Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2018, 02:00

Йәштәрҙе үҫтерә беләләр

Ишембайҙа республика машина эшләүселәрен берләштергән ҙур сара үтте. “Ишембай станоктар ремонтлау заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Башҡортостандың оборона-сәнәғәт комплексын һәм машиналар эшләү тармағын алға әйҙәүсе 60-тан ашыу предприятие вәкиле осрашты.

Ишембайҙа республика машина эшләүселәрен берләштергән ҙур сара үтте. “Ишембай станоктар ремонтлау заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Башҡортостандың оборона-сәнәғәт комплексын һәм машиналар эшләү тармағын алға әйҙәүсе 60-тан ашыу предприятие вәкиле осрашты.


БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин етәкләгән эшлекле осрашыуҙың ғәмәли өлөшө заводтың бөгөнгө мөмкинлектәре менән танышыуҙан башланды. Бөгөн Ишембай станоктар ремонтлау заводы миҫалында Рәсәй предприятиелары менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеү өлгөһөн күреп була. Металл киҫкес һәм тимерселек-преслау ҡорамалдарын ремонтлауҙа махсуслашҡан завод тарихы 2005 йылдан барлана. 40 мең квадрат метрға йәйелгән производство һәм административ майҙан, географик яҡтан отошло урынлашыу, үҙ кран хужалығы булыу һәм, әлбиттә, хеҙмәт алдынғылары, оло быуын тәжрибәһен йәштәргә еткерә белеү - былар барыһы ла уңышлы эшмәкәрлектең нигеҙе булып тора.


- Заводта эшләүемә йыл ярым ғына, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап килгәйнем. Бында бөтөнләй яңы һөнәр үҙләштерергә тура килде һәм эшем, ысынлап та, оҡшай. Заказдар килеп тора, эш хаҡы ла яҡшы, - ти йәш кадрҙар сафын тулыландырған Әхмәр ауылы егете, 3-сө разрядлы слесарь Юлай Әхмәтйәнов. – Тәжрибәле, оло ағайҙар эргәлә булғанда эштән ҡурҡырға түгел.Егеттең остазы, тимерселек-пресс ҡорамалдарын ремонтлау буйынса участка етәксеһе Иван Овсепьян да ҡеүәтләй был һүҙҙәрҙе.

- Теорияны нисек кенә яҡшы белһәң дә, оҫталыҡ станок артында килә. Элек-электән остазлыҡ мәктәбе булды, эшсе һөнәрҙәргә йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсаты ҡуябыҙ икән, уларға ышанып ҡарарға кәрәк, - ти ул.

Ишембай станоктар ремонтлау заводы нигеҙендә үткән сара хаҡында тулыраҡ киләһе һанда уҡығыҙ.





Фото: автор.


Читайте нас: