Үҙең яралтҡан Ҡарлуғаста ни үсең бар? Һин бойормаһаң, тау башынан таш та
тәгәрәп төшмәй, ти. Гөлбаныуҙы ниңә аҫып ҡуйҙың? Миңлеямал балаһының
башын ниңә өҙҙөң? Кешеләрҙе ғазаплар өсөн генә бар ҡылдыңмы? Һаҡалтай
кеүек яуыз йәндәрҙе ниңә ер йотмай?..” Әхмүштең Ғаләм хакимына төбәлгән
һорауҙары сикһеҙ, төнө буйы бирһәң дә бөтөрлөк түгел. Ә күк өнһөҙ...
төн уртаһында бүре олоғанын ишетеп уянды. Үҙәк өҙгөс тауыштан тәндәре
семерҙәп китте. Олоу яҡында ғына, драгундар яғынан килә.
– У-у-у!... У-у-у!.. У-у-у!..
яҡтыһында ниндәйҙер шәүләне шәйләне ҡатын. Тауыш унан сыға ла баһа! Шул
арала кемдер мылтыҡтан атып ебәрҙе. Шәүлә сайҡалып торҙо ла ергә
ҡоланы. Драгундар ҡысҡырыша-ҡысҡырыша йүгерә башланы. Сыраҡ
тоҡандырҙылар. Һаҡалтай, биленән һалмай йөрөткән хәнйәре үҙ йөрәгенә
ҡаҙалған килеш, арбала ята ине. Ергә салҡатан ауған Әхмүштең ҡараштары
күктән яуап көткән һымаҡ ҡатып ҡалған...
Алыҫта, ҡуйы урман эсендә бүреләр олоғаны тоноҡ ҡына ишетелеп ҡалды...
бер йылға буйында туҡтаттылар. Күп тапалыуҙан бындағы юл таҡырайып
бөткән, арба тәгәрмәстәренең эҙе шәйләнә. Эт өргән, һыйыр баҡырған
– Йыуынығыҙ!.. – тип бойорҙо Ялсығол. – Бисура ише булғанһығыҙ. Әҙәм өркөп ҡасыр...
– Тән бысрағы китер, йән бысрағы ҡалыр... – тине Кисенбикә, асыуы ҡабарып.
– Телеңде тый, Кисен!.. – Ялсығол уҫал ҡараны. – Йәкәтириндә нисек һайрарға белерһең!..
һалҡын һыу эсеп, йөҙҙәрен сайып алды, бер аҙ хәл инде. Йылғаны кисеп,
ярға күтәрелгәс, зәңгәрләнеп ятҡан тауҙар буйында төтөн бөркөп ултырған
өйҙәр, ҡояш нурында ағарып торған осло бер ҡоролма күренде. Уларҙы
ниндәйҙер стена менән уратып алғандар. Бындай ҙур ауылды Кисенбикәнең
беренсе тапҡыр күреүе. Ошо буламы икән ни Йәкәтирин тигәндәре?
тиклем саҡ атлап килгән халыҡҡа йән кергәндәй булды, күҙҙәрендә һүрән
генә өмөт осҡондары йылтланы. Икһеҙ-сикһеҙ сүллектә күренгән ҡоҙоҡ кеүек
үҙенә тартты ул, ҡабаландырып ҡыуыусы булмаһа ла, аҙымдар ырамлана
Ҡалаға барып инделәр. Ике ҡатлы итеп һалынған сәйер
өйҙәргә, төтөн сығарған йыуан мөрйәләргә ҡатындар ҙа, бала-саға ла
шомланып ҡараны. Йөрәктәре ситлеккә эләккән ҡош һымаҡ бәргеләнә. Ҡыҙыҡ
ҡына арба егеп алған атлылар осраштыра, әллә ниндәй ят кейемдәге кешеләр
Уларҙы мал-тыуар торған оҙон бер һарай
һымаҡ урынға алып килделәр һәм стенаға беркетелгән сылбырҙарҙы аяҡтарына
тағып, йоҙаҡлап ҡуйҙылар. Бында халыҡ байтаҡ күренә. Кисенбикә, донъя
күреп ҡайтҡан ауылдаштарының һөйләүен иҫенә төшөрөп, бының баҙар булыуын
самаланы. Шунда таныш тауыш ҡолағына салынды:
– Тауар килеп еткән... Яҡшы!.. – Поручик ине был.
– Килтереп еткерҙек, гаспатин Гордей Креславович! – тип ауыҙ йырҙы Ялсығол.
Күп тә үтмәне, Кисенбикәләр эргәһенә халыҡ йыйыла башланы. Йыуан бер мәрйә, Нәжметдингә күрһәтеп, поручиктан һораны:
– Егерме тин... – Гордей йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарҙы. – Шәп малай!.. Ал, ал, үкенмәҫһең!..
– Юҡ, юҡ, – тип ҡул һелтәне мәрйә. – Шул үләкһәгә егерме тин!..
Китергә ынтылған мәрйәнең ҡултығынан тотоп алды поручик:
– Һеҙҙең кеүек сибәр ханымға ташлама яһайым.
– Һин нимә, сусҡа бәрәсе хаҡына!.. – тип өҙә һуҡты мәрйә. – Ун тин!.. Башҡа бер тин дә өҫтәмәйем.
– Ярай, ярай, – Гордей ҡул һелтәне. – Ал!.. Файҙаһын күр.
нимә тураһында һөйләшеүен Кисенбикә лә, башҡалар ҙа аңламаны. Һонтор
бер ир килеп ҡулынан эләктергәс, Нәжметдин сәбәләнергә тотондо. Уның
әсәһе малайын ҡосағына ҡыҫып ҡысҡырҙы:
– Ҡағылмағыҙ балама!.. Теймәгеҙ!..
драгун уларҙы шундуҡ айырып алды һәм Нәжметдиндең аяғын сылбырҙан
сисеп, баяғы иргә тотторҙо. Тартҡылашып маташҡан хәлһеҙ малайҙы
елтерәтеп алып китте тегенеһе.
– Әсәй!.. Әсәй!.. – тип үкһеп ҡысҡырған Нәжметдиндең ауыҙын көрәктәй усы менән ҡапланы һонтор.
Балам!.. Балаҡайым!.. – Улының артынан ынтылған ҡатынды сылбыр
ебәрмәне, ул ҡолап китте. Драгундар ер тырнап ҡысҡыра-ҡысҡыра илаған
ҡатындың арҡаһына ике-өс мәртәбә ҡамсы менән тартты. Уттай өтөп алған
ауыртыуға сыҙай алмай, бөтә тәне дерелдәгән ҡатын имгәкләп стенаға
Бөҙрәләнеп торған сәйер сәсле, тубығына тиклем тартылған
ойоҡ, өҫтөнә ҡыҙғылт төҫтәге елән һымағыраҡ нәмә кейгән ир Гордей янына
– О-о!.. – тип ҡолас йәйҙе поручик. – Буди тебе добро сего дне, Кирьяк Андре-е-евич!..
– И тебе гойно буди, Гордей Креславович!
күптән күрешмәй, һағынышып зар-интизар булған кешеләй ҡосаҡлашып,
бер-береһенә сикәләре менән терәшеп алды. Кирьяк тигәне поручиктың
ҡолағына нимәлер бышылданы шикелле, тегенеһенең ауыҙы йырылды.
Рәхим ит, Кирьяк Андреевич! – тип ҡатындарға күрһәтте Гордей. Шунан
Ҡарлуғасты артҡараҡ этте. – Быныһынан башҡа йәнең теләгәне – һинеке!
Андреевич, күҙҙәрен селт-селт йомоп, ҡатындарҙы баштан-аяҡ ҡарарға
кереште. Шул арала итәктәре ҡабарып торған киң күлдәк кейгән бер мәрйә
– Кирьяк!.. – тине ул, йыш-йыш тын алып. – Ни өсөн миңә әйтмәй киттең?
Кирьяк Андреевич, ҡатынының тауышын ишетеп, терт итеп ҡалды.
– Ҡәҙерлем!.. – тип ыҡ-мыҡ итте ул. – Һине борсоғом килмәне... Ял итһен, тинем...
– Ошондай мәшәҡәт ваҡытта ниндәй ял ти ул!.. Шулай бит, Гордей Креславович?
Һеҙҙең менән тулыһынса килешәм, Домна Грифоновна! – тип йылмайҙы
поручик. – Ҡатын-ҡыҙһыҙ тауар һайлау ҡараңғыла шәмһеҙ йөрөү менән бер...
– Бына-бына!.. – Домна Грифоновна ҡәнәғәт кеткелдәне. Кирьяк Андреевичтың йәне көйҙө: утҡа май һибеп тора был!..
– Һеҙ ҡайһыныһын тәҡдим итер инегеҙ, Гордей Креславович? – Ҡатын мут ҡарашын төбәне.
Күрше туғандан яҡын, тиҙәр... Һеҙҙең өсөн... – Гордей ҡатындарға күҙ
йүгертеп сыҡты. – Бына!.. Ошонан да һәйбәтерәк тауар юҡ!.. – тип
– Гордей Крес... – Кирьяк Андреевич нимәлер әйтергә теләп ауыҙ асҡайны, уны Домна Грифоновна бүлдерҙе:
– Рәхмәт, Гордей Креславович! Йәш бисәләрҙән рәт сыҡмаҫ, ә быныһы донъя күргәнгә оҡшай.
– Дөрөҫ, – тине Гордей, уны йөпләп. – Тана алғансы, һөтлө һыйыр яҡшыраҡ...
Түҙмәне Кирьяк Андреевич, ялбарыулы ҡарашын берсә Гордейға, берсә бисәһенә төбәне:
– Бәлки, бынау йәшерәген алырбыҙ, ә?!. Көслөрәк тә, етеҙерәк тә, тигәндәй...
– Юҡ, юҡ!.. – тип ҡырт киҫте Домна Грифоновна. – Быныһы ла ҡортҡа түгел. Тау аҡтарырлыҡ!..
тиһен Кирьяк Андреевич, ҡатынының теләгенә бер тапҡыр ҙа ҡаршы тора
алғаны юҡ уның. Аяҡтарын терәп тызырайған кәзә шикелле күңеле ҡарышһа
ла, күнергә мәжбүр булды. Гордейға асыуы килде. Шунда анау йәшерәгенә
төртөп күрһәтһә лә, ҡулы өҙөлөп ҡалмаҫ ине. Юрамал ҡыланыуылыр, үтемһеҙ
тауарын тиҙерәк осорорға теләгәне күренеп тора. Эх, күптән хыялында
йөрөткән ләззәтле мәлдәрҙән ҡолаҡ ҡаҡты былай булғас...
сылбырҙан ысҡындырып, Кирьяк Андреевич менән Домна Грифоновнаның
артынан эйәрергә ҡуштылар. Ул ҡатындарға, балаларға күҙ йүгертте.
Тегеләр, бахырҡайҙар, мөлдөрәшеп ҡарап торған була. Күҙҙәренә төйөлгән
йәште күрһәтмәҫкә тырышып:
– Ныҡ булығыҙ!.. – тине ҡатын. – Иманығыҙҙы һаҡлағыҙ!.. Тыуған төйәгегеҙҙе онотмағыҙ!.. Хоҙай ҡушһа, күрешербеҙ, балаҡайҙар!..
– Атла!.. – Домна Грифоновнаның ҡырыҫ тауышы яңғыраны.
Кисенбикә билдәһеҙ яҙмышына табан тәүге аҙымын баҫты...
тормошҡа күнегә алмай ыҙаланды Кисенбикә. Ҡояштан алда тора ла мейескә
ут яғып, һыу йылытырға ҡуя. Күмер төшөү менән самауырға һала, һөт
ҡайнатып, һоло бутҡаһы бешерә. Хужалар тороуға барыһы ла әҙер булырға
тейеш. Иҙәнде кистән генә йыуып сыҡҡан булһа ла, таң менән тағы һөртөп
ала. Домна Грифоновна шулай ҡуша, бөртөк тә саң булмаһын, ти. Был
йорттағы бәләкәй генә бүлмәлә йәшәй башлауына өс аҙна инде. Тегеләрҙең
телен дә төшөнә башланы хәҙер. “Вода”, “Завтрак”, “Обед”, “Ужин”,
“Работать” кеүек һүҙҙәрҙе ятлап бөттө. Шуларҙан артығы кәрәкмәй ҙә
һымаҡ, башҡаларын ым-ишаранан аңлап тора. Мәңге туйыу белмәгән анау убыр
дуңғыҙҙары ғына ныҡ биҙрәтә Кисенбикәне. Шул ҡәһәр һуҡҡырҙарҙың алдынан
аҙыҡ өҙмәҫкә кәрәк, саҡ ҡына өлгөрмәһәң, үҙеңде ашарҙай булып, донъя
ярып сыйылдашырға тотоналар. Әстәғәфирулла, шуларҙы ла мал тип тотсо
әле! Ҡарап тороуы имәнес. Ашарға һалдыңмы, хорҡолдай-хорҡолдай һоғонорға
тотоналар. Был тиклем дә әрпеш, һөмһөҙ, мәсекәй хайуанды ғүмерҙә лә
күргәне юҡ уның. Аҫтарын таҙартҡанда, һаҫыҡтан уҡшып йонсой. Шул нәмәләр
менән мәж килеп көнө үтә. Һыуға барып килеүе генә күңеленә бер кинәнес
бирә Кисенбикәнең. Ҡоҙоҡҡа байтаҡ ҡына ара бар. Шул юлды көнөнә ике-өс
урай. Ҡайһы саҡта юрамал һыуҙы күберәк сарыф итергә тырыша. Һыу юлында
хыялға бирелеп, ауыҙ эсенән генә көйләп алһа, һағышы баҫылып ҡалғандай.
Ғәзиз тыуған ҡырҙары, ерҙең зәңгәр күҙеләй күккә баҡҡан күлдәр,
ҡылғандар сайҡалған тауҙар, аҡ ҡайынлы урмандар, йәйрәп ятҡан далалар
тураһындағы уйҙары йыуаныс бирә.
Һыу ташырға атлығып тороуының
тағы бер сәбәбе бар: уның кеүек хәлгә тарыған ҡатын-ҡыҙҙы осратып,
бер-ике ауыҙ һүҙ ҡушып алыу форсаты килеп сыға. Бер барғанында теге
Нәжметдин тигән малайҙы тап итте.
– Нәжметди-и-ин!.. – тине ул ҡыуаныстан.
Малай уға иғтибар итмәне, ҡойонан һыу алыуын белде. Әллә ул түгелме тип шикләнеп ҡуйҙы ҡатын.
– Нәжметдин, һинме был?.. – тип һораны Кисенбикә, уның еңенән тартып. – Әллә ишетмәйһең инде?
Эйе, мин, инәй! – тип йылмайған булды Нәжметдин, ҡарашын йәшерергә
теләп. Уның ҡара көйөк күҙ төбөн күргәс, Кисенбикәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы
– Нимә булды, балаҡай? – тип малайҙың башынан һыйпаны.
– Барин һуҡты ла... – тине Нәжметдин, бәләкәй усы менән күҙ төбөн ыуып.
– Әлләсе... – Малай яурындарын йыйырҙы. – Ашағандан һуң Аллаһу әкбәр тигәйнем, килтерҙе лә тондорҙо...
Хоҙайым, ун-ун биш көн эсендә кеше шул тиклем танымаҫлыҡ булып үҙгәрер
икән! Сикәһе эскә батҡан ябыҡ малайға ҡарап, ҡатындың йөрәге
– Әсәйеңде күргәнең юҡмы?
– Йо-о-оҡ... – Нәжметдиндең ҡаштары йыйырылды. – Күргәнем юҡ шул, инәй!.. Ул мине эҙләһә лә таба алмаҫ инде...
– Мин бит хәҙер Нәжметдин түгел...
– Бәй, кем һуң әләйғас? – Был бала нимә һөйләй тигәндәй, аптырап ҡараны Кисенбикә.
– Никулай... Куля тиҙәр мине... Башкирцев...
Ҡатын ҡабаланып Нәжметдиндең түшен асты, уның муйынына тағылған еҙ тәрене күреп, тәне семерҙәп китте.
– И, балаҡай, балаҡай!.. Кафыр иткәндәр бит, ләғнәт төшкөрҙәре!.. – тип һөйләнде ул.Малай аҡланғандай әйтеп ҡуйҙы:
– Сисеп ташлағайным, ныҡ итеп туҡманылар, инәй... Мин барыбер ҡасып китәм бынан!..
–
Аслан улай итә күрмә, балаҡай, түҙ!.. Йоҙроғо ҡатының заманы килде, көс
менән үҙ Аллаларына табындырмаҡсылар... Һин эстән генә бисмилла итеп
йөрө, йәме. Күңелдәге иманды бер ни менән дә ҡырып ташлап булмай ул!.. –
тип уҡына-уҡына Нәжметдиндең арҡаһынан һөйҙө ҡатын.
– Инәй, мин китәйем инде. Нишләп оҙаҡ йөрөнөң, тип барин туҡмар тағы.
– Бар, балаҡай, бар!..
Олоғара
ике биҙрәне көйәнтәләп алған малайҙың артынан бер талай ҡарап торҙо
Кисенбикә. Ҡасып китәм, тисе. Бер-бер хәл булып ҡуймаһа ғына ярар ине.
Япа-яңғыҙы ҡайҙа барһын был сабый!..
Кисенбикә өй эштәрен ул-был
иткәнсә, хужалар ҙа торҙо. Уларҙың устарына һыу ҡойоп, таҫтамал биргәс,
өҫтәл әҙерләргә кереште. Ул арала самауыр ҙа боҫ бөркә башланы. Самауыр
тигәндән, Кисенбикә был бик йәтеш нәмәне бында килгәс кенә күрҙе. Ауылда
саҡта һыуҙы гел ҡаҙанда ҡайнатып, ҡайын дәрәже (чага) һалып эстеләр.
Былар киптерелгән әллә ниндәй үләндәрҙе ҡуллана. Буҙа, ҡымыҙ, айран эсеп
ғәҙәтләнгәс ни, үлән сәйе тәмһеҙ һымаҡ тойолдо. Тора-бара өйрәнде: арыу
ғына икән дә...
Тамаҡ ялғап алғас, Домна Грифоновна мейес тирәһендә сусҡаларға аҙыҡ әҙерләгән Кисенбикәгә ниндәйҙер төйөнсөк тоттороп:
– Ошоно кей!.. – тине.
Кисенбикә
төйөнсөктән ҡара күлдәк менән аҡ яулыҡ тартып сығарҙы. Эштең ниҙә
икәнен шундуҡ аңланы ул: сиркәүгә барыр булһа, гел ошондай күлдәген кейә
хужабикә. Тимәк...
– Айда!.. – тине Домна Грифоновна уҫал итеп. Уның
тамаҡ төбөнән сыҡҡан ҡарлыҡҡан тауышын ишеткән һайын тертләй Кисенбикә.
Ҡарап тороуға мөләйем ап-аҡ йөҙлө, һары сәсле ҡатындың тауышы үҙенеке
түгел һымаҡ. Гел иренә аҡырып-баҡырып торғанға шулай булып ҡалдымы икән,
әллә башҡа берәй сәбәбе бармы – кем белә инде. Хәйер, уның тауышынан
бер Кисенбикә генә тертләмәй, теге саҡта Кирьяк Андреевич та, ҡатынының
ҡапыл ҡысҡырыуынан, ҡулындағы сынаяғын төшөрөп ватты. Йөрәге төшөп
ярылһа ла, бер ҙә ғәжәп түгел...
Ҡара күлдәк кейеп, аҡ яулыҡ ябынғас,
ниндәйҙер бер ҡоршауға эләккәндәй, тыны тарыҡты, күңелен шом биләне
Кисенбикәнең. Эстән генә белгән доғаларын ҡат-ҡат уҡый-уҡый, аяҡтарын
саҡ һөйрәтеп, Домна Грифоновнаның артынан атланы. Балсыҡтан төҙөлгән
сиркәүгә барып ингәндә, бөтә тәне ҡалтырай ине. Уны теҙелеп торған унлап
ҡатын-ҡыҙ эргәһенә баҫтырҙылар. Оҙон итәкле ҡара күлдәк өҫтөнә ҡыҙғылт
алъяпҡыс һымаҡ нәмә кейгән, муйынына ҙур тәре таҡҡан һаҡаллы ир
көйләй-көйләй нимәлер уҡыны. Шунан берәм-берәм ҙур ҡаҙан янына килтереп,
баштарына сүмес менән өсәр тапҡыр һыу ҡойҙолар, маңлайына, сикәләренә
әллә нәмә һөртөп сыҡтылар. Быларҙың барыһы ла томан эсендә барған кеүек
Кисенбикәгә. Уның ҡулдарынан тотоп, Домна Грифоновнаның суҡындырып
маташыуы, батюшка тигәндәренең бер нисә тапҡыр тынын өрөп, “Катерина”
тип ҡат-ҡат әйтеүе, муйынына тәре тағыуҙары яман төш булып күренде...
Ғүмергә һуҙылған кеүек тойолған ошо бөтмәҫ ғазаптың да сиге бар икән.
Сиркәүҙән сыҡҡас ҡына Кисенбикәнең зиһене бер аҙ асыла төштө. Домна
Грифоновнаның юл буйына нимәлер һөйләнеүе ҡолағын урап үтте, теге саҡта
ҡоҙоҡ янында осраған Нәжметдиндең һүҙҙәре генә уралды мейеһендә: “Мин
барыбер ҡасып китәм бынан!..”
***
Икһеҙ-сикһеҙ донъяның бәләкәй
генә ҡураға ҡыҫылып ҡалыуын Ҡара айғырҙың йәне ҡабул итмәне. Кәртәләрҙең
ни икәнен белмәй, йомшаҡ йәшел үлән өҫтөндә аунап, иркен дала ҡосағында
елдәй елеп үтте уның ғүмере. Тыныс ҡына утлап йөрөгән бейәләренә,
һикерешеп сапҡан ҡолондарына ҡарап, һоҡланыуҙан йөрәге ярһып тибә, дала
яңғыратып кешнәп ебәрә ине. Ни өсөн уны, өйөрөнән айырып, ошо тар ҡураға
бикләп ҡуйҙылар? Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа сыбыҡ ҡунмаған һыртына ни өсөн
сыбыртҡы менән һуғалар? Ни өсөн?!.
Поручиктың тауышын ишетеп, һыртына ҡамсы тейгәндәй, Бөркөттөң тәне тартышып ҡуйҙы.
–
Ялчы-ы-ы!.. – Гордей шулай ҡыҫҡартып өндәшә Ялсығолға. Хужа ауыҙынан
сыҡҡан һүҙгә үпкәләп булмай. Ни тиһәң дә, поручик Ялсығолдо ике
хеҙмәтсегә баш итеп ҡуйҙы. Бәләкәй генә булһа ла, ҡулында хөкөм бар.
Үҙенә бер сыбыҡ эләкһә, тегеләргә икешәрҙе тамыҙа ул: хеҙмәтселәрҙең
арҡаһы уныҡынан нығыраҡ һыҙларға тейеш!..
– Тыңлайым, гаспатин!.. – тип йүгереп килеп етте Ялсығол.
–
Сы-сығар айғырҙы! – Поручиктың һалғаны йөҙөнә сыҡҡан. Улай тиһәң, уның
айыҡ сағын күргәне лә юҡ шикелле Ялсығолдоң. Таңдан алып ҡара кискә
тиклем аңҡы-тиңке булып йөрөй-йөрөй ҙә түшәгенә тәгәрәй. Бисәһе лә,
балалары ла юҡ Гордейҙың. Өй эшен ике типтәр ҡыҙы алып бара. Улары
поручиктың алдында орсоҡ кеүек өйөрөлә. Һе, өйөрөлмәй ҡара, уның мәңге
ҡулынан төшмәгән ҡамсыһы һырт буйыңды шундуҡ өтөп аласаҡ. Бер көн,
нимәнелер оҡшатмай, икеһен дә шәп-шәрә килеш урамға сығарып, ҡамсыһын
болғай-болғай баҫтыра башланы. Ярай әле, иҫереүе еткән ине, һөрлөгөп
барып төштө лә йоҡлап китте. Ауыр кәүҙәне саҡ һөйрәтеп өйгә индерҙеләр.
Ялсығол
Ҡара айғырҙы ҡуранан кәртәгә сығарҙы. Белә ул ат телен. Тыуған
яҡтарында уның “ат күгәүене” тигән ҡушаматы ла булды. Һа-й-й, бар ине
шәп саҡтары! Ҡатайҙарҙың иң арыу аттарын күп осорҙо инде ҡаҙаҡ
далаларына. Халыҡ, һиҙеп ҡалып, ауылдан ҡыуҙы. Күп ил гиҙергә тура килде
уға, урыҫтар араһына ла барып сыҡты, әпәй-тоҙлоҡ булһа ла телдәрен
өйрәнеп алды. Йөрөгәнгә йүрмә эләгә, ти, бына бит, файҙаһы тейҙе
барыбер.
Поручик бөйөрөнә таянған килеш, татлы уйҙарға бирелеп,
айғырға ҡарап торҙо. Күңеле көр ине уның. Теге сибәркәйҙе Татищев
күргәс, нисек һеләгәйен ағыҙҙы, ә! Ҡыҙҙар тәмен белә, ҡарт шайтан! Былай
булғас, эштәр майлаған тәгәрмәс шикелле тәгәрәргә тейеш. Хәҙер кәмендә
капитан ул! Әгәр ошо айғырҙы атланып, Татищев янына барып төшһә, нимә
тиер ине икән?! Билдәле, үҙе килеп ингән затлы малды ҡулынан
ысҡындырырға ахмаҡ түгел. Ул сағында, кем белә, майор дәрәжәһе эләгеүе
лә ихтимал!.. Эләгә-ә-ә!.. Ниңә эләкмәһен!.. Баҙарын юғарыраҡ ҡуйһа,
бындай Бурка өсөн полковник та йәл түгел!..
Гордей Бөркөткә
яҡынлашты. Әллә уның ауыҙынан бөркөлгән һаҫыҡ еҫтән, әллә ҡулындағы
ҡамсынан өркөп, айғыр ситкә тайшанды, йүгәнде тотоп торған Ялсығол саҡ
ауып китмәне.
– Ах, инәңде!.. – Поручиктың асыуы килде. Килмәҫлекме
ни, уның бер күҙ ҡарашынан дер ҡалтырап төшәләр, алдында ҡуҙға баҫҡандай
йүгереп йөрөйҙәр, ә был хайуан баш бирмәй маташа.
– Гаспатин
поручик, әүрәтергә кәрәк малҡайҙы... – тине Ялсығол ялбарғандай итеп.
Белә ул: был бер ҡыҙып китһә, айғырҙы тағы ярасаҡ. Ҡамсы менән айғырға
түгел, гүйә, Ялсығолдоң йөрәгенә һуғалар. Ғүмерендә аттарға ҡул
күтәргәне юҡ уның.
– Нимә?!. – Гордей уҫал итеп ҡараны.
– Наҙ кәрәк малға... Сығынламай шунан... – Ялсығол Бөркөттөң башынан һыйпап алды.
–
Наҙ тиһеңме!?. Мине кем тип беләһең!.. Бына уға наҙ!.. – Гордей ҡамсыһы
менән айғырға һелтәнде. Бөркөт ҡапыл үрә һикерҙе, йүгәне, һыпырылып,
Ялсығолдоң ҡулында ҡалды. Ул күккә башын сөйөп кешнәп ебәрҙе лә, ҡапыл
боролоп, бар көсөнә поручиктың маңлайына типте. Гордей тәкмәсләп барып
төштө, эскә өңөрәйеп батҡан маңлайынан бәреп сыҡҡан ҡан бите буйлап
аҡты, тәне бер-ике тапҡыр тартышты ла, тынып ҡалды.
Бөркөт бер
ынтылыуҙа кәртә аша һикереп сыҡты ла урам буйлап уҡтай атылды. Өйөрҙөң
ҡайҙалығын тоҫмаллай ул: үрге остан ағыла аттарҙың еҫе, сос ҡолағы
ҡолондарҙың кешнәгән тауышын да эләктереп ала.
Бына улар!.. Бына уның
ғәзиздәре!.. Бөркөт сабып барған көйө аттар бикле торған ялан кәртәгә
барып бәрелде, осло ботаҡҡа эләгеп, түше йыртылып китте. Кәртә
бирешмәне. Ул, ярһыуын баҫа алмай, үрәпсеп кешнәп ебәрҙе. Айғырҙың
тауышын ишеткән өйөргә йән өргәндәй булды, баштары күтәрелеп, ҡолаҡтары
ҡайсыланды. Бойороҡ булып яңғыраған кешнәү нимәгә ишара икәнен аңланы
улар. Өйөр, дәррәү ҡуҙғалып, кәртәгә барып бәрелде. Ҡеүәтле ағымға
сыҙамаған кәртә шатыр-шотор ауып китте, һәм аттар иреккә ағылды. Улар
айғыр артынан урам буйлап сабырға тотондо, юлдарына тап булған кешеләр,
ҡоторған өйөрҙән һаҡланып, ситкә йүгереште. Өйөр йылға аша сығып, урман
юлына төштө. Был яҡҡа ҡыуып килтергән юл Бөркөттөң аңына йомғаҡ шикелле
уралып ҡалғайны, хатта һәр бер соҡор-һикәлтәне уның тояҡтары тоя. Тыуған
ер тойғоһо һәр үлән бөртөгө, йотом һыуы, һулаған һауа аша аттарҙың
ҡанына һеңгән...
***
Кисенбикәнең ҡото осто. Әллә ниндәй
шөкәтһеҙ йөнтәҫ заттар уны ҡамап алған. Ҡысҡырырға итә, тауышы сыҡмай,
һелтәнәм тиһә, ҡулдары тыңламай. Тегеләр, ауыҙҙарын ҙур асып, уның
өҫтөнә менеп килә...
Баҫлығып уянды ҡатын. Йөрәге сығырҙай булып
дөпөлдәй, тәне уттай яна. Тормаҡсы булғайны, башы әйләнеп, йығылып китә
яҙҙы, ҡабат түшәгенә ауҙы. Шулай күпме ятҡандыр, алыҫтағы тоноҡ күкрәү
шикелле Домна Грифоновнаның тауышы ишетелде:
– Ҡара һин уны, рәхәтләнеп йоҡлап ята!.. Чужеяд!.. Тор!.. – Домна ҡатындың аяғына типте.
Ишектә Кирьяк Андреевич күренде:
– Ни булды, ҡәҙерлем?
– Бына!.. Йоҡлап тороп ята... Мейескә яҡмаған, һыу йылытмаған... Маракуша!..
Кирьяк Андреевич, мәлен файҙаланып, ҡатынына төрттөрҙө:
– Әйттем бит мин һиңә, йәшерәкте алайыҡ, тинем... Тыңламаның...
Кисенбикә, бөтә көсөн йыйып, тороп ултырҙы, баҫырға маташты.
– Был бит... – Кирьяк Кисенбикәнең маңлайына ҡулының һыртын тигеҙеп алды. – Яна!.. Ауырый!..
– О, боже!.. Шул ғына етмәгәйне. – Домна Грифоновнаның төҫө үҙгәрҙе. – Нишләтергә быны?!.
– Ни эшләтәһең?.. Ята инде... – Кирьяк Андреевич ҡул һелтәне.
– Нисек инде ята? Сирен өйгә тарата бит хәҙер! – Ҡатын ишеккә табан сигенде. – Кирьяк, һин быны һарайға сығар.
– Һарайға?..
– Шунда ятһын. Юғиһә, сире йоғор. Тиҙ бул!.. – Домна Грифоновна бүлмәнән сығырға ашыҡты. – Башҡа бер бәлә булды был...
Кирьяк Андреевич Кисенбикәгә яғымлыраҡ итеп өндәште:
–
Катерина, һиңә һарайҙа ятырға тура килер... Башҡа сара юҡ... Әйҙә,
түшәгеңде ал... – Бер ни аңламай ултырған ҡатынға ябайыраҡ итеп
төшөндөрөргә тырышты, түшәгенә төртөп күрһәтте. – Сарай... Спать..
Кисенбикә
аңланы уның нимә әйтергә теләгәнен. Көс-хәлгә түшәген йомарлап күтәрҙе,
йығылып китмәҫ өсөн, һаҡ ҡына баҫып өйҙән сыҡты. “Сарай” тине бит
барин, тимәк, уны сусҡалар эргәһенә аҙбарға сығаралар. Хәйер, ҡайҙа
барһа ла, хәҙер барыбер Кисенбикәгә. Уның ғүмере һүрелеп барған күмер
кеүек: йылыһы ла, яҡтыһы ла юҡ. Аҙбарға ингәс, мөйөштәге бесән өҫтөнә
түшәген йәйеп, шунда ҡоланы. Кәртә менән бүлеп алынған яҡта сыйылдашҡан
сусҡаларҙың тауышы тоноҡ ҡына ишетелә, уларҙан бөркөлгән һаҫыҡты ла
танауы һиҙмәй. Йә, Хоҙай, ошонда, сусҡалар араһында, муйынына тәре тағып
йән бирер тип кем уйлаһын!.. Ниндәй гонаһтар өсөн Аллаһ Тәғәләнең был
ҡаты хөкөмө!?. Ҡараңғы мөйөштә Нәжметдиндең һыны пәйҙә булды. Ул
Кисенбикәнең күҙҙәренә ҡарап: “Мин бынан ҡасып китәм барыбер!” – ти.
Ҡатындың күҙ алды томанланды, яйлап ҡына ҡараңғылыҡ йотто уны...
Нимәлер ҡыштырлағанын ишетеп, күҙҙәрен асты Кисенбикә. Үҙенә эйелеп текләгән шәүләне күргәс, тәне семерҙәп китте.
– Су эч, апа!.. – тине яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы. – Бу мин...
Таныны
уны Кисенбикә: теге поручиктың хеҙмәтсеһе бит. Бында килә һалғас та
кәртә аша ғына бер-ике ауыҙ һүҙ ҡушып, танышып киттеләр. Танышып тигәс
тә, уның исемен белмәй Кисенбикә. Был ҡыҙҙың мөслимә булыуына, теле лә
аңлашылып тороуына ҡыуанып ҡуйғайны ул саҡта.
Тамағы кипкәйне, һуҙған туҫтаҡты төбөнә тиклем түңкәреп ҡуйҙы ҡатын.
– Рәхмәт, балам!.. – Кисенбикә тороп ултырҙы.
– И, апа!.. – тип теҙеп алып китте ҡыҙ. – Өс көн яттың да ҡуйҙың... Уф, үләһең икән тип торамсы... Әлдә терелдең!..
– Һин бында нисек килеп сыҡтың һуң, балам?
– Мин ни... Поручик үлде бит...
– Үлде?!. Гордейҙы әйтәһеңме?
– Шуны инде... Ат тибеп үлтерҙе... Шул кәрәк уға!.. Мине Домна Грифоновна үҙенә алды.
– Һеҙ икәү инегеҙ бит...
– Марияны башҡа барин алды... Ҡайҙа икәнен дә белмәйем...
– Һинең исемең нисек, ҡыҙым?
– Мин ни... Татьяна... Элек Таңнур ине... Һине Катерина тигәйнеләр...
– Кисенбикә мин... Улар ҡушҡаны – Катерина...
– Кисенбикә?!. Бындай исемде тәүге тапҡыр ишетәм...
– Кис тыуғанмын. Шуға Кисенбикә тигәндәр.
– Матур исем. Тора алаһыңмы, апа?
Кисенбикә
хәлһеҙ кәүҙәһен ҡалҡытты. Башы әйләнеп, сайҡалып киткәйне, Таңнур
ҡулынан тотоп алды. Яйлап ҡына аҙбарҙан сыҡтылар. Сағыу ҡояштың нурынан
Кисенбикәнең күҙҙәре ауыртып китте, йөҙөнә йылы ағым бәрелде, күкрәген
тултырғансы саф һауа һуланы. Аҙбар эсендә ятҡанда, ҡараңғылыҡты ла,
һаҫыҡты ла тоймай башлағайны. Әҙәм балаһы һәр нәмәгә күнегә икән. Шул
күнегеүҙең йәшәү рәүешенә әйләнеп китеүе генә ҡурҡыныс...
Домна
Грифоновнаның әллә кәйефле сағы булды: тауыш күтәрмәне был юлы, теге
ҡыҙға Кисенбикәне йыуындырырға ҡушты ла ҡайҙалыр китеп олаҡты. Ысынлап
та, кәйефе көр ине уның: тик торғанда ҡулына мал килеп ҡапты, бер тин
аҡса сығармай, тәтәй кеүек ҡыҙҙы эләктерҙе. Анау завод инженеры булып
йөрөгән оло ҡорһаҡ бәндә килеп сыҡмаһа, ҡыҙҙарҙың икеһе лә уныҡы була
ине. Ярай, әлегә аяҡты юрғанға ҡарап һуҙырға кәрәк. Һәр хәлдә, юрған
ҡыҫҡа тип, аяғын ҡырҡмаҫ, ҙурырағын хәстәрләр...
Ҡояшта йылынған һыу
менән ҡойоноп алғас, Кисенбикәгә хәл ингәндәй булды, тәне еңеләйеп
ҡалды. Таңнур ҙур ғына икмәк киҫәге менән һөт килтерҙе.
– Аша, апа,
һиңә көс йыйырға кәрәк, – тине ҡыҙыҡай матур йылмайып. Үҙҙәрен ҡыуып
алып киткәндән бирле йылы һүҙ ишетмәгән ҡатындың күҙҙәре йәшләнде,
һылап-һыйпап эшләнгәндәй килешле кәүҙәле ошо ҡыҙҙы ҡосаҡлап яратҡыһы
килде.
– Рәхмәт, ҡыҙым!.. – тине ул, усы менән күҙҙәрен һыпырып.
Икәүҙән-икәү
ҡалып һөйләшеү форсаты сыҡҡан мәлде файҙаланып ҡалырға теләне
Кисенбикә. Нәжметдин менән осрашҡандан һуң күңелен өйкәп йөрөгән һорауын
бирҙе Таңнурға:
– Ҡыҙым, был ҡәһәрле урындан ҡасып буламы икән?
– Ҡасып?.. – Таңнурҙың зәңгәр күҙҙәре ҙурайҙы.
– Эйе!.. Ҡоллоҡ – әжәлдең туғаны ул, ҡыҙым... – тип ҡуйҙы Кисенбикә.
– И, апа, хәлемдән килһә, мин бында бер көн тормаҫ инем, – тип көрһөндө Таңнур.
– Әләйғас, тәүәккәлләргә... – Кисенбикә һүҙен әйтеп бөтмәне, өйҙән Кирьяк Андреевичтың ҡысҡырған тауышы ишетелде:
– Татьяна-а-а, һин ҡайҙа?
–
Уф, мине барин саҡыра!.. – тип өтәләнеп өйгә йүгерҙе Таңнур. Бер аҙҙан
өй эсендә ҡыҙҙың сәрелдәгән тауышын ишетеп, Кисенбикәнең ҡобараһы осто.
Аһ, ни булды икән?.. Ул етеҙ баҫып өйгә атланы. Тауыш түр яҡтан килә.
Ҡатын ишекте шар асып ебәрҙе лә ҡатып ҡалды: Кирьяк Андреевич ҡыҙҙың
өҫтөнә ятҡан да, нимәлер һөйләнә-һөйләнә, уның итәктәрен күтәреп маташа,
тегенеһе илай-илай тыпырсына. Кисенбикә, бер ни уйлап тормай, Кирьяктың
сәсенә барып йәбешеүе булды, уныһы һуйылып килде лә сыҡты. Берсә
ҡулындағы сәскә, берсә Кирьяктың тирләүҙән ялтыраған ялтас башына ҡарап,
ҡатындың ҡото осто. Шул арала ир ҡыҙҙың өҫтөнән һикереп тороп, ыштанын
тарта-тарта быларға екерҙе:
– Во-о-он!..
Ҡатындар сығып барғанда арттарынан ҡысҡырып ҡалды:
– Был турала Домна Грифоновна белмәһен!.. Ишеттегеҙме!?. Белһә, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!..
Таңнур ҡалтырана-ҡалтырана Кисенбикәгә һыйынды, ҡатын уның арҡаһынан һыйпап, йыуатырға тырышты:
– Тыныслан, ҡыҙым!.. Ул ҡәбәхәттең сәсен ҡутара тартып сығарҙым мин... Йә, Хоҙай, хәҙер нимә булыр инде?!.
– Сәс түгел... Парик ул... – тине Таңнур һулҡылдап.
– Уныһы нимә тағы?
– Башҡа кейә торған...
Быларҙың сәстәре ҡыҙыҡ ҡына, тип аптырай торғайны Кисенбикә, бына ғәләмәт, сәс һымаҡ итеп эшләнгән башлыҡ икән дә баһа.
– Апа, әйҙә, ҡасайыҡ бынан!.. – тип ялбарыулы ҡарашын төбәне Таңнур.
– Нисек?.. – Ҡатын албырғап ҡалды.
– Ҡасайыҡ, апа!..
– Ҡайҙа барырбыҙ һуң?..
– Донъяла кеше бөтмәгән, берәй ауылға барып сығырбыҙ әле...
Кисенбикә
уйланып торҙо. Алыҫ юлға сығырға хәле етерме? Тыуған төйәге ҡайһы
тарафта икәнен дә белмәй бит әле, бөтөнләй башҡа яҡҡа сығып китһәләр...
Хәйер, икеләнеп торор ваҡытмы. Бер үҙе түгел дә баһа, әмәле сығыр,
иншаллаһ!..
– Әйҙә, ҡыҙым!.. – тине Кисенбикә, тәүәккәлләп. – Домна ҡайтмаҫ элек ҡуҙғалайыҡ.
Улар
тиҙ генә ваҡ-төйәк төрөлгән төйөнсөктәрен эләктереп, артҡы яҡтан кәртә
аша сыҡты. Кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып, урамды йүгерә-атлай үткәс,
ике яҡҡа һуҙылған тыҡрыҡ сатында ҡайҙа китергә белмәй баҙап ҡалдылар.
Анау тауҙар теҙелеп киткән тарафҡа барырға кәрәк тип фекер йөрөттө
Кисенбикә. Тауҙар ҡуйынына инһәләр, бер кем дә таба алмаҫ. Ҡабаланып шул
яҡҡа атланылар. Күп тә үтмәне, ҙур ғына йорттан килеп сыҡҡан ике ир
ҡатындарҙың юлын быуҙы.
– Кто такие? – тип уларға текләне кәпәс кейгәне.
Ҡатындар, нимә тип әйтергә белмәй, ҡаушап ҡалды. Урыҫса ап-аруҡ һупалаған Таңнур ҙа, әллә ҡурҡышынан, бер һүҙ өндәшмәне.
– Хужағыҙ кем? – тип екерҙе теге ир.
– Д-д... Дом-на... Гриф-фоновна... – тип саҡ әйтә алды Таңнур.
Ирҙәр үҙ-ара нимәлер һөйләште, шунан:
– Атлағыҙ!.. – тип бойорҙо.
Ни эшләй алһын бисара ҡатындар: баштарын эйеп, тегеләр күрһәткән яҡҡа барыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Уларҙы
Тау канцелярияһы тип аталған йортҡа килтерҙеләр. Ирҙәрҙең береһе эскә
инеп китте, күп тә торманы, өҫтөнә зәңгәр төҫтәге камзул, тубығына
тиклем тартылған аҡ ойоҡ кейгән, Кирьяктыҡы кеүек бөҙрә сәсле ниндәйҙер
баринды эйәртеп сыҡты.
– Бына, ҡасаҡтар, Иван Петрович! – тине ул, ҡатындарға эйәге менән ишаралап.
Иван Петрович тигәндәре ҙур кеше, күрәһең, былар уның алдында эйелә-бөгөлә һөйләшә.
– Кемдекеләр? – тип һораны барин, күҙҙәрен ҡыҫа биреп ҡатындарға бер аҙ текләп торғас.
– Домна Грифоновнаныҡы...
– Бында килтерегеҙ үҙен!
– Хәҙер, барин! – Теге ир Домна Грифоновнаны саҡырырға сығып сапты.
Иван Петрович Таңнурҙың эйәгенән тотоп, башын борғолап ҡараны ла, көтөргә ҡушып, өйгә йүнәлде.
Домна Грифоновна ут сыҡҡандай өтәләнеп килеп етте. Ул ҡатындарға уҫал ҡараш ташлап, өйгә инде лә Иван Петрович менән кире сыҡты.
– Бына нимә, Домна Грифоновна, быныһына – ун сыбыҡ!.. – тине Иван Петрович, Кисенбикәгә күрһәтеп.
– Эйе, эйе!.. – Ашығып баш ҡаҡты Домна Грифоновна.
– Ә быныһына... – Иван Петрович Таңнур алдында туҡтап, уйланып торҙо. – Бында ҡала!.. Язаһын алыр...
– Бында?!. – Домна Грифоновна, ҡулынан ҡурсағын тартып алған сабыйҙай, ауыҙын ослайтты.
– Эйе! Әллә һеҙ ҡаршымы?..
– Юҡ... Закон һеҙҙең ҡулда, Иван Петрович!.. – тип һөйләнде ҡатын.
–
Тән язаһынан да ҡатыраҡ яза бар!.. – тине Иван Петрович мәғәнәле итеп. –
Хеҙмәтселәргә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк, Домна Грифоновна!..
– Эйе, эйе!..
Иван Петрович кеҫәһенән янсыҡ сығарып, ҡатынға аҡса һондо:
– Ошо хаҡ һеҙҙең күңелегеҙҙе тынысландырыр, моғайын.
–
Рәхмәт!.. – Домна Грифоновна ҡулына эләккән аҡсаны усына йомдо. Эсендә
ут ҡайнай ине уның. Үҙе килеп ингән малдан ҡолаҡ ҡаҡты: был Тау
канцелярияһы секретарынан ҡыҙҙы кире алып булмаясағы көн кеүек асыҡ
хәҙер.
Иван Петрович ирҙәргә бойорҙо:
– Ишеттегеҙме, быныһына – ун сыбыҡ!.. Эште башҡарғас, хаҡын алырһығыҙ.
Кисенбикәне
яҡындағы майҙанда торған бағананы ҡосаҡлатып бәйләп ҡуйҙылар. Унлаған
кеше йыйылып китте. Ашыҡты ирҙәр: Иван Петрович кире уйлап ҡуймаҫ борон
аҡсаны ҡулға төшөрөргә кәрәк.
Шыйыҡ сыбыҡ һауа ярып, Кисенбикәнең
арҡаһын өтөп алды. Ул, ҡысҡырмаҫҡа тырышып, тештәрен ҡыҫты, ләкин уттай
яндырған һыҙланыу баштараҡ тоноҡ ыңғырашыуға әйләнде, һелтәнгән һайын
күкрәгенән ғазап ауазы булып бәреп сыҡты...
***
Байтаҡ араны сабып
үткән аттар ҡылғанлы тауға үрмәләй башланы. Бөркөттөң һиҙемләүе
буйынса, ошо тау аша күл буйына барып сығасаҡтар. Тауға менеп еткәс,
йәйрәп ятҡан киң даланы күреп, айғырҙың йөрәге ярһыны, күкрәген яндырған
һыҙлауҙы онотоп, кешнәп ебәрҙе. Сапҡан саҡта ауыртыуҙы әллә ни тоймаған
һымаҡ ине, әле түшен ут өтөп бара, ниңәлер, тубыҡтары ҡалтырай. Уның
тантаналы тауышын башҡа аттар күтәреп алды. Ҡолас киреп ятҡан дала
киңлеген сәләмләй улар. Алыҫ офоҡ тарафтарынан еләҫ ел алып килгән таныш
еҫ танауҙарына бөркөлөүҙән тәндәре дерелдәп китә...
Күлдә
һыуһындарын ҡандырған аттар дала киңлегенә таралып, ашыҡмай ғына утларға
кереште, ҡолондар кинәнеп йомшаҡ үлән өҫтөндә туланы. Шулай ҙа ярһыған
айғыр ирәүәнләп китергә ирек бирмәне уларға, башын юғары сөйөп,
бышҡыра-бышҡыра өйөрҙө ҡыуырға тотондо. Тыуған ҡырҙарына ҡайтып
етмәйенсә йәне тыныслыҡ тапмаясаҡ уның.
Өсөнсө көндә ҡолон саҡтың
эҙҙәрен һаҡлаған таныш яландарға тояҡ баҫты аттар. Бына уларҙың төйәге!
Ошонда, сикһеҙ күк аҫтындағы иркен далала донъяға килде Бөркөт. Ошонда
тәүге тапҡыр шыйыҡ аяҡтарына баҫып, инәһенең һутлы еленен тылҡыны, ыуыҙ
үләндәрҙе ирендәре менән ялманы. Ошо уның кешнәй-кешнәй дала иңләп, ел
менән уҙышҡан ғәзиз төйәге!..
Ҡара айғырҙың йөрәге дөпөлдәп типте,
һулышы йышайҙы. Ул күкрәген яндырып, бөтә тәненә таралған һыҙланыуҙы ла
тоймай хәҙер, хәрәкәте етеҙләнгәндән-етеҙләнә бара. Бөркөт, бәйгегә
сыҡҡандай, сабырға тотондо. Тиҙерәк!.. Тиҙерәк!.. Артта ҡала барған
өйөргә лә иғтибар итмәне ул, бар көсөн һалып алға атылды. Күбеккә батып,
көл һәм күмерҙән ҡара тап булып ятҡан, элек мөгәзәй торған урынға килеп
туҡтаны айғыр. Көл араһынан нимәлер соҡоп сығарырға теләгәндәй,
бышҡыра-бышҡыра сапсырға тотондо. Ҡапыл күҙ алды ҡараңғыланды, аяҡтары
тотмай, көл өҫтөнә ҡоланы. Башын ҡалҡытырлыҡ та хәле ҡалмағайны уның,
күҙҙәрен ҙур асып, зәңгәр күккә текләп ята. Был ҡарашта үкенес тә,
хәсрәт тә, үпкә лә юҡ. Уның өйөрө иректә!.. Ана сабып килгән тояҡ
тауыштары ла ишетелә! Үҙен алмаштырасаҡ ҡолондары бар уның!..
Һуңғы ынтылыш яһағандай, тибенеп ҡуйҙы айғыр, гүйә, мәңгелек кәртәһе аша һикерҙе...
***
Яңғыҙлыҡ
– иң яҡшы кәңәшсе. Саҡ ҡына бил яҙыр форсат сыҡтымы, Кисенбикә,
утынлыҡтағы бүкәнгә ултырып, уйға сума. Бер ҡараһаң, уның яҙмышы ла
бүкән өҫтөнә ҡуйылған түмәр кеүек. Бына-бына ярғыслап, мейескә
ташларҙар. Һуңғы йылыһын кемгә бөркөп дөрләр? Ниндәй елдәр уның көлөн
таратыр? Тыуған тупрағы ҡуйынына һыйыныр сара ҡалманымы икән ни?!
Алыҫта, бик алыҫта шул ғәзиз төйәге!..
Иркен ҡырҙар, көмөштәй
сылтырап аҡҡан йылғалар, ҡайынлы урмандар үтте уның күҙ алдынан. Күңел
төпкөлөндә туңып ятҡан төйөн, хыял йылыһынан иреп, әкрен генә моң булып
ағылды.
Ергенәмдең ҡырлас ҡаялары
Алыҫтарҙан күгәреп күренә.
Йүгереп тә генә ҡайтыр инем
Тыуып та ғына үҫкән еремә.
Моң
ағылды ла ағылды. Шым ғына килеп тыңлап торған Кирьяк Андреевич, ағас
ботағына ҡунып һайраған һандуғасты өркөтөргә теләмәгәндәй, ҡатып ҡалды.
Был ҡырағайҙарҙың моңон тәүге тапҡыр ишетеүе ине уның. Йырҙың һүҙҙәрен
аңламаһа ла, йән илерткес һағыш бөркөлгәнен тойҙо. Моң ниндәйҙер сикһеҙ
тәрәнлектән сығып, донъяға тарала. Ғәжәп, хатта уның еҫен дә, төҫөн дә
тоя һымаҡ: тау-урмандар, сәхрә еҫе килә, сикһеҙ зәңгәрлек убып ала...
Кирьяк Андреевич теге саҡта поручик менән булған бер һөйләшеүҙе хәтерләне.
– Ул ҡырағайҙарҙы төбө-тамыры менән ҡороторға кәрәк... – тине Гордей.
– Ниңә ҡороторға?! – тип ҡаршы төштө Кирьяк. – Үҙебеҙҙең дингә күндерергә мөмкин.
– Кирьяк Андреевич, бүрене эт итеп булмай... Беләһеңме, улар тараҡан шикелле үрсей. Һәр ғаиләлә унлаған бала.
–
Бәй, үҙ мәнфәғәтебеҙҙә файҙаланырға кәрәк. Дәүләтебеҙгә теш ҡайраған
дошмандар күп, ә һуғыш халыҡты йотоп тора... Бер атҡанда – ике ҡуян!..
– Ләкин улар ҡуян түгел – бүре. Үҙебеҙгә теш күрһәтеүҙәре ихтимал.
–
Хаталанаһың, Гордей Креславович! Халыҡ – һарыҡ ул. Бер кеше менән идара
итеүгә ҡарағанда, өйөргә баш булыуы еңелерәк... Көтөүсе ҡайҙа ҡыуа,
көтөү шунда бара. Уларҙың көтөүселәре беҙҙең йырҙы йырларға тейеш.
– Мин ул ҡырағайҙарҙы яҡшы беләм. Еңел генә баш эймәйәсәктәр!..
Йыр
тәьҫиренән иләҫләнеп киткән Кирьяк Андреевич уйлап ҡуйҙы: йөрәгендә
бындай илаһи моң йөрөткән халыҡты буйһондороу мөмкин түгел, рухын
һындырырға кәрәк. Шул саҡта үҙҙәре баш һаласаҡ!..
Үткер бысаҡ менән
ҡырҡҡандай, йыр ҡапыл өҙөлдө. Хужаны шәйләп ҡалған Кисенбикә урынынан
һикереп торҙо. Кирьяк Андреевич та, уйҙарынан арынып:
– Матур көй... – тип йылмайғандай итте һәм, ҡулын һелтәп, йортҡа йүнәлде.
Кисенбикә
көйәнтә менән биҙрәләрен алып, һыуға барып килергә булды. Тик торғанды
Домна Грифоновна өнәмәй, юҡ-бар сәбәбен табып, бәйләнә башлай.
Ҡоҙоҡтан
һыу алып маташҡан ике ҡыҙҙың береһен әллә ҡайҙан таныны Кисенбикә.
Килеп етер-етмәҫтән, шатлығы эсенә һыймай, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
– Ҡарлуғас ҡыҙым!..
– Кисенбикә инәй!..
– Хәл-әхүәлең нисек, балаҡай? – Кисенбикә уның һурыҡҡан йөҙөнә баҡты.
– Әлләсе... – Ҡарлуғас керпектәре менән матур күҙҙәрен бөркәне.
Уларҙы шым ғына күҙәтеп торған икенсе ҡыҙ Кисенбикәгә өндәште:
– Инәй, теге саҡта сыбыҡ менән һине һуҡтырҙылармы ул? Әй, йәлләнем...
– Мине... – Кисенбикә уға һынап ҡараны. – Һине кем тип әйтәйем икән, ҡыҙым?
–
Мин – Әҡлимә. Дыуан улысынан, – тип теҙеп алып китте телсән ҡыҙ. –
Уф!.. Бында бер көн тормаҫ инем. Ҡасайыҡ тип Ҡарлуғасҡа күпме әйтәм,
тыңламай. Үҙем генә һыпыртыр инем, юлды белмәйем.
– Тотһалар, башыңдан һыйпамаҫтар бит, ҡыҙым.
– Тотһалар ни... Барыбер баштан һыйпап тормайҙар... Бында эт хәлендә йәшәгәнсе...
Оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытыу мөмкин булмағанын аңлаған Кисенбикә уйлағанын әйтеп ҡалырға тырышты:
– Ҡасайыҡ бергәләшеп!..
– Ысынлапмы, инәй?! – Әҡлимәнең ҡара күҙҙәрендә осҡон уйнаны.
– Эйе! – тине Кисенбикә ышаныслы итеп. – Ҡарлуғасты ла алырбыҙ.
Ҡарлуғас терт итеп ҡалды:
– Ҡасырға?!. Инәй, мин... – тине ул, ҡарашын йәшерергә тырышып. – Минән булмай...
– Булмай?!. Ғүмерең буйы бәйҙәге эт шикелле йәшәргә итәһеңме?.. – Кисенбикә үпкәләгәндәй әйтте.
– Ул ауырлы... – тине Әҡлимә.
– Аһ-аһ!.. – Кисенбикә, нимә тиергә белмәй, шымып ҡалды.
–
Инәй, ғәйепләмә мине, – тип аҡланғандай һөйләнде Ҡарлуғас. – Ҡасып
ҡайҙа бара алам мин? Ауылда бер кемем ҡалманы. Башҡаларға ла ете
ятмын...
– Үҙеңдеке ҡыр типмәй ул, балаҡай!
– Инәй! – тине Ҡарлуғас, ялбарғандай итеп. – Мин уларҙың динендә хәҙер.
Ҡарлуғастың
мейеһен шомло уй телеп үтте: Кисенбикә инәй ҡасып ҡотола алһа, уның
тураһында халыҡҡа һөйләп, рисуай итәсәк инде. Ояты ни тора!..
– Әй, мин уны әллә күпме өгөтләнем... – тип ҡул һелтәне Әҡлимә. – Күндереп булмай.
Кисенбикә
башҡаса өндәшмәне. Хәйер, ошондай хәүефле аҙымға кешене нисек
ҡыҫтайһың?! Алда ни көтәсәген белеп булмай. Сылбырҙан ысҡынырға теләгән
эт үҙе тартҡылаша ул...
– Ҡасан ҡуҙғалабыҙ, инәй? – Бигерәк тәүәккәл күренә был ҡыҙ, тәҡәте ҡалмаған, күрәһең.
Кисенбикә бер талай уйланып торғас:
–
Таң менән... – тине, ныҡлы хәл итеп. – Алып ҡайтҡан һыуыңды бөгөн
исрафла, ҡыҙым. Иртән һыуға килеү һылтау булыр. Шик тыумаҫ. Ошонда
осрашырбыҙ. Ҡалғаны – Хоҙай ҡулында...
Ҡайтып барғанда, өҫ-башы туҙып, йөҙөн килешһеҙ һаҡал баҫҡан берәү осраны.
– Һауғынамы, Кисенбикә апай!..
Абайлабыраҡ
ҡарағайны, таныны уны ҡатын: был ни теге Ялсығол да баһа!.. Шул!.. Йөҙө
үҙгәрһә лә, күҙе үҙгәрмәй икән кешенең. Ялсығолдоң һалҡын ҡарашынан
Кисенбикәнең йәне сирҡанды, күңеле болғанды, был бәндә эргәһенән тиҙерәк
китергә теләп, аҙымдарын йышайтты. Тегенеһе уның артынан ҡысҡырып
ҡалды:
– Кисенбикә апай, хужағыҙға әйтеп ҡара әле, миңә берәй эш булмаҫмы икән? Изгелегеңде мәңге онотмам!..
Өндәшмәне
Кисенбикә. Гордей үлгәндән һуң Ялсығолдоң урамда ҡалыуы тураһында
яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалғайны, әллә ни әһәмиәт бирмәне. Хәйер, уның
ҡайғыһымы ни, үҙ хәсрәте башынан ашҡан...
Кисенбикәнең артынан байтаҡ
ҡарап торҙо Ялсығол. Ух, эт!.. Сәләмен дә алманы, күңел өсөн генә булһа
ла бер ауыҙ һүҙ ҡушһасы, исмаһам. Ни тиһәң дә, ете-ят кеше түгел. Эх,
теге Гордей үлеп китмәгән булһа, ҡуҙға баҫҡандай бейетер ине уларҙы
Ялсығол. Ҡара, бынау ҡортҡаһы ла, әллә кем булып, өндәшмәй үтеп китте.
Ялсығол
ҡуйынындағы ҡамсыны һәрмәп ҡуйҙы. Шәп сағының ләззәтле бер иҫтәлеге
булып ошо ғына ҡалды. Уны гел үҙе менән йөрөтә – бөгөн булмаһа, иртәгә
хәжәте тейеүе бар. Йөрәге менән һиҙә ул: ҡамсы кәрәкмәгән заман юҡ...
Ялсығол,
ҡайһы яҡҡа атларға белмәй, бер урында тапанып торғас, яңыраҡ танышҡан
Туйгилдене иҫенә төшөрҙө. Уға хужаһы баҙарҙан арба тәгәрмәстәре алып
ҡайтырға ҡушҡайны. Шуларҙы нисек кәрәк күтәреп атлаған ирҙе күреп,
Ялсығол ярҙам итергә булды. Ярҙам тип, берәй һыныҡ икмәк-фәлән эләгеренә
өмөтләнде ул, һуңғы ваҡытта астан ныҡ ҡырҡылғайны. Һөйләшеп киттеләр.
Туйгилде табын ырыуы башҡорто булып сыҡты. Тау заводында эшләгән бер
ярлы ғына урыҫта хеҙмәтсе икән. Суҡындырып, Тимофей тигән исем
ҡушҡандар. Ялсығолдоң һаман да суҡындырылмауына, үҙ исемендә йөрөүенә
ихлас аптырап һораны:
– Нисек улай?..
– Шулай... Минең үҙ Аллам бар!.. – тип кенә яуапланы Ялсығол.
– Минең... балаларҙы ла суҡындырҙылар... – тип күңелһеҙ генә әйтте Туйгилде.
– Балаларыңды?..
– Эйе. Ике улым да бында, Әндрәй тигән баринда. Һирәк-мирәк кенә күреп ҡалам...
– Әләйғас, бисәң дә бындалыр?
– Ул үлде. Юлда. Күтәрә алманы, бахыр...
Килеп
еткәс, Ялсығолдо ҡапҡаһынан индермәһә лә, ошонда көтөп торорға ҡушып,
өйгә кереп китте ул. Күп тә үтмәне, икмәк һынығы менән йомортҡа сығарып
тотторҙо.
– Хужаң күреп ҡалһа... – тип ризыҡты тиҙерәк ҡуйынына тығырға ашыҡты Ялсығол.
– Йыуаш ул, – тине Туйгилде. – Миңә аҡырып-баҡырып торғаны юҡ, туғаны һымаҡ күрә.
Әле
шул Туйгилде-Тимофейға һуғылырға ниәтләне Ялсығол. Быға тиклем дә
өс-дүрт мәртәбә барып, бер-ике телем икмәк йә ит киҫәге эләктергеләне.
Йәлләп тормай ул, үҙе лә осон-осҡа ялғап ҡына йәшәһә лә, сығара ла бирә.
Туйгилде ихатала нимә менәндер мәшәҡәтләнә ине.
– Ыздарава, Тимафей! – тип ҡапҡа тышынан ҡысҡырҙы Ялсығол, ян-яғына ҡараштырып.
– А-а, Ялсығол!.. Ыздарава, ыздарава!.. – Туйгилде килеп, ике ҡуллап күреште.
– Чауа делать?
– Эсвинья курмы дал... – тине тегенеһе. – Ату миня кушат...
Ике
башҡорт, үҙ телдәрендә берәй һүҙ ысҡынып ҡуйыуҙан ҡурҡып, вата-емерә
урыҫса аңлашты. Юғиһә, башҡортса һөйләшкәнде берәйһе ишетеп ҡалһа, эштең
ҙурға китеүе көн кеүек асыҡ.
– Әйҙә аласыҡҡа, әле генә сәй ҡайнаттым, – тип Ялсығолдоң ҡолағына бышылданы Туйгилде. – Хужалар өйҙә юҡ, кискә генә ҡайталар...
Улар
аласыҡҡа инде. Туйгилде өтәләнеп йөрөп сәй әҙерләне, йоморолай бешкән
өс йомортҡа, ике телем икмәк ҡуйҙы. Ризыҡты күргәс, ауыҙына һыу тулды
Ялсығолдоң. Кисәнән бирле осло тырнаҡтары менән тырнай-тырнай эсендә
үкереп ятҡан нәмә, тышҡа атылып сығырҙай булып, тағы нығыраҡ туларға
кереште. Түҙмәне Ялсығол: йомортҡаны һә тигәнсе әрсеп, бөтөн килеш
ауыҙына тыҡты, умырып икмәк һоғондо. Күҙ асып йомған арала ризыҡ йылп
итеп ҡалды. Туйгилде ҡорҙашын һыйлай алыуына ҡәнәғәт ине шикелле:
Ялсығолдоң ҡабаланып ашағанын йылмая биреп күҙәтеп ултырҙы. Ризыҡ
артынан сәй эсеп ҡуйғас, Ялсығолдоң кәйефе күтәрелде.
– Һин арыу йәшәйһең әле! – тип баш сайҡаны ул.
–
Ҡоллоҡтоң арыуы буламы ни?! Тамаҡ туҡлығы күңелде туйҙырмай, ҡорҙаш, –
тине Туйгилде, уфтанғандай итеп. – Эх, тыуған ерҙәр һағындыра!..
– Ул тарафҡа юл да ябыҡ инде хәҙер... – тип ҡаш аҫтынан һынсыл ҡарап ҡуйҙы Ялсығол.
– Ниңә улай тиһең, ҡорҙаш?..
– Үҙең әйтәң бит... Башҡа диндәһең...
Туйгилде бер аҙ уйланып торҙо ла ишекте ныҡлап ябып ҡуйҙы.
– Ҡорҙаш! – Ул аласыҡ мөйөшөндәге иҙән таҡтаһын ҡалҡытып, кескәй генә төргәк тартып сығарҙы. – Бына!..
– Нимә ул? – Ялсығол аптырап, уның усында ятҡан төргәккә текләне.
– Суҡындырһалар ҙа, динебеҙҙән төңөлмәнем... – тип бышылданы Туйгилде.
– Был нимә һуң? Ҡана, күрһәт!.. – Ялсығолдоң сабырлығы бөтә башланы.
– Бетеү! – тип төргәкте һүтте Туйгилде.
– Бетеү?!.
– Эйе! Бына! Олатайымдың ҡомартҡыһы! Нисек кәрәк һаҡлап ҡалдым. Изге Ҡөрьән сүрәһе яҙылған бында.
– У-ула-ай... – тип һуҙҙы Ялсығол. – Белеп ҡалһалар?..
– Берәү ҙә белмәй, – тип төргәкте урынына тығып ҡуйҙы Туйгилде.
Ялсығол, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, ҡабалана башланы.
– Ярай, – тине ул, ишеккә йүнәлеп. – Берәйһендә эш булмаҫмы икән... Һораштырайым әле...
Туйгилде уны ҡапҡаға тиклем оҙата килде.
– Ингеләп йөрө, ҡорҙаш! – тине ул, ихлас йылмайып. – Минең хужалар гел өйҙә тормай. Һөйләшеп ултырырбыҙ.
Ялсығол
бер һүҙ әйтмәне, ризалыҡ белдереп, башын ҡаҡты ла урам буйлап китте.
Мейеһендә төрлө уйҙар ҡымжый ине был минутта. Ҡара, ҡулына бәхет үҙе
килеп инә түгелме шул?! Тегеләр алдында үҙенең тоғролоғон раҫларға бер
сәбәп булды бит был! Туйгилде йәл инде йәллеккә... Хәйер, нәҫел-нәсәбе,
туған-тыумасаһы түгел дә баһа! Кеше ҡайғыртыр заманмы тағы, үҙ башыңды
үҙең уйламаһаң, бер кемгә лә хәжәтең юҡ һинең!..
Ялсығол аҙымдарын ҡыҙыулатты...
***
Кисенбикә
ҡоҙоҡ янына килгәндә, таң һыҙыла башлағайны. Ян-яҡҡа ҡаранып, оҙаҡ ҡына
торҙо ул. Әҡлимә һаман күренмәй. Йоҡлап ҡалдымы икән әллә, йә кире
уйланымы? Кисенбикәнең күңелен шик тырнай башланы. Бындай хәүефле аҙымды
теүәл баҫырға кәрәген яҡшы аңлай ул. Үҙе лә инде, һармаҡ, тәүге күргән
кешегә тотто ла ризалыҡ бирҙе.
Ҡайһы бер йорттарҙа шәм ҡабыҙҙылар, тиҙҙән эшкә киткән кешеләр күренә башлар. Ниәттәре барып сыҡманы былай булғас.
– Инәй!.. – тип бышылданы арттан берәү. Кисенбикә терт итеп ҡалды, боролоп ҡарағайны, Әҡлимәне таныны.
– Уй, оҙаҡланың!.. – тине Кисенбикә, шелтәләгәндәй итеп.
–
Ни бит... Төнө буйы керпек тә ҡаҡманым ул, инәй... Нисек ойоп
киткәнемде лә белмәйем... Ярай әле, әтәс ҡысҡырғанға уяндым...
Ҡабаланып, биҙрәләрҙе лә алманым... – тип йыш-йыш тын алып һөйләнде
Әҡлимә.
– Әйҙә!.. – Һүҙ сурытып торор мәл түгел. Кисенбикә көйәнтәһе
менән биҙрәләрен кәртә буйында үҫкән кесерткәндәр араһына йәшерҙе лә үҙе
самалап ҡуйған яҡҡа табан атланы.
– Туҡта, инәй!.. – Әҡлимә уның еңенән эләктерҙе. – Ул яҡҡа түгел, былай барайыҡ!
– Ниңә?..
–
Унда ҡаланы ҡойма менән ҡамағандар, сығып булмай. Анау яҡта төҙөп
бөтмәгәндәр... – тип ҡулы менән икенсе тарафҡа ишараланы ҡыҙ.
Кисенбикәнең
уға буйһоноуҙан башҡа сараһы юҡ – йәш кешенең хәтере яҙлыҡтырмаҫ. Үҙе,
иҫенә зарланмаһа ла, бер йортто урап сыҡҡансы, ҡайһы яҡтан килгәнен
бутай.
– Ярар, ҡыҙым! – Ризалашып, Әҡлимәнең артынан төштө Кисенбикә. Иң мөһиме – ошо ҡаланан сыҡһындар, ҡалғанын күҙ күрер.
Улар
оҙон урам буйлап тауыш-тынһыҙ ғына атланы. Ҡапҡаһынан килеп сыҡҡан
берәйһе күренһә, бесәй шикелле ҡойма буйына һыйындылар. Шуныһы ҡурҡыныс:
ҡайһы бер өйҙәр янынан үткәндә, эттәр өрөп ҡала. Бер уҫалы абалап,
ап-аруҡ эйәреп килде хатта. Тоттороп ҡына ҡуя инде был, тип ҡото осто
Кисенбикәнең.
Шулай йөрәктәрен устарына ҡыҫып килә торғас, ҡала
ситенә сыҡтылар. Тау артынан ҡалҡҡан ҡояштың йылымыс нурҙары биттәренә
ҡағылды. Кисенбикә, уның наҙын тәүге тапҡыр татығандай, күҙҙәрен йомоп,
кинәнеп һулыш алды. Таң һайын күреп ғәҙәтләнгән күк сырағы бөгөн
башҡасараҡ ине – нурҙары йомшағыраҡ, яҡтылығы сағыуыраҡ. Ғәжәп, күҙ асып
йомған арала ҡояш та үҙгәрер икән!..
– Кисенбикә инәй!.. – Әҡлимәнең тауышы ҡалтыранып сыҡты.
– Ни булды, ҡыҙым?
– Ҡарале, инәй! – тип башын һелкеп арт яҡҡа ишараланы ла ҡыҙ, төйлөгәндән ҡурҡҡан себеш кеүек, Кисенбикәгә һырыҡты.
Боролоп ҡараған ҡатындың тәне семерҙәп китте.
– Йә, Хоҙай!.. – тип кенә әйтә алды ул, Әҡлимәне үҙенә нығыраҡ ҡыҫып.
Уларҙың
артынан өс һыбайлы драгун сабып килә ине. Күп тә үтмәне, бағана һымаҡ
ҡатып ҡалған ҡатындар эргәһенә етеп, һүгенә-һүгенә ҡамсыларын болғарға
тотондолар, ярһыған аттары өҫтәренә менеп килә.
Драгундар уларҙы
килгән яҡҡа атлай-йүгертә алып китте. Кисенбикә бер нисә тапҡыр
һөрлөгөп, аяҡ-ҡулын һыҙырҙы. Ярай әле, Әҡлимә бирешмәй, абынһа,
ҡултыҡлай һалып ала. Ҡасҡан саҡта оҙон булып тойолған юлды тиҙ үттеләр.
Өн булдымы был, әллә төшмө тигәндәй, ҡатындар аңына килергә лә
өлгөрмәне, Тау канцелярияһы алдында торалар ине.
– Шагай, давай!.. –
Кисенбикә менән Әҡлимәне этә-төртә йортҡа индерҙеләр. Тупһа аша атлау
менән ҡаршыларына бер ир менән ҡатын тап булды. Кисенбикә ҡатынға
текләне лә, иҙәнгә аяғы йәбешкәндәй, ҡапыл туҡтаны. Бәй, бәй, Ҡарлуғас
та баһа!.. Бында нишләп йөрөй икән?! Уның мейеһе зымбырлап китте, шомло
уйынан үҙе ҡурҡып ҡуйҙы хатта. Юҡ!.. Булмаҫ!..
Драгун ҡаты ғына итеп Кисенбикәнең арҡаһына төрттө:
– Шагай!..
Бер
бүлмәгә индерҙеләр. Өҫтәл артында аяҡтарын һуҙып, ауырлы ҡатындарҙыҡы
шикелле ҡорһағын киреп ултырған ир, быларға бер аҙ текләп торҙо ла,
ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ба-а-а... – тип һуҙҙы ул, бүрткән ирендәрен шапылдатып. – Тағы был!.. Ну, ну!.. Иҫке таныш!..
Тәүге
тапҡыр ҡасып тотолған саҡта сыбыҡ менән һуғырға бойорған ирҙе шундуҡ
төҫмөрләне Кисенбикә. Хәтере яңылышмаһа, уны Иван Петрович тиҙәр
шикелле. Ир ауыр кәүҙәһен ултырғыстан ҡуптарып, тора ғына башлағайны,
бүлмәгә ҡабаланып бер драгун килеп инде лә уның ҡолағына ниҙер бышылдап,
ҡағыҙҙар тотторҙо. Тегенеһенең сырайы етдиләнде, маңлайына һырҙар ятты.
–
Тимәк... Василий Никитич тиҙҙән килеп етә... – тип һөйләнде ул үҙ
алдына. Шунан, Кисенбикәләр яғына күҙ һирпеп алғас, һеҙҙең ҡайғы юҡ
тигәндәй, ҡул һелтәп:
– Икеһенә лә унар ҡамсы!.. – тине. – Үтәгеҙ!..
Уларҙы
канцелярия эргәһендәге майҙанда торған бағаналарға бәйләнеләр.
Кисенбикә үҙен тыныс тоторға тырышты. Әҡлимә иһә, ҡобараһы осоп,
сәбәләнергә, ҡысҡырырға кереште. Уның был ҡылығы драгундарҙы ярһытты
ғына, ауыҙына сепрәк тығып, бәйләп ҡуйҙылар. Ҡамсы тотҡан драгун
Кисенбикә янына килеп, бер аҙ текләп торҙо ла ҡолас киреп киҙәнде, ләкин
ныҡ һуҡманы. Артыҡ ауыртыу тоймаған ҡатын, был ни булды әле тигәндәй,
аптыраулы ҡарашын драгунға төбәне.
– Ори!.. – тип ишетелер-ишетелмәҫ
әйтте драгун, тағы һуғырға әҙерләнеп. Үҙ әсәһе йәшендәге ҡатынды
ҡамсыларға ҡулы бармай ине уның, ләкин ҡушҡанды башҡармай сара юҡ. Шулай
ҙа уның ғазабын еңеләйтер мөмкинлек ҡулында бит.
– Ори!.. – тип ҡабатланы ул.
Драгундың
ниәте Кисенбикәнең мейеһенә барып етте. Домна аҡыра башлаһа, Кирьяк һәр
саҡ “не ори” ти. Был драгун “ори” ти бит, тимәк, уның ҡысҡырыуын теләй.
Икенсе тапҡыр һыртына ҡамсы ҡунғас, ауыртыу үҙәк өҙгөс үк булмаһа ла,
әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе.
Әллә биш, әллә алты тапҡыр һуҡҡандан һуң,
драгун ситтәрәк күҙәтеп торған ир янына барып, нимәлер һөйләште, шунан
ҡатынды бәйҙән ысҡындырҙы. Әҡлимә яғына күҙ һирпеп алды Кисенбикә.
Ҡыҙҙың башы һалынып төшкән ине, аңын юғалтҡандыр, бисараҡай...
***
Домна
Грифоновна һуңғы ваҡытта Кисенбикәнән күҙ яҙлыҡтырмай. Ҡатындың ике
тапҡыр ҡасып маташыуы асыуын ҡабартты, башҡалар менән аралашыуҙы ҡәтғи
тыйып, ҡат-ҡат киҫәтте уны. Берәй йәшерәк хеҙмәтсегә алмаштырырға ла
уйлағайны, ләкин Кисенбикә кеүек бөхтә, һәр эште еренә еткереп
башҡарған, аш-һыуға ҡулы килешле ҡатынды ҡайҙан алаһың тағы? Ярай, йәш
ҡыҙ тапты, ти. Мәле тура килгән һайын бисә-сәсәнең артына ҡарап,
һеләгәйен ағыҙған ире менән нимә эшләр һуң? Ошоларҙы уйлай ҙа
Кисенбикәнең йәтеш тура килеүенә йыуанып ҡуя.
Төшкә табан уларҙың өйөнә урта йәштәрҙәге ир килеп инде.
– Кирьяк Андреевич, Домна Грифоновна, – тине ул, ишектән инер-инмәҫ. – Хеҙмәтсегеҙҙе тиҙ генә завод майҙанына алып барығыҙ!
Домна Грифоновнаның ҡобараһы осто:
– Ни булды? – тип һораны ул, мейес тирәһендә булған Кисенбикәгә тишерҙәй итеп ҡарап. – Әллә Катерина тағы берәй хәл ҡылғанмы?
– Бер басурманды хөкөм итәләр... Һуңламағыҙ! – тине лә ҡабаланып сығып китте ир.
Хужалар
Кисенбикәне эйәртеп завод яғына йүнәлде. Хеҙмәтселәрен килтергән халыҡ
менән шығырым тулы майҙан уртаһына бағана ултыртҡандар, уның төбөнә күп
итеп сытыр-сотор, утын өйөлгән. Кисенбикә ситтәрәк ҡарасҡы һымаҡ баҫып
торған Ялсығолдо шәйләне. Ләғин, шул осраһа, йүнлегә булмай торған!..
Ике
драгун йөҙөнә ҡан ҡатҡан, аяғында саҡ баҫып торған бер ирҙе уртаға алып
сыҡты. Халыҡ тынып ҡалды. Кем икән был? Кисенбикәнең уны күргәне юҡ.
Хәйер, туҡмалыуҙан шешенгән, күгәргән йөҙҙө, таныш кешенеке булһа ла,
айыра алмаҫ ине.
Ирҙе өйөм өҫтөнә мендереп, сылбыр менән бағанаға
бәйләп ҡуйҙылар. Ул ҡарышманы ла, тартышманы ла. Күрәһең, үҙен
ярлыҡауҙарына өмөтө күптән һүнгән.
Дөбөрҙәтеп барабан ҡаҡтылар. Тау
канцелярияһы идараһында эшләгән теге Иван Петрович күренде. Ул ҡарашы
менән халыҡты байҡап сыҡты ла бәйле иргә ҡулы менән күрһәтеп:
– Ты,
крестясь в веру греческого исповедания, принял паки махометанский закон,
и тем не только в богомерзкое преступление впал, но яко пес на свои
блевотины возвратился, и клятвенное свое обещание, данное при крещении,
презрел! – тине.
Халыҡ геү итеп ҡалды. Нимә ҡысҡырғандары аңлашылмаһа
ла, бәйле торған иргә нәфрәт яуҙырыуҙарын төшөнөргә була ине. Иван
Петрович уң ҡулын күтәрҙе һәм, халыҡ тыныслана төшкәс, дауам итте:
– Был яуыздың ике балаһы бар. Килтерегеҙ бында!
Буйға
бер самараҡ ике малайҙы елтерәтеп уртаға сығарҙылар. Быға тиклем бер
хәрәкәтһеҙ таш һындай ҡатып торған бәйле ир, башын күтәреп, малайҙарға
баҡты, нимәлер әйтергә теләп, ирендәрен ҡыбырҙатты, тик тауышы сыҡманы.
–
Былары ошонда ҡарап торһон!.. – тине Иван Петрович, малайҙарға
ишаралап, шунан түш кеҫәһенән ҡағыҙ сығарып, баш осонда болғаны. – Бына
Василий Никитичтың бойороғо. – Ул, үҙ ғүмерендә иң мөһим эш
башҡарғандай, ҡарашы менән яйлап ҡына халыҡты байҡап сыҡты һәм, тамағын
ҡырып, уҡый башланы:
– Татарина Тойгильду за то, что, крестясь,
принял паки махометанский закон, на страх другим, при собрании всех
крещеных татар, сжечь!..
Халыҡ был тиклемен үк көтмәгәйне шикелле, өҙөк-һурыҡ ҡына хуплау тауыштары ишетелде.
–
Сжечь!.. – Иван Петровичтың ҡәтғи бойороғо яңғыраны. Өс-дүрт драгун
Туйгилде торған өйөмгә ут төрттө. Шартлап янған ҡоро сытыр-соторҙан
күтәрелгән ялҡын күҙ асып йомған арала юғарыға үрмәләне, Туйгилдене ҡара
төтөн солғап алды. Ялҡын телдәре хәлһеҙ ирҙең аяҡ тирәһенә еткәндә, ул,
төтөндән тонсоғоп, аңын юғалтҡайны...
Ҡот осҡос яза шаһиты булған
халыҡ, шаңҡығандай, һүҙһеҙ генә таралышты. Бер нисә минут эсендә майҙан
бушап ҡалды – был ҡәһәрле урындан тиҙерәк китергә ашыҡты кешеләр.
Ялсығол ғына бер ҡайҙа ҡабаланмай, ҡуйынында йөрөткән шешәләге шыйыҡсаны
уртлай-уртлай ялҡын күбәһе күмергә әйләнгәнсе ҡарап торҙо. Уның йөрәген
үкенес тойғоһо семетеп алды. Эх, былай булырын белһә!.. Туйгилдене, күп
тигәндә, ҡамсы менән һуҡтырырҙар, тип уйлағайны ул. Бына нисек килеп
сыҡты! Үҙенә ышанған, бәлки, яҡын күргән берҙән-бер кешене юғалтты...
Ялсығол
биленә ҡыҫтырылған ҡамсыһын тартып алды ла ҡыҙыу күмер өйөмөнә ташланы.
Йылан шикелле бөгәрләнгән ҡамсыға ҡарап, был нәмәнең дә йәне бар икән,
тип уйлап ҡуйҙы һәм сайҡала-сайҡала ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.
Ҡайҙа
табан барғанын белмәй Ялсығол. Бының кәрәге лә юҡ. Гүйә, бөтә ғүмере ошо
ҡараңғылыҡта үткән. Төн уның өсөн көн кеүек ине. Күҙгә төртһәң дә
күренмәҫлек ҡара төндәрҙә аттарҙың төҫөн айырҙы, сос ҡолаҡтары хатта
шайтан күбәләктәренең ҡанат елпеүенә тиклем ишетте. Әле ул күрмәй ҙә,
ишетмәй ҙә, аяҡтары ғына билдәһеҙ тарафҡа тәнтерәкләй...
Ялсығолдо ер
упҡандай булды. Ҡапыл һыуға барып төшкәс, ярҙан йылғаға ҡолауын аңланы.
Яҙғы һалҡын һыу тәнен ҡорошторҙо, тыны быуылды, нимәгәлер йәбешергә
маташып, ҡулдары менән бушлыҡты һәрмәне. Яҙғы ағым хәлен тиҙ алды уның,
ләкин ярҙамға саҡырып ҡысҡырманы. Хәйер, был донъяла уға ҡул һуҙырлыҡ
бер кем дә юҡ.
Ялсығолдоң күкрәгенән сыҡҡан аҡтыҡҡы һулыш ҡыуыҡҡа әйләнеп, бер талай ағып барҙы ла шартланы...
***
Йәйҙе
Кисенбикәнән дә ашҡынып көткән кеше юҡтыр. Серен үҙе генә белә.
Күңеленең иң төбөнә йәшереп ҡуйған хыялы бар. Төндәрен шул хыял төргәген
һаҡлыҡ менән һүтә лә әүрәткес уйҙарға сума. Бөгәсә лә керпек ҡаҡманы:
күптәнге шул хыялын бойомға ашырыу ниәте йоҡо бирмәне. Әҙ генә булһа ла
серем итеп алырға кәрәк, тип үҙ-үҙенә күпме тылҡыһа ла, ҡара төн шаршауы
артына йәшеренгән көндөң ниҙәр алып килере борсоно.
Кисенбикә таң
менән тороп, иҙән һөртөп алды, ҡош-ҡортҡа ем һипте, теге туйыу белмәҫ
сусҡаларҙың тамағын хәстәрләне. Бөтә эште ғәҙәттәгесә башҡарҙы –
шик-шөбһә булырға тейеш түгел. Шунан кистән әҙерләп ҡуйған керҙәрҙе
көйәнтәләп йылға буйына атланы.
Бына Кисенбикәнең яҙмышын икегә бүлеп
аҡҡан йылға. Был ярында – ҡоллоҡ, тегеһендә – ирек... Сер итеп кенә
һаҡлаған хыялы сәмгә әйләнеп, йөрәген ярһытты, күҙҙәрендә өмөт осҡондары
баҙланы. Ҡатын тирә-яғына күҙ йүгертте: йылға буйында кеше күренмәй,
ошонан да уңайлы мәл булмаҫ. Кисенбикә ҡатаһын сисеп яр ситенә ултыртып
ҡуйҙы: был тапҡырҙа йылға тәрән – һыуға батҡан тип уйларҙар. Ул
тирә-йүнгә тағы бер күҙ һирпеп алды ла йылғаға инде, ике-өс аҙым атлау
менән һыу муйынына етте, аяҡтары буйламай башланы. Йәйрәп ятҡан күлдәрҙә
сумып үҫкән Кисенбикәгә дилбегә иңләрлек араны йөҙөп сығыуы ауыр
булманы. Ҡаршы ярға аяҡ баҫыу менән, тиҙ генә талдар араһына инеп, теге
яҡты ҡараштырҙы. Шөкөр, әҙәм заты күренмәй. Ҡотолдо шикелле!..
Кисенбикә
йылға үренә табан байтаҡ ҡына атлағас, таныш юлға сыҡты. Уларҙы ҡыуып
килтергән саҡта ошо юлды хәтер йомғағына урағайны. Бер яҡта – ҡайынлыҡ
урманы, икенсе яҡта дала һуҙылып китә. Юлдан атлаһаң, кеше осрап ҡуйыуы
ихтимал, тип урман эсенән барырға булды. Ялан аяҡ атлауы ырамлы түгел,
һағыраҡ баҫырға кәрәк. Аяҡ кейемен сисеп киткәне өсөн үҙ-үҙенә асыуы
килде: ҡатаһын күрһәләр, батҡан тип уйларҙар, йәнәһе. Башһыҙ, ҡата кейеп
тә бата инде кеше.
Бер туҡтамай көнө буйы атланы Кисенбикә. Бәләкәй
генә ике урыҫ ауылын урап үтте. Йылға-күл буйҙарында әҙгә генә туҡталып,
һыуһынын ҡандырҙы, ял итеп алды. Баштараҡ асығыуына әллә ни иғтибар
итмәй ине, тора-бара ашҡаҙаны бысаҡ менән телгәндәй һыҙларға тотондо.
Тамаҡ алдатырға әлдә ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, балтырған бар, шуларҙы көйшәп,
аслыҡты аҙаштырып маташҡан була.
Кисенбикә терт итеп ҡалды. Һыу
эсергә тип күл ситенә төшөп барғанда, аяҡ аҫтынан ғына ҡапыл бажҡылдап
бер ҡош осоп китте. Ҡыр үрҙәге булды шикелле. Ҡамыш араһын абайлабыраҡ
ҡарағайны, ояла ятҡан йомортҡаларҙы шәйләне. Ҡатындың күңеленә йылы
йүгерҙе: бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына... Был шатлығы кинәт
иҫкән елдән һүнгән шәм кеүек кенә булды, йомортҡаларҙы алырға үрелгән
ерҙән туҡталып ҡалды ул. Аслыҡ нисек кенә өгөтләмәһен, был тирәнән
тиҙерәк китергә ашыҡты. Зиһене буталып, йомортҡаларға ҡул һуҙырға уйлап
ҡуйыуына ҡат-ҡат тәүбә итте. Йә, Хоҙай, үҙ тамағын ҡайғыртып, донъяға
яраласаҡ күпме йәнде харап итә яҙҙы!..
Кисенбикә, тирә-яҡты
самаларға теләп, ҙур булмаған тауға күтәрелгәйне, яҡында ғына ултырған
биш-алты өйҙө күреп аптыраны. Бәй, килгән саҡта был ауыл аша үтмәнеләр
бит. Әллә башҡа тарафҡа китеп барыуымы? Юҡ, ана, күл йәйрәп ята, шул уҡ
ҡайынлыҡ урманы буйлап юл һуҙылған. Ә-ә, теге яҡтараҡ тағы бер юл бар
икән. Уныһы ауылға инеп тормай, тураға һалынған. Тимәк, уларҙы шунан
килтергәндәр. Ағастар араһында боҫоп ултырған өйҙәрҙе шәйләрлек тә түгел
шул.
Кисенбикә тауҙан төшә генә башлағайны, саң күтәреп килгән
атлылар төркөмөн күреп ҡалды. Туп-тура былай юрталар. Уларҙың кем
булыуын шундуҡ самаланы – драгундар. Ҡатын, нишләргә белмәй, алан-йолан
ҡаранды. Ҡайҙа йәшенергә? Урманға тиклем байтаҡ ара бар, далаға табан
китһәң, ус төбөндәгеләй ялтлап күренеп торасаҡ. Бер генә юл ҡала: ни
булһа ла ауылдағы берәй ихатаға инеп йәшенергә.
Ҡатын, хәлдән тайып,
ауыл осонда ултырған бәләкәй генә өйҙөң ҡапҡаһынан инеүе булды, ҡулына
балта тотҡан көрәк һаҡаллы ҡарт уны күреп, танырға теләгәндәй, бер аҙ
текләп торҙо ла эргәһенә яҡынлап:
– Чего тебе надобно? – тине.
Кисенбикә
нимә тип әйтергә белмәй, ялбарыулы ҡарашын уға төбәне. Уңарсы булмай
ауыл урамына инеп килгән атлылар яғына шомланып ҡараған ҡатындың
ҡиәфәтенән ҡарт эштең нимәлә икәнен шундуҡ төшөндө шикелле – ҡулынан
эләктереп өйгә индерҙе, өҫтәл тирәһендә һауыт-һаба менән булышҡан
әбейҙең аптырап ҡалыуына иғтибар итмәй, баҙ ҡапҡасын асып, Кисенбикәне
шунда төшөрҙө. Уның “Сиди тихо!” тигәнен генә ишетеп ҡалды ҡатын.
Ҡараңғылыҡ ҡосағында ҡалған Кисенбикә, ҡыймырларға ла ҡурҡып, бер
мөйөшкә сүгәләне. Өҫтәгеләрҙең быш-быш килеп нимә тураһында гәпләшкәнен
аңламаны ул. Күп тә үтмәне, ике-өс кешенең дөбөр-шатыр өйгә ингәне
ишетелде. Ҡысҡырып нимәлер һөйләштеләр. Ауыр кәүҙәләрҙең баҫыуынан
шығырлаған иҙән Кисенбикәне иҙә барғандай тойолдо, тыны ҡыҫылып,
бөршәйгәндән-бөршәйҙе. Бер аҙҙан тауыштар тынды, тегеләр сығып китте
шикелле.
Байтаҡ ҡына ваҡыттан һуң баҙ ҡапҡасы асылып, ҡарттың тауышы ишетелде:
– Выходи!
Кисенбикә баҙҙан сыҡты ла, үҙенә һынсыл ҡарап торған әбей менән бабайға рәхмәт уҡый-уҡый, ишеккә табан йүнәлде:
– Ыспасибы, ыспасибы!..
Уның артынан эйәргән ҡарт боролоп әбейенә ниҙер әйткәйне, тегенеһе йүгерә-атлай ҙур ғына икмәк һынығы килтереп тотторҙо.
– Ыспасибы, ыспасибы!.. – тип ҡабатланы Кисенбикә, күҙҙәренә төйөлгән йәште күрһәтмәҫкә тырышып.
Өйҙән сыҡҡас, ҡарт һарай артына киткән һуҡмаҡҡа ишараланы:
– Иди, с Богом!
Шунан ҡатындың һыҙырылып ҡан ҡатҡан аяҡтарын күреп, күтәрмәлә ултырған иҫке сабатаны алып бирҙе.
Өс-дүрт
аҙым атлағас, был мәрхәмәтле кешеләргә боролоп ҡараны ҡатын. Тормош
йөгө баҫыуҙан иңдәре һалынып төшкән ҡарт менән ҡарсыҡтың йөҙөндә яғымлы
йылмайыу күреп, күҙҙәренә төйөлгән йәш бите буйлап тәгәрәне.
Кисенбикә
ауылға терәлеп ултырған ағастар араһына ингәс, тирә-яҡты байҡаны.
Хәүефләнерлек бер ни ҙә тойолмағас, күпереп үҫкән үлән араһына ултырып,
әбей биргән икмәк менән үҙәк ялғаны. Теге драгундар ауылдан сығып киткәс
кенә ҡуҙғалырға кәрәк, тип йомшаҡ үләнгә ятып ял итергә булды.
Һыбайлыларҙың уны эҙләп йөрөмәүен аңлаһа ла, күреп ҡалһалар, кем
булыуын, ҡайҙа китеп барыуын төпсөнәсәктәр. Бәлки, һорап та тормаҫтар,
кеше йәнен ҡыйыуҙы себен үлтереү шайы ла күрмәйҙәр хәҙер.
Тамаҡ
ялғап, бер аҙ ял иткәс, хәл инде Кисенбикәгә. Эңер төшөп, күҙ бәйләнә
башлағайны инде, был ваҡытта кем йөрөр, тип оло юлдан атланы.
***
...Өйөр
киң далаға һибелде. Уларҙың һәр аҙымын күҙ уңынан ысҡындырмай,
хәүеф-хәтәрҙән һаҡлап, бер кешнәүе менән аттарҙы туплап торған айғырҙы
юҡһынды бейәләр. Тояҡтарына көс ҡуна башлаған тайҙар ҡара айғырҙың
юҡлығынан файҙаланырға тырышты, ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡойроҡтарын сәнсеп
өйөрҙө уратып юртты. Ҡасан ғына әле айғырҙың ҡарашынан уҡ өркөп торған
тайҙарҙың баштары сөйөлөп, ялдарын ел туҙҙырҙы, һәр береһе, өйөргә баш
булыуын аңлатырға теләп, бышҡыра-бышҡыра ер сапсыны. Ҡандарын ҡайнатҡан
дәрт уларҙы алышҡа саҡырҙы. Тура килгән һайын бер-береһенә ташланып,
йылҡылдап торған тәндәренә тештәрен батырҙылар... Сигенергә теләүсе
булманы.
Яйлап өйөр тарҡалды. Берәүҙәре, күңелдәре ятҡан тайға
эйәреп, тауҙар яғына юлланды, икенселәре дала киңлектәренә йүнәлде.
Уларҙы туплар көскә эйә айғыр булырмы икән?!.
***
Кисенбикә тыуған
тупрағына аяҡ баҫҡанда донъяны ҡараңғылыҡ сорнағайны. Күҙҙәре шәйләмәһә
лә, бала саҡтан һәр күҙәнәгенә һеңгән ғәзиз ҡырҙарын, шишмә-йылғаларын
күңеле менән тойҙо, йәне рәхәтлек кисерҙе, йөрәге елкенде. Ауылға таң
атҡас ҡына ҡайтып инергә ниәтләп, яланда ҡуна ҡалырға булғайны башта,
сабырлығы етмәне, Биксәнтәй улының ишеген шаҡыны.
– Кем бар? – тигән ҡырыҫ тауыш ишетелде эстән.
– Балаҡайым!.. Мин!.. – тине Кисенбикә, тамағына тығылған төйөрҙө йоторға тырышып.
Биксәнтәй,
ауыҙ эсенән ризаһыҙ ғына нимәлер һөйләнә-һөйләнә ишекте асып, шәм
тоҡандырҙы. Һүрән генә яҡтыла өйгә инеүсене танырға теләп, оҙаҡ ҡына
текләп торҙо ул.
– Балам, был – мин!.. Инәйең!.. – тине Кисенбикә, ауыр тынлыҡты боҙоп.
–
Инәй!.. – Биксәнтәй, ышанырғамы-юҡмы тигәндәй, шәм яҡтыһын әсәһенең
йөҙөнә яҡынайтты. – Аһ-аһ!.. Мәрүә, тор әле, тор!.. Инәйем ҡайтҡан
бит!..
– Кем тиһең ул? – Мәрүә урынынан ҡалҡынды.
– Инәйем ҡайтҡан да баһа!..
– Атаҡ-атаҡ!.. – Мәрүә, йәһәт кенә тороп, былар эргәһенә килде. – Әстә!.. Һауғынамы, инәй!
–
Аллаға шөкөр, килен! – Кисенбикә илап ебәреүҙән саҡ тыйып тотто үҙен.
Шулай ҙа күҙҙәренә эркелгән йәше шәм яҡтыһында йылтырай ине. Өтәләнеп
һауыт-һаба шалтыратырға тотонған Мәрүәгә өндәште ул:
– Борсолма, килен! Төн убыры шайы сәйләп ултырмам. Былай ҙа йоҡоғоҙҙо өҙөп килеп баҫтым. Ҡана, түшәгеңде йәй ҙә...
– Бына аптыраттың әле, инәй, – тип һөйләнде улы. – У тиклем ерҙән нисек ҡайттың?..
Теге
саҡта завод туҙҙырырға барған ирҙәрҙең ғаиләләрен Кәтрингә ҡыуып алып
китеүҙәре тураһында имен ҡалған ауылдаштары ауыҙынан күп ишетте
Биксәнтәй. Унда эләккән кешеләрҙең кире ҡайтмағанын да белә.
– Ҡастым, балам!.. И-и, күрмәгән ғибрәт ҡалманы инде!..
– Ҡастың?!.
–
Эйе!.. Йә, ярай, иртән һөйләшербеҙ. Ҡана, балаларға күҙ һалайым да... –
Кисенбикә шәм алып, шаршау артындағы һикелә теҙелешеп ятҡан ейәндәренең
башынан һаҡ ҡына һыйпаны.
Ныҡ арығайны ул, яҫтыҡҡа башын терәү менән
ойой ҙа башланы. Улының өҙлөкһөҙ биргән һорауҙарына ла йәйелеп китеп
яуап ҡайтарманы, бер-ике ауыҙ һүҙ менән сикләнде.
Бер мәл ҡараңғыла быш-быш килгән тауыштарға уянып, ҡолаҡ һалып ятты ҡатын. Улы менән килене һөйләшә ине.
– Уй, Биксәнтәй, беҙҙең дә башыбыҙға етәләр инде!..
– Ҡалайтайым һуң?.. Ҡыуып сығарайыммы ни!.. Инәй ҙә баһа!..
– Үҙебеҙҙе уйламаһаң, балаларҙы...
– Шым!..
– Шым, тисе!.. Дракундар килеп сыҡһа, нимә тиң, ә!? Эй, Аллам!..
– Белмәйем... Бер ҙә баш етмәй...
– Ҡасҡынды йәшереп ятҡан өсөн...
Мәрүә һүҙен әйтеп бөтмәне, Биксәнтәй ҡырыҫ бүлдерҙе:
– Етәр, тим!.. Йоҡла!..
Кисенбикәгә
саҡ барып етте. Әстәғәфирулла, нисек был турала уйламаны икән? Уның
ҡайтыуы балаларына ҡаза булып ябырылыуы бар ҙа баһа!..
Башҡаса йоҡо
алманы уны, башына хәүефле уйҙар килә лә инә, килә лә инә. Таңдың тоноҡ
яҡтыһынан өй эсе ағара башлағас, ипләп кенә түшәгенән торҙо, һаҡ баҫып
урамға сыҡты. Икеләнеп тораһы түгел, күптән бер ҡарарға килгәйне инде:
улы менән килене уянмаҫ борон китергә кәрәк бынан.
Кисенбикә
ҡабаланып тауҙар яғына атланы. Шул тарафта, тау-таштар араһында йәшәгән
башҡорттарҙың, юғалған мал-тыуарҙарын эҙләп, был яҡтарға килеп сыҡҡаны
бар. Бер саҡ Биксәнтәйе, ҡоралай юллап, башҡорт йәйләүенә барып юлыҡтым,
кешеләре ҡунаҡсыл икән, ай-вайыма ҡуймай ҡымыҙ менән һыйлап оҙаттылар,
тип тә әйткәйне. Кисенбикәнең яңғыҙ башы ҡайҙа ла һыйыр. Аллаға шөкөр,
үҙ-үҙен ҡарарлыҡ әле, кеше көнлө түгел.
Бер туҡтамай атланы ла атланы
ҡатын, арығанын да тойманы хатта. Аяҡ аҫтындағы тыуған тупраҡ көс бирә
уға, услап эскән шишмә һыуҙары, күкрәк тултырып һулаған йомшаҡ һауа
ғәйрәт өҫтәй.
Кисенбикә әллә өс, әллә дүрт тау артылып, киң яланға
килеп сыҡҡайны, урман ситендә ултырған тирмәләрҙе шәйләне. Унан килгән
татлы төтөн еҫе танауына бәрелде, эттәр өргәне, мал-тыуар баҡырышҡаны,
кешеләрҙең ҡысҡырып һөйләшкәне ишетелеп ҡала. Был тауыштар ҡалай танһыҡ
уның күңеленә! Үҙҙәренең дә иркен далала йәйләү ҡороп ятҡан саҡтары
иҫенә төшөп, күҙҙәренә йәш төйөлдө.
Усаҡ тирәһендә аш-һыу менән булған йәш ҡыҙ Кисенбикәне күреп, танырға теләгәндәй, оҙаҡ ҡына текләп торҙо.
– Әс-сәләмү ғәләйкүм, ҡыҙым! – тине Кисенбикә, йылмайғандай итеп.
– Вәғәләйкүм әс-сәләм, инәй!
Ҡыҙҙың һораулы ҡарашын тойоп, уны тынысландырырға теләне ҡатын:
– Йыраҡтан мин, ҡыҙым.
– Әллә аҙашып килеп сыҡтығыҙмы, инәй?
– И, ҡыҙым, донъяның юлдары шырлыҡ та бөгөл... – тине Кисенбикә, үҙ хәлен нисек аңлатырға белмәй. – Кем йәйләүе был?
– Манзар ыстаршиндыҡы, – тине ҡыҙ. – Мин уның килене булам. Зөлхизә.
– Мине Кисенбикә тиҙәр.
– Инәй, ултыр ошонда. Тамағың асҡандыр, хәҙер һурпа һалып бирәм, – тип ҡыҙ сиҙәмгә әрмәк йәйеп ҡуйҙы.
– И-и, рәхмәт төшкөрө, балаҡай!..
Ифрат
алсаҡ ҡыҙ менән сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә ҡоротлап һурпа эсеп алғас,
Кисенбикәнең тәне яҙылып, кәйефе күтәрелде. Тәғәм өсөн уға рәхмәт уҡыны,
йәйләүгә именлек, бәрәкәт теләп, доға ҡылды.
– Инәй, әллә берәй ергә барырға сыҡҡайныңмы? Нисек ҡурҡмай япа-яңғыҙың юлландың ул? – тип һораны ҡыҙ ахырҙа.
–
Барыр ерем дә, көткән кешем дә юҡ минең... – Кисенбикәнең күңеле тулды,
асылып китеп, башынан үткәндәрҙең барыһын да Зөлхизәгә һөйләне лә
бирҙе.
Күҙҙәренә йәш төйөлөп тыңлаған ҡыҙ:
– Бында ҡал, инәй. Ҡайнымды үҙем күндерермен, – тине.
– Манзар ыстаршин тинеңме әле? Ул ризалығын бирһә инде... – тип өмөтлө ҡарашын ҡыҙға төбәне Кисенбикә.
– Бирер, бирер, – ҡыҙҙың күҙҙәре янды. – Тик ҡайным әле бында түгел, биш-алты көндән килә. Шуңарсы миндә торорһоң, йәме.
Был
тиклем дә рәхәт тормош булыр икән!.. Мал-тыуар көтөүселәргә Зөлхизә
менән аш-һыу әҙерләп, бейәләрҙе һауып, ҡымыҙ бешеп мәж килә торғас,
көндәрҙең үткәнен дә һиҙмәне ҡатын.
Бер көн Зөлхизә, ҡайным саҡыра,
тип уны оло тирмәгә килтерҙе. Һикелә аяҡ бөкләп ултырған ялтыр башлы,
тулы кәүҙәле ирҙең кәйефһеҙ сырайын күреү менән эштең йүнлегә булмаҫын
төшөндө Кисенбикә.
– Кәтриндән ҡасҡанһың икән... – тип тамаҡ ҡырып, һынсыл ҡарашын ҡатынға төбәп, байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо Манзар.
– Мин... – нимәлер әйтергә теләп ауыҙын асҡайны Кисенбикә, старшина уны ҡырыҫ ҡына бүлдерҙе:
– Килен барыһын да һөйләне. Суҡындырылғанһың да икән... Былай булмай... Был бит... Бәлә!.. Аңлайһыңмы?..
Ҡайныһының ҡылығына аптыраған Зөлхизәнең күҙҙәре ҙурайып китте:
– Ҡайным, нисек улай?.. Ул бит... Ул бит яуыздарҙан ҡотолған!..
– Килен!.. – Манзарҙың ҡәтғи тауышы Зөлхизәне шымырға мәжбүр итте. – Бар, һин сығып тор!
Ҡайныһының һәр һүҙенә ҡаршылыҡһыҙ буйһоноп өйрәнгән Зөлхизә, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, урамға сыҡты.
– Һиңә бынан китергә кәрәк! – тине Манзар, ҡатындың күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып. – Хәҙер үк!..
Кисенбикә бер һүҙ өндәшмәй ишеккә йүнәлде.
–
Туҡтап тор! – тине Манзар, тауышын йомшарта биреп. – Аңла, белеп
ҡалһалар, беҙҙең дә баштан һыйпамаясаҡтар. Иң яҡшыһы: кире бар Кәтрингә.
Тәүбә ит! Кисерерҙәр!.. Бына, мин бында барыһын да яҙғанмын...
Кисенбикә, старшина биргән ҡағыҙҙы тотоп, урамға сыҡты. Түҙемһеҙләнеп көтөп торған Зөлхизә уның эргәһенә килеп етте:
– Ҡайным нимә тине, инәй?
– Нимә тиһен, ҡыҙым... Китергә ҡуша.
–
Эй, Аллам!.. Һине йәлләр тип, уға барыһын да әйттем дә ҡуйҙым шул...
Былай булырын белһәм... – Зөлхизә ғәфү үтенгәндәй һөйләнде.
– Дөрөҫ
эшләгәнһең, ҡыҙым. Ҡуҙҙы ҡуйынға йәшереп булмай... Манзар ыстаршин да
белеп әйтә. Минең эҙгә төшһәләр, эштең ҙурға китеүе ихтимал! – Кисенбикә
еңелсә генә Зөлхизәнең арҡаһынан һөйҙө. – Рәхмәт, ҡыҙым, буйтым ҡунаҡ
иттең, аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын! Ярай, мин китәйем инде.
– Ҡайҙа бармаҡ булаһың, инәй?
–
Донъя ҡуйыны киң, ҡыҙым. – Кисенбикә бер аҙ уйланып торҙо. Шунан Дыуан
улысында йәшәгән бер туған ағаһы Ураҙғол келт итеп иҫенә төштө. – Дыуан
ҡайһы тарафта икән?
– Дыуан?!. Унда беҙҙекеләр йыш йөрөй. Анау яҡта. Йәйәүлегә ярты көнлөк юл. Ниңә ул, инәй?
– Ағайым бар унда. Күрешмәүебеҙгә хан заман хәҙер... – Кисенбикә ҡыҙға тағы рәхмәт әйтеп, доға ҡылды. – Имен йәшәгеҙ, балаҡай!
Күҙҙәренә йәш эркелгән Зөлхизә китә башлаған Кисенбикәнең ҡулынан эләктерҙе:
– Көтөп тор, инәй. Мин хәҙер!.. – тип тирмәгә йүгерҙе.
Кисенбикә бая старшина биргән ҡағыҙҙағы яҙыуға ҡарап торҙо ла йыртып ташланы, шул арала төйөнсөк тотҡан Зөлхизә күренде.
– Бына юлға ризыҡ һалдым. Берүк рәнйеп китмә, инәй! – тине ул ғәйепле төҫ менән.
–
И-и, балаҡай, ниндәй рәнйеш, ти! Рәхмәтем ҙур барығыҙға ла! – Биш көн
эсендә үҙ ҡыҙылай күреп өлгөргән Зөлхизәне ҡосаҡлап яратты ҡатын.
...Дыуан
яҡтарына иртәгәһенә төш ауғас ҡына барып етте Кисенбикә. Ҡабаланмай
атланы ул, йәйәүле ярты көндә үтер юлды көн ярымға һуҙҙы ла ҡуйҙы.
Ураҙғол ағаһы йәшәгән ауылды табып, өйөнә барып ингәндә, кис төшә
башлағайны инде. Ишектән ингәс, ағаһы уны танымай торҙо. Хәйер, үҙе лә
ныҡ үҙгәреп, аҡ һаҡаллы бабайға әйләнгән. Уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре
бөтмәне, үткәндәрҙе хәтерләп, илашып та алдылар. Ураҙғол ауыл хәлдәрен,
иҫенә төшөрә алған кешеләр тураһында өҙлөкһөҙ һорашты ла һорашты. Тыуған
яҡтарын һағыныуы күренеп тора. Ауылда булған фажиғәле ваҡиғалар хаҡында
өндәшмәне Кисенбикә, ағаһының кәйефен ҡырырға теләмәне.
Шулай көңгөр-ҡаңғыр килә торғас, ике көн үтте лә китте. Өсөнсө көн иртән Ураҙғолдоң өйөнә ике ир килеп инде.
– Ҡасаҡ ошомо? – тине уларҙың береһе, Кисенбикәгә ишаралап.
– Ҡасаҡ?! – тине аптырап, бер ни аңламаған Ураҙғол. – Ниндәй ҡасаҡ булһын бында, Мулланур?
– Мәхмүт абыҙ алып килергә ҡушты. Закундан ҡасып йөрөй икән!..
–
Аһ-аһ!.. – тип баш сайҡаны Ураҙғол. – Бынағайыш, ниндәй закундан ҡасыу,
ти? Берәйһе менән бутайһығыҙҙыр. Минең туғаным Кисенбикә ул. Килеүенә
ике көн генә!..
– Ураҙғол, һин лутсы ҡыҫылма, йәме! Бәләһе үҙеңә йоғор! – тип Ураҙғолдо киҫәтте теге ир, шунан Кисенбикәгә боролдо. – Әйҙә!..
Кисенбикә, ауыҙ эсенән уҡына-уҡына, урынынан ҡуҙғалды, эйәрергә теләп, ҡатаһын кейә башлаған ағаһын туҡтатты.
– Һин йөрөмә, ағай! – тине тыныс тауыш менән. – Бер ғәйебем юҡ!..
Ураҙғол бер ҡатаһын аяғына кейеп, икенсеһен ҡулына тотҡан килеш ишек төбөндә баҫып ҡалды.
Ауыл
уртаһындағы яңыраҡ һалынған ҙур ғына йорт эргәһенә етеү менән башына
түбәтәй кейгән эре кәүҙәле, ҡара һаҡаллы ир ҡапҡанан сыҡты. Ул, күҙҙәрен
ҡыҫа биреп, Кисенбикәне баштан-аяҡ ҡапшағандан һуң, ҡулдарын артҡа
ҡуйып, тегеләй-былай йөрөштөрҙө.
– Кәтриндән ҡасҡанһың икән!.. Белмәҫтәр тинеңме? Хәбәр бәндәнең алдынан йөрөй ул, – тине абыҙ, ҡатынға тишерҙәй итеп ҡарап.
Был һөмһөҙ иргә асыуы килде Кисенбикәнең.
– Яман хәбәр етеҙ була... – тине йәне көйөп.
– Ярар!.. – Мәхмүт абыҙ, ниндәйҙер бер ҡарарға килеүен белдереп, ҡәтғи әйтте. – Һине кире алып барабыҙ!
– Бүрегә һарыҡ биреп, көтөүҙе һаҡлап булмай, абыҙ!..
– Күрәм, аҡылһыҙ бисә түгелһең... – Мәхмүт абыҙ көлөмһөрәне. –Көтөүҙе һаҡлау өсөн ҡайһы саҡта ярты көтөүҙең башы китә!..
– Көтөүсеһе ниндәй бит!..
Мәхмүт абыҙ, һинең менән һүҙ көрәштергәнсе тигәндәй, ҡатынға уҫал итеп ҡарап ҡуйҙы, шунан теге ирҙәргә өндәште:
– Барығыҙ!.. Тапшырмай ҡайтмағыҙ!..
***
Тау
канцелярияһының тотҡондарҙы бикләй торған баҙында күпме ятҡандыр,
хәтерләмәй Кисенбикә. Төнлөктән төшкән тоноҡ яҡтыға ҡарап ҡына көн
икәнен тоҫмаллай. Ошо яҡтылыҡтан да танһығыраҡ бер ни ҙә юҡ уға. Киң
донъя кескәй уйымға һыйырлыҡ булып ҡалғас ҡына уның ҡәҙерен нығыраҡ
төшөнәлер әҙәм балаһы!..
Шығырлап ишек асылды. Шәм тотҡан шәүлә Кисенбикәгә яҡынланы.
– Әллә Кисенбикә инәй инде?!. – тине ул бышылдап ҡына.
Таныш тауышты ишеткәс, ҡатын һиҫкәнеп китте:
– Аһ-аһ, Әҡлимә ҡыҙым, һин түгелме шул?
– Мин, инәй, мин! – Әҡлимә артына боролоп, күҙ һирпеп алды. – Бына ашарға килтерҙем...
Кисенбикә ишек төбөндә торған һаҡсыны шәйләп, бер һүҙ өндәшмәне, Әҡлимә йәһәт кенә сығыу яғына ыңғайланы.
Иртәгәһенә тағы килде Әҡлимә. Инеү менән:
–
Саҡ күндерҙем һаҡсыны, биш минут ҡына ваҡыт бирҙе, – тине ҡабаланып. –
Хәлең нисек, инәй? Бына ошоларҙы аша, йәме. Һине һыуға батҡан
тигәйнеләр...
Кисенбикә уны бүлдерҙе:
– Ҡыҙым, һин нисек бында?
– Иван Петровичта хеҙмәтсе мин. Кәнсәләрҙе йыйыштырам...
– Домна Грифоновналар, Ҡарлуғас тураһында берәй хәбәр ишеткәнең юҡмы? – Ҡатын һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты.
–
Домналар ни шул көйө... Һин юғалғас, ике хеҙмәтсе алғандар. Ҡарлуғасты
балалар менән бергә бүтән ҡалаға ебәрҙеләр. Бында яңы тотҡондарҙы буйтым
килтерҙеләр бит...
Ишеккә һуҡтылар.
– Ваҡыт, инәй! – тине Әҡлимә өтәләнеп. – Форсат сығыу менән килермен!..
Әҡлимәне
күргәс, күңелендә өмөт ҡуҙы баҙланы ҡатындың, ҡараңғы донъя яҡтырып
киткәндәй булды. Ҡибланың ҡайһы яҡта икәнен яҡынса тоҫмаллап, доға
ҡылды. Үҙе менән бергә ҡыуып килтерелгән ауылдаштарының һәр береһен күҙ
алдынан үткәрҙе, уларға сабырлыҡ биреүен һорап, Хоҙайға ялбарҙы.
Дүрт-биш
көн үткәндер, моғайын, Кисенбикә янына башҡаса берәү ҙә инмәне, Әҡлимә
лә ҡапыл ғәйеп булды. Асығыу-сарсауҙан ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалманы уның.
Төнлөктән төшкән яҡтылыҡҡа текләп, Ғазраил фәрештәнең ҡасан килерен
көтә ҡатын. Иреккә һуңғы юлы ошо...
Ике шәүлә күренде. Ҡатынды
аяҡтары менән төрткөләй-төрткөләй нимә әйткәндәрҙер, төшөнмәне. Тауыштар
әллә ҡайҙан сыҡҡандай тоноҡ ишетелә. Шунан ҡомалаҡтай еңел кәүҙәне
урамға сығарып, ат арбаһына ташланылар ҙа ҡуҙғалып киттеләр. Бер аҙ
барғас, йәнә ҡултыҡлап алдылар. Күп тә үтмәне, уны бер ҡалҡыу урынға
мендереп, бағанаға бәйләп ҡуйҙылар. Теге майҙан бит!..
Барабан ҡаҡтылар. Ниндәйҙер шәүләнең ҡарлыҡҡан тауышы яңғыраны:
–
По Указу Ее Императорского Величества оной башкирке за три побега и что
она, будучи в бегах, крещенная, обасурманилась, учинить смертную казнь –
сожечь!..
Кисенбикәне ҡара төтөн солғап алды. Ул күккә текләп һуңғы тапҡыр ҡысҡырҙы:
– Лә Иләһә Иллаллаһ!..
Йыйылған халыҡтың баштары күтәрелде, күҙҙәрендә ут дөрләй ине. Ауыҙ эсенән генә ҡабатланы улар: “Лә Иләһә Иллаллаһ!..”