"Һөйҙөргән дә тел, көйҙәргән дә тел", "Кеше һүҙе - кеше үлтерә", "Яҡшы һүҙ - йән аҙығы" мәҡәлдәренә таянып, насар, һүгенеү һүҙҙәренең кеше һаулығына, булмышына йоғонто яһауы тураһында ағинәйҙәр - Әлфирә, Тәнзилә апайҙар тәрән мәғәнәле фекерҙәрен һөйләнеләр. Оҙаҡ йылдар Этҡол врач амбулаторияһында фельдшер булып хеҙмәт иткән Инира апай үҫмер ҡыҙҙарҙың шәхси гигиенаһына туҡталды. Был әңгәмә буй еткерәсәк ҡыҙҙарға - буласаҡ әсәләргә бик мөһим, тәрбиәүи маҡсатҡа эйә булды.