Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2018, 02:00

Мөғжизәне үҙебеҙ тыуҙырабыҙ

Был көндәрҙә Ишембайҙың төп шыршыһы тирәләй барған эштәр ниндәйҙер ижади бәйгене хәтерләтә. Ҡарҙан, боҙҙан ялҡынлы ижад. Күҙ алдында мөғжизә тыуҙырыусылар кемдәр бит әле - республикабыҙҙың танылған рәссам, скульпторҙары!

Был көндәрҙә Ишембайҙың төп шыршыһы тирәләй барған эштәр ниндәйҙер ижади бәйгене хәтерләтә. Ҡарҙан, боҙҙан ялҡынлы ижад. Күҙ алдында мөғжизә тыуҙырыусылар кемдәр бит әле - республикабыҙҙың танылған рәссам, скульпторҙары!

- 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде, ҡалабыҙҙың төп боҙ ҡаласығын биҙәйәсәк һындарҙы эшләүгә лә ошо тема менән илһамланып тотондоҡ, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рафаэль Ҡадиров. - Был һындарҙың ғүмерҙәре бер нисә көнлөк кенә, әммә уларға йөкмәтке, эске бер йылылыҡ һала алһаң, тәрбиә көсө ҙур буласаҡ. Матурлыҡ иң тәүҙә тәрбиәләргә тейеш.


Был һүҙҙәргә өҫтәп нәмә әйтәһең инде, ысын оҫталар өсөн эштең ҙуры-бәләкәйе юҡ, халыҡ өсөн байрам мөхите булдырыуға ихласлап тотонған ижадсылар.

- Беҙҙең боҙға ҡатҡан кейемдәрҙе, һаҡал-мыйыҡты күреп, өшөйһөгөҙҙөр инде, тип ҡайһы берәүҙәр йәлләп китә. Юҡ, киреһенсә, бындай эштәрҙә күңел ял итә, эске бер күтәренкелек, кәйеф менән тырышабыҙ, - ти районда бер нисә илһөйәрлек проекты менән танылған скульптур Илнур Ильясов. Ленин майҙанына һуғылып китегеҙ, һынлы сәнғәт әҫәрҙәренә торош эштәрҙең тыуыуын күрегеҙ, тип өҫтәге килә уның һүҙҙәренә.


Байрамдың үҙенән бигерәк, уға әҙерлек күңеллерәк тиҙәр. Республика Башлығы вазифаһын үтәүсе Радий Хәбировтың 10 декабргә тиклем һәр биләмәлә байрам мөхите булдырырға тигән күрһәтмәһе тап ошоно ҡеүәтләй ҙә инде. Заманса биҙәү алымдарын өйрәнергә, Интернетҡа ла күҙ һалырға ҡушты Радий Фәрит улы – халыҡ зауығына яуап бирһен, оят булмаһын, тине хатта. Әлбиттә, ойошма, предприятиелар, биләмә етәкселәренән дә был эш күңел биреп башҡарыуҙы талап итә. Ишембайҙар ҙа һыр бирмәҫ, тип ышанабыҙ. Байрам бит үҙебеҙ өсөн.






Фото: автор.


Читайте нас: