Компанияның баш инженеры Александр Тропин әйтеүенсә, яңы йылға биҙәү мәшәҡәттәре хужалыҡ хеҙмәтләндереү участогы иңендә, ә гирляндалар менән электриктар шөғөлләнә. Заманса биҙәү тигәндән, туғыҙ ҡатлы бинаға ингән ерҙә светодиод ҡоролмалар эленгән, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 100 метрҙан ашып киткән. Светодиод утлы “сакура” ағастары ла бик матур булып ултыра. Завод эсендә урынлаштырыласаҡ бер нисә шыршы Маҡар урмансылығынан килтерелгән, ә иң ҙурҙары урынында байтаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк яһалма шыршылар булыуын хәстәрләгәндәр. Был миҫалда предприятиеның аҡыллы экологик сәйәсәт алып