Сәй эсеп ултырған һеңлем тәҙрә эргәһенә барып:
-Ҡара, әллә Миңнисаларға тағы ҡаланан ҡунаҡ ҡыҙы килгән инде? – тип мине эргәһенә саҡырҙы.
-Үткән йәй ҙә килгәйне шикелле әле ул. Әйҙә, урамға сығайыҡ, - тип һеңлемдең еңенән тарттым.
-Ҡуй әле, шул маҡтансыҡты маһайтып йөрөмәйек. Ана бит, беҙҙең өй алдында уйнаған булалар. Әйтерһең башҡа урын юҡ. Берәүгә ҡала ҡыҙы килгән икән! – тине һеңлем, Миңнисаны үсекләгәндәй.
Үҙе һаман да тәҙрә төбөнән китмәй. «Ә ниңә беҙгә ҡунаҡ ҡыҙҙары килмәй икән? » - тигән һорауға яуап эҙләп, тағы ла сәй эсергә ултырҙыҡ, тик сәй ҡайғыһы юҡ ине инде. Апай-ағайҙар килә, тик береһе лә үҙҙәре менән бәләкәй ҡыҙҙарын эйәртмәй шул...
Ултыра торғас, тегеләрҙең күҙҙәренә салынмаҫҡа тырышып, картуф баҡсаһы артындағы мунса бураһына уйнарға киттек. Көнө буйы шунда уйнаныҡ. Кис еткәс тә, әсәйҙең тауышы ишетелмәһә, ҡайтырға кәрәклеген дә онотҡанбыҙ.
Ҡайтып киске аш артына ултырғас, һеңлем әсәйемдән:
-Әсәй, ниңә беҙгә ҡала ҡыҙҙары ҡунаҡҡа килмәй ул? Ана, Миңнисаларға һәр йәй килә, - тип һораны.
Әсәйем башта аңламай торҙо:
-Ниндәй ҡунаҡ тағы? – әсәйемдең йөҙөндә аптырау ҡатыш йылмайыу сатҡылары сағылды. – Ә-ә... – тип һуҙҙы ул. –Бына һеҙҙе нимә борсой икән, - тип беҙҙе арҡаларыбыҙҙан йомшаҡ ҡына итеп һөйҙө лә, - килер-килер, тик беҙгә килә торған ҡыҙ әлегә бик бәләкәй, бишектә ята. Бер аҙ үҫә төшкәс мотлаҡ килерҙәр,- тип беҙҙе йоҡларға һалды ла, үҙе сығып китте. Күпмелер ваҡыт һөйләшеп ятҡандан һуң, татлы хыялдарға бирелеп, йоҡға киткәнбеҙ.
Иртәнге ҡояш нурҙары иркәләүҙән уянып китһәм, бәй, һеңлем эргәлә юҡсы...
«Был ҡайҙа булды икән? » - тип уйлап та өлгөрмәнем, теге йүгереп килеп керҙе лә:
-Тиҙерәк тор ! Кеше ошо ваҡытта йоҡлап ята тиме ни? Мә, кейен! – тип минең байрамдарҙа ғына кейеп йөрөй торған күлдәгемде, аҡ гольфиҙар менән сандалиҙарымды һондо. Үҙе һаман нимәлер һөйләй-һөйләй, минең сандали ҡаптырмаларын элеп бөткәнде лә көтөп тормай, урамға күрһәтте:
-Ана, Миңниса килеп тә еткән. Тик ниңә бер үҙе генә икән? – тип тәҙрәгә ҡапланды. Шунан:
-Йәһәтерәк бул, йә китеп барыр, - тип мине күлдәгемдән урам яғына тартты. Асыуым да килеп ҡуйҙы, һантый кеүек шул тиклем тартмаһа, йырта инде...
Беҙҙе күргән Миңниса килгән ҡунаҡ ҡыҙы менән маҡтана башларға ғына тора ине, һеңлем етеҙерәк булып сыҡты. Миңә ымлап:
-Беҙгә лә ҡалалағы апайымдың ҡыҙы ҡунаҡа килде, - тип миңә төртөп күрһәтте. Һуңынан бик ҡәнәғәт ҡиәфәт менән эргәмә килеп баҫты һәм арҡамдан семетеп алды. Әллә, тик торма, тип әйтеүе булдымы икән, мин шунда уҡ һеңлемә ҡарап, үҙемдә аңламаған телдә нимәлер бығырлай башланым, йәнәһе урыҫса һөйләшәм. Миңниса бер миңә, бер һеңлемә ҡарап, күҙҙәрен таҫырайтып ыҡ-мыҡ итте, тик бер нәмә лә әйтә алманы.
-Теге ваҡытта мин өйҙә булманым, хәтерләйһеңме? – тине. Миңниса иҫләмәһә лә: «Эйе », - тигән булды.
-Ана шул ваҡытта мин ҡалала инем бит ул, - тип бөтөнләй шаштырып ебәрҙе.
Миңниса үҙенең шиген белдерергә теләгәндәй:
-Ҡала ҡыҙҙары оҙаҡ йоҡларға ярата, ә ниңә һеҙеке былай иртәләгән? – тип ҙур, аптырауҙан тағы ла ҙурайған күҙҙәрен миңә төбәне. Һеңлем:
-Беҙҙең ҡунаҡ ҡыҙы һеҙҙеке кеүек йоҡосо түгел шул ул, - тип эргәмә баҫты. Был йәнә семетмәһен тип, урыҫса һөйләшәм...
Күрҙеңме, йәнәһе, шулай ул беҙҙекеләр.
Оҙағыраҡ торғанда тағы әллә нәмәләр һөйләшер инек, көтмәгәндә ысын ҡала ҡыҙы күренде. Һеңлем Миңнисаға ҡарап:
-Ана, сиңерткәң килә, ҡаршы ал, - тине. Миңниса:
Уның исеме - Дилә. Һин үҙең ҡара сиңерткә, - тип һеңлемә яҡынлашҡайны, йүгереп килгән Диләнең:
-Өләсәй ! – тип күләүеккә тайып йығылыуына һиҫкәнеп, туҡтап ҡалдыҡ. Беҙ өсәүләшеп уның эргәһенә йүгерҙек.
-Уф, хәҙер өләсәйемә нимә генә әйтермен икән?
Дилә тороп баҫты, һыуланған өҫтөнә күҙ йүгертте. Беҙҙең күҙҙәр маңлайға менде. «Әллә башҡортса белә инде был » тигәндәй, һеңлем менән ҡарашып алдыҡ. Дилә бер нәмә лә һиҙмәне. Яғымлы ҡиәфәт менән, ни өсөн былай ашыҡҡанын аңлатты:
-Өләсәйем менән бергәләп еләккә барабыҙ, һеҙҙе саҡырырға килдем әле, - тине.
Күпмелер ваҡыттан һуң, ҡыҙыҡайҙар көлөшә-көлөшә урман яғына китеп бара ине инде. Дилә башҡортса шиғырҙар һөйләне, йырҙар ҙа йырлап күрһәтте.
-Ҡала ҡыҙҙары ла башҡортса һөйләшә икән, - тип һеңлемә ҡараным. Ул яурындарын ғына һикертте.