Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2018, 02:00

Бәхетле ғүмер (хәтер)

...Һәр бәхетле кеше үҙенсә бәхетле, һәр бәхетһеҙ – үҙенсә бәхетһеҙ... Эйе, күпме кеше – шул тиклем яҙмыш, күпме яҙмыш – шул тиклем хәл-ваҡиға. Бер-береһен ҡабатламаған, бер-береһенә урыны-урыны менән саҡ ҡына оҡшаған, оҡшамаған, төрлө-төрлө кеше ғүмерҙәре...

Бәхетле булыуҙың сере нимәлә һуң?..

Ауырығанда шәфҡәт туташы теге-был дарыуға әҙер рецепт яҙып бирә. Ә бының рецебы юҡ. Сөнки, был сир түгел, был – Бәхет !

Шулай ҙа мин һеҙгә уның бер бәләкәй генә серен асмаҡсымын. Был серҙең асҡысы – илле һигеҙ йыл бергә бер-береһенә оло мөхәббәтле, ихтирамлы, иғтибарлы ғүмер иткән атайым менән әсәйемдең ғаилә һандығында.



* * *

Бер ауылға ҡайтҡанымда, әсәйем үҙенең иҫке теген машинаһын миңә димләп: « Иҫке тимә, ҡыҙым, ал, иҫке булһа ла тегене-быны еңелсә үткәреп алырға эшкинә әле ул, - тине ҡәтғи итеп, алмаҫымдан ҡурҡҡандай. – Хәҙер мин уның менән тегеп ултыра алмаҫмын. Күҙҙәрем дә бөткән, мохтажлығым да юҡ, унан кире хәҙер кәрәк әйбер магазин тулы, - тип хәтирәләренә сумып китте. – Бар ине заманалар, һеҙ ваҡ, беҙ атайың менән йәш саҡта, магазинда ситсанан башҡа бер нәмә лә булмай торғайны. Иренмәнем, бөтәгеҙгә бер төрлөнән ҡупшы итеп күлдәктәр тектем, матрас, юрған һырыным. Ә инде башҡа ваҡ-төйәк тегеүҙең иҫәбе-һаны булманы. Эй, һанап китһәң !.. Ауылда берҙән-бер теген машинаһы миндә булғанғамы, күрше-тирә лә ярҙам һорап инә. Уларға ла өлгөргәнсә ярҙам итергә тырыштым. Шулай, эштән ҡайтып, һеҙҙең тамаҡты туйҙырып, өҫ-башығыҙҙы ҡарап, йорт-ҡура эштәрен бөтөргәс, бына ошо машинам артына ултырыр инем. Һәр көн сәғәт таңғы дүрттән дә иртә ятҡан мәлемде хәтерләмәйем. Атайығыҙға рәхмәт, ир-бисә эше тип ҡарап торманы, бөтәһен дә эшләне. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килде... Бына был йортобоҙҙоң бураһын Инйәрҙән үҙе барып алып ҡайтты. Өмә иттереп йорттоң бураһын күтәреп, түбәһен ябып ултыртҡас:

-Әсәһе, ҡыҙҙар йәшәгән йорт матур булырға тейеш, - тине ул.

Биш бөртөк ҡыҙҙары иҫәбенә мине лә ҡушып, алты ҡыҙлы атай мин, ти ине ихлас йылмайып. Шунан таҡта быса торған станок һатып алып ҡайтҡас, кистәрен эштән һуң өйөбөҙҙө ҡупшылау менән мауыҡты. Эстән нимә кисергәндер, белмәйем, әммә бер ваҡыт малайым юҡ тип көйөнгәнен ишетмәнем. Әллә шуны Хоҙай Тәғәлә баһаланымы, алтынсы сабыйыбыҙҙы ир бала итеп бирҙе. Атайығыҙҙың түбәһе күккә тейҙе. Унан да нығыраҡ үҙем шатландым, сөнки нисек кенә булмаһын, атай кешегә ир бала кәрәк инде ул. Ә был теген машинаһын Ҡарлыман магазинынан илле ете һумға һатып алып ҡайттыҡ. Ул осор илле ете һум бик ҙур аҡса ине. Киреләнеп, ватылып ултырған сағын хәтерләмәйем, Аллаға шөкөр, бөгөн дә уңған килендәй хеҙмәт итә. Тик бер аҙ ҡартайыбыраҡ китте. Бына бит тартмаһының ағасы... Әйбер ҙә туҙғас, кеше ҡайҙан ҡартаймаһын инде?!

Донъяла иң ҡыҫҡа нәмә ул кеше ғүмере, - тип хәтер йомғағын һүтеүен дауам итте ул. – Әле кисә генә кеүек, алтығыҙ ҙа ҡаҙ бәпкәләрендәй йорт алдыбыҙҙан китмәй, гөр килеп уйнап йөрөй инегеҙ. Беҙ ҙә атайығыҙ менән йәш, көслө инек. Ул ваҡыт ни эшләптер һеҙҙең үҫеп, ситкә сығып китеүегеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Ә инде һеҙҙең ғаиләләнеп, үҙ бала-сағаларығыҙҙы үҫтереүегеҙҙе күреү – бәхет, балам. Атайығыҙ:

-Балаларыбыҙ үҫеп, осоп сығып китерҙәр, беҙҙең кеүек бәхетле булырҙар, - ти ине. –Аллаға шөкөр, бынамын тигән аҫыл балалар үҫтерҙек! Беҙ, әбей менән бабай, төпсөк улыбыҙ менән үҙ нигеҙебеҙҙә, Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәте менән иҫәнлектә-һаулыҡта, шатланып йәшәрбеҙ. Ә Инйәр ҡарағайынан һалынған был йортобоҙ, Алла бирһә, бер нисә быуынға етер. Әсәһе, һин беләһеңме икән, иң бәхетле атайҙарҙың биш ҡыҙ һәм төпсөгө ир бала була ти ? Ҡөрьән Кәримдән уҡыным, - тип ышандырыр өсөн өҫтәп тә ебәрә.

-Бер улға торолоҡ биш малай үҫтергәнсе, биш малайға тотрлоҡ бер улың булһын ти, вәт, беҙҙеке кеүек.

-Шулайҙыр атаһы, шулайҙыр, Ҡөрьән Кәримдә лә яҙылғас, тим мин. – Әле был, ҡыҙым, әллә күпмегә етер, тик ҡарап, майлап, туҙанын һөртөп, ҡәҙерләп тор, йәме! Бер үк иҫке, кәрәкмәҫ тип сығарып ташлай күрмә! Тыуған йортоңдоң иҫтәлеге, ҡомартҡыһы итеп һаҡла! Мин әсәйемдән – биш, атайымдан туғыҙ йәшемдә генә етем тороп ҡалдым. Ҡәҙерлеләремдән иҫтәлеккә бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы инде үҙем дә йүнләп хәтерләмәйем, әммә ғаиләбеҙҙәге бер-беребеҙгә булған йылы мөнәсәбәт күңелем түрендә ғүмеремдең иң илаһи мәле булып уйылып ҡалған...»

Ошоларҙы яҙғас, хәтеремә атайымдың байрамдарҙа, былай ғына ла әсәйемә бағышлап уҡырға яратҡан шиғыр юлдары килде. Атайымдың авторын әйткәнен хәтерләмәйем, бәлки үҙенекелер ҙә.


... Һинең менән генә уртаҡлаштым

Эс серемде, күңел сафлығын.

Һиңә генә бирҙем йөрәгемде,

Хистәремдең иң-иң татлыһын.

Һинең өсөн булды бар шатлығым,

Ҡайғыларым, янып- көйөүөм.

Барыһында биреп бөттөм һиңә,

Бөтмәй ҡалды бары һөйөүем.



Фото: интернет.




Читайте нас: